+14 °С
Облачно

Зөһрә Фазуллинанан кәңәштәр.

Зөһрә Марс ҡыҙы Фазуллина – тәжрибәле баҡсасы. Оҙаҡ йылдар мәктәп баҡсаһында етештереү бригадаһын етәкләгән белгес. Журнал уҡыусыларыбыҙға уның кәңәштәрен әңгәмәсебеҙ телмәре менән бирәбеҙ. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Зөһрә Фазуллинанан кәңәштәр.Зөһрә Фазуллинанан кәңәштәр.
Зөһрә Фазуллинанан кәңәштәр.

Көҙ көнө баҡсала түбәндәге эштәрҙе башҡарабыҙ:

- картуфты алып бөткәс, ерен тырматабыҙ ҙа горчица сәсәбеҙ, йәшел генә булып үҫеп сыҡҡас, ерен көрәп сығабыҙ. Былай итеү ерҙе ашлай, ҡаты ҡорттарҙы юҡ итә;

- емеш бирә торған ағастарға күп итеп һыу һибәбеҙ: алмаға - унар биҙрә, бәләкәйерәк ағас-ҡыуаҡлыҡтарға - 3-4 биҙрә;

- көҙгөһөн еләкте яңы урынға күсереп ултыртыр кәрәк;

- теплица  тупрағының 5-7 см өҫкө ҡатламын алып, тышҡа сығарабыҙ, урынына тиреҫ индереп һалабыҙ;

- емеш ағастарының олонон ҡуяндар кимермәһен өсөн уратып бәйләп ҡуялар;

- көҙ көнө бөт түтәлдәрҙе лә ҡаҙып, көл, тиреҫ индерһәң, алдағы йыл яҡшы уңыш аласаҡһығыҙ.

Фото З. Фазуллина

 

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас