+14 °С
Облачно

Бәпәйҙе битенән үпкәндә кариес йоғоуы мөмкинме?

– Бәпәйҙе битенән үпкәндә кариес йоғоуы мөмкинме? Элек бит балаға икмәк сәйнәп ҡаптырғандар...

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәпәйҙе битенән үпкәндә кариес йоғоуы мөмкинме?Бәпәйҙе битенән үпкәндә кариес йоғоуы мөмкинме?
Бәпәйҙе битенән үпкәндә кариес йоғоуы мөмкинме?

– Бәпестең битенән, танауынан үбеү түгел, башының ул өлөшө тирәһендә тын алырға ла ярамай. Сөнки стафилококк бактериялары йоғоуы бар. Сикәһенән, маңлайынан ғына үбергә мөмкин. Әгәр ата-әсәнең кариес икән, тимәк, баланың да теше сереү ҡурҡынысы бар. Яңыраҡ кафела йәш ғаиләне күҙәтәм, әсәһе балаға үҙе ялаған ҡалаҡтан тәмлекәс ашата, бының кариесҡа килтереүе бар икәнен күптәр уйламай шул. Баланың һаулығын ауырға ҡалғас та ҡайғырта башларға кәрәк, әгәр йөклө саҡта әсә антибиотик ҡулланһа, канцероген аҙыҡ ашаһа, гипоксия булһа, баланың һөт теше төшкәндән һуң даими теше сыҡмауы ла бар.

Фото героиняның шәхси архивынан

Р. Камалова

Автор:Регина Камалова
Читайте нас