Унда «Именлек" республика геронтология үҙәгенең халыҡты социаль хеҙмәтләндереү дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры Зөлфирә Маскулова һәм Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Нурия Сәлихова ҡатнашты. Зөлфирә Радик ҡыҙы Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм аҙ хәрәкәтсән граждандар өсөн тауыш биреү юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.
-Шишмә районы Шишмә ауылында урынлашҡан, 352 кеше йәшәгән, шуларҙың 168-е түшәктә булған махсус учреждениела тауыш биреү мөмкин тиклем уңайлы шарттарҙа үтә. Һайлау комиссияһы вәкилдәре күҙәтеүселәр менән берлектә һәр йәшәүсе янына барып, һайлауҙа ҡатнашыу мөмкинлеген тәьмин итте. Беҙ тауыш биреүҙе йома көнө башланыҡ һәм һайлау кампанияһына учреждениела йәшәүселәрҙе лә, хеҙмәткәрҙәрҙе лә тулы кимәлдә йәлеп иттек», – тине ул.
Нурия Зәбир ҡыҙы белдереүенсә, күп кенә йәшәүселәр һайлау участкаларына үҙҙәре барып тауыш бирергә тырыша, сөнки быны ғаилә һәм дуҫтар менән аралашыу мөмкинлеге тип ҡарайҙар. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һайлаусыларҙы мәғлүмәт менән тәьмин итеүгә айырым иғтибар бүленә. "Беҙ бөтә граждандар өсөн дә һайлау хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙа тигеҙ мөмкинлектәр булдырырға тырышабыҙ", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Нурия Сәлихова.
Ишетеү һәләте боҙолған граждандар өсөн дә мәғлүмәт менән тәьмин итеү юғары кимәлдә ойошторолған. Кандидаттар тураһында мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә һәм йәмғиәт сайттарында видеояҙмалар менән ҡабатлана. Өйҙән сыға алмағандар өсөн күсмә тауыш биреү форматы ҡаралған.
Партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ишетеү һәләте насар булған һәм башҡа категория граждандарға мәғлүмәтте еткереү өсөн төрлө коммуникация каналдарын, шул иҫәптән визуаль материалдарҙы һәм тәржемәләрҙе әүҙем ҡуллана.
Айзилә Мортаева
Фото:Динар Кәлимуллин