+11 °С
Ясно

Аһ, был ҡатын-ҡыҙ! Балыҡсы Әнисә

Балыҡсы тигәндә күҙ алдына ҡуныслы итектәге ир-ат килеп баҫа. Әммә Дим буйында ошо  стереотип күптән үҙгәргән. Бында балыҡсылыҡ – ҡайһы бер гүзәл зат өсөн ял һәм күңел ихтыяжы ғына түгел, ә аҡса эшләү ысулы ла. Араларында рекорд ҡуйғандар ҙа бар. Мәҫәлән, Әнисә Әлмөхәмәтова, 11 килограмлыҡ йәйен тотоп, хатта иң ҡомарлы ир балыҡсыларҙың да танауына сирткән. Беҙ барғанда ла уға уңыш йылмайҙы, үҙебеҙ шаһит булдыҡ – ҡармағына дүрт килолыҡ суртан эләкте. 

Аһ, был ҡатын-ҡыҙ! Балыҡсы ӘнисәАһ, был ҡатын-ҡыҙ! Балыҡсы Әнисә
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ! Балыҡсы Әнисә

Баймаҡ ҡыҙы Әнисә, Шишмә егетенә кейәүгә сығып, Түбәнге Хәжәт ауылында төпләнгәндә балыҡ ҡармаҡлауҙың нимә икәнен дә белмәй. «Эргәлә генә Дим аға, ауылды төрлө яҡлап күлдәр уратып алған, шуға һәр кем балыҡсы бында. Йәш саҡта ғәжәпләнеп ҡарай инем. Ауыл уңғандары, таң һыҙылыу менән уянып, иң тәүҙә Димдең һөттәй йомшаҡ һыуында ҡолас йәйеп йөҙөп ала, шунан ғына эш башлай, – тип бүлешә Әнисә апай. – Бер ваҡыт ғаилә менән тәбиғәткә сыҡҡанда, ҡайнағамдың улына эйәреп, мин дә балыҡ ҡармаҡлап ҡараным. Эй оҡшап ҡалды бит был шөғөл! Күңел болоҡһоп китһә, баҡса артынан тура Дим буйына йүгерә инем. Ағын һыу күңелде имләй, ә балыҡ тотоу шифа ул йәнгә. Яҙғы ташҡында күлдәр менән йылға тоташып, күл балыҡ-тары – Димгә, йылғаныҡы быуаға ағып төшә. Шуға Димдә ниндәй генә балыҡ юҡ: оҙон мыйыҡлы йәйене, үткер күҙле суртаны, шамбыһы, яҫы табаны, йылтыр алабуғаһы, ҡорманы, һылаһы, сос  ҡыҙылғанаты...»

Өфөгә күсеп, оҙаҡ йылдар ҡалала йәшәһә лә, ауылдан өҙөлмәй Әлмөхәмәтовтар. Түбәнге Хәжәттә иркен йорт һалғандар ҙа хәҙер инде хаҡлы ялға сыҡҡан тормош иптәше ошонда гөрләтеп баҡса үҫтерә. Әнисә Мостафа ҡыҙы Өфөнөң 1-се лицейында физкультура дәресенән уҡыта – йөрөп эшләй. Ҡырҡ йыл ғүмерен балаларға бағышлаған тынғыһыҙ шәхестең шөғөлдәре күп: социаль селтәрҙә «Беҙ бит әле Хәжәттәр»  төркөмөн алып бара, ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләй, ҡыҙыҡлы мәҙәни саралар үткәрә, еңеүҙәр яулай. Скандинав таяҡтары менән йөрөү буйынса грант та отҡан Хәжәт апайҙары.  Быйыл улар, Мәскәүгә “Еңеү шатлығы “ тигән бәйгегә барып, 1-се урын яулап ҡайтҡан. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында балыҡ тотоу буйынса ярыш та уҙғарырға уйы бар Әнисә Мостафа ҡыҙының.

«Беҙҙә балыҡсы һылыуҙар күп кенә ул. Мәҫәлән, Әминә менән Тәлиға Әминевалар. Тәлиға инде һыу буйынан ҡайтып инмәй. Балыҡлы ғына урынды ла әллә ҡайҙан табып ала. Тотҡанын туғандарына тарата, артып ҡалғанын велосипедта район үҙәгенә алып барып һата. Шул аҡсаға сәй-шәкәр алып ҡайта», – ти Әнисә апай.

Көтөп алған ялдарында Әнисә апай оҙон ҡуныслы итектәрен кейеп алып, сыбығын тотоп, һыу буйына ашыға. Бер мәл алты килограмлыҡ суртан эләгә уның ҡармағына. Күңел өсөн генә тигән шөғөлө күрше-тирә таң ҡалырлыҡ һәм ир-аттарҙың көнләшеүен уятырлыҡ триумфҡа килтерә. Спортта ла, тормошта ла яңы бейеклектәр яулап өйрәнгән Әнисә Мостафа ҡыҙы бының менән генә туҡтап ҡалмай. Тиҙ арала шәхси рекордын яңырта. Тәүҙә ете, унан 11 килолыҡ йәйен тотоп, көтөлмәгән табышы менән бөтә республиканы хайран итә. Ҡулына ҡармаҡ алған һәр кем был хаҡта ут йотоп хыялланһа ла, бик даланлыларға ғына йылмаялыр шул ундай уңыш.

 

«Йәйен ул көслө, тотҡан хәлдә лә уны үҙеңә генә һыуҙан сығарам тимә. Миңә йәйен балалары эләкте, улары ла сос, бызмырлаһаң, ҡармаҡты өҙөп ҡаса. Шуға шап та шоп һыуға төшөп, күлдәк итәгемә һөҙөп ҡармап алып сыҡтым!» – тип һөйләй балыҡсы ҡатын.  Һиңә яҙған табыш үҙе килә ҡулыңа. Балыҡсылыҡта  шундай әйтелмәгән ҡағиҙә һаҡлана: яр буйында ҡайһы берҙә айҙар буйына ултырып та, бөтөнләй сиртмәүе ихтимал. Ә бер тапҡыр уңыш ҡулыңа инһә, тотола ла тотола. Бының да үҙ сере бар: һыу буйына буш ҡул килмәй икән, хәйер һала, ем ташлай тәүҙә. Яр буйында ҡысҡырып һөйләшеү ҙә, аҙаҡ маҡтаныу ҙа килешмәй. Һыуҙың ғәйрәте көслө – бик дорфа ҡыланһаң, тартып алырға ла мөмкин. Димдән рөхсәт алам һәм Аллаһҡа рәхмәт әйтеп башлайым һәр ғәмәлде, ти ул. Ҡышын – ҡармаҡ сыбығы, ә йәйҙәрен ҡалҡыуыслы ҡармаҡ, донка йә спиннинг менән дә тота икән. Өлгөр һәм уңған был ханым хаҡында: «Беҙҙең Әнисә сапҡан атты ла туҡтатыр, йәйенде лә ҡулдан ысҡындырмаҫ», – тип мәрәкәләй ауылдаштары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналыбыҙҙың июль (2026) һанында уҡырһығыҙ.

 

Альбина Ғөбәйҙуллина

Фото героиняның шәхси архивынан

Аһ, был ҡатын-ҡыҙ! Балыҡсы Әнисә
Аһ, был ҡатын-ҡыҙ! Балыҡсы Әнисә
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас