+15 °С
Ясно

Әнисә Әлмөхәмәтованан балыҡ аштары

Йәйендән шешлек Ғәҙәти иттән айырмалы рәүештә, бындай шешлек бик туҡлыҡлы һәм файҙалы. Йәйен ите күҙ һәм дөйөм һаулыҡ өсөн мөһим А, Д3 һәм В төркөмө витаминдарына бай. 

Әнисә Әлмөхәмәтованан балыҡ аштарыӘнисә Әлмөхәмәтованан балыҡ аштары
Әнисә Әлмөхәмәтованан балыҡ аштары

Йәйендән шешлек

Ғәҙәти иттән айырмалы рәүештә, бындай шешлек бик туҡлыҡлы һәм файҙалы. Йәйен ите күҙ һәм дөйөм һаулыҡ өсөн мөһим А, Д3 һәм В төркөмө витаминдарына бай. 

Алына:

Яңы тотолған йәйен балығы (ни тиклем ҙурыраҡ булһа, шул тиклем яҡшыраҡ), бер баш һуған, лимон, тәм буйынса тоҙ, борос һәм ҡыҙыл паприка.

Эш барышы:

Йәйенде таҙартабыҙ, эсен алабыҙ. Башын ҡырҡып, ҡойроғон, йөҙгөс ҡанаттарын махсус ҡайсы менән киҫеп ташлайбыҙ. Әҙерләү барышы балыҡты дөрөҫ турауҙан башлана: ҙурлығына ҡарап, йәйенде арҡырыға 3–6 см ҡалынлыҡтағы киҫәктәргә бүләбеҙ. Күмерҙә бешереү өсөн һәйбәт балыҡ ул: йомшаҡ, майлы, һутлы, ҡылсыҡтары юҡ тиерлек, текстураһын юғалтмай. Балыҡ киҫәктәрен ҡатламдар менән эмалле йәки быяла һауытҡа һалабыҙ. Һәр ҡатламға тоҙ, борос, ҡыҙыл паприка, әҙләп лимон һуты һибеп, һуған һалып, һалҡын урында 2-3 сәғәт тирәһе тотабыҙ. Был тәмләткестәр балыҡтың тәбиғи тәмен асырға, уның нәзәкәтле нотаһын тойорға ярҙам итә.  

Шунан йәйен киҫәктәрен шешкә теҙеп, асыҡ һауала ҡыҙыу күмер өҫтөндә ҡурабыҙ.

 

Солтандарса суртан

Алына:

Дүрт-биш килограмлыҡ суртан (йәйенде лә шулай бешергәнем бар), бер кишер, биш йомортҡа, бер стакан һөт, тәм буйынса тоҙ, борос.

Эш барышы:

Эсе алынған, таҙартылған суртанды 15 минутҡа 180-200 градус эҫелектәге духовкаға ҡуябыҙ. Ул арала һөткә йомортҡа һытып туғып, тәмләткестәр ҡушып, балыҡ өҫтөнә ҡоябыҙ. Ярты сәғәт тә үтмәй хатта иң ҡәҙерле ҡунаҡтар өсөн дә солтандарса туҡлыҡлы ла, үҙенсәлекле лә ризыҡ әҙер.

 

Альбина Ғөбәйҙуллина

 

Фото героиняның шәхси архивынан

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас