“Рәхмәт” акцияһы хаҡында һорауҙарға Алға-Патриот хәрәкәтенең етәксеһе урынбаҫары Данир Әсхәт улы Камалов яуап бирә:
- “Рәхмәт” акцияһында нисә процент ташлама бирелә? 50 процентҡа ҡәҙәр ташлама тәҡдим ителә.
- Акцияла нисә магазин ҡатнаша? Быйыл был акцияла, дөйөм алғанда, бер меңдән ашыу магазин-партнер ҡатнаша.
- Ниндәй магазин иң күп купон тәҡдим итә? Был акцияның башында“Байрам” магазиндар селтәре тора, быйыл да был магазин иң күп купондар әҙерләгән.
- Тағы ла ниндәй магазиндар ташлама тәҡдим итә? Аҙыҡ-түлек, промтауарҙар магазиндары, кофейнялар, автомобилдәрҙе йыуыу урындары, матурлыҡ салондары һәм башҡалар бар.
- Был магазиндарҙа ташламалар биреү нисә көнгә һуҙылған? Ҡайһы бер магазиндар өс-дүрт көнгә ташлама бирһә, ҡайһылары был акцияны хатта йыл аҙағына һуҙа. Әйтәйек, матурлыҡ салондарында Яңы йылға тиклем ташлама менән ҡулланырға була.
- Купондар бөтәһенә лә етерме? Республикала барлығы өс миллион купон әҙерләнгән. Шуның өсөн һайлауҙарға килгәндәрҙең күп өлөшөнә купон етәсәк.
- Ҡаланан алыҫ ятҡан ауылдарға ла купондар барып етерме? Купондар һәр һайлау участкаһына таратыла, шуның өсөн алыҫ ауылдарға ла купон барып етәсәк, уларҙы яҡын атҡан ҡалаларҙа ҡулланып буласаҡ.
- Купондарҙы ҡайҙан алырға? Һаулау участкаһында тауыш биреп сыҡҡан ерҙә ирекмәндәр тора, уларҙы һеҙ махсус бейдждарынан таный алаһығыҙ, купондарҙы тик шул ирекмәндәрҙән генә алырға була.
- Купондар менән мутлашыусылар тоҙағына эләгеү ҡурҡынысы янамаймы? Беҙ бер кешенән дә документтар, код, башҡа берәй төрлө нәмә һорап шылтыратмайбыҙ. Әгәр шундайыраҡ шылтыратыу булһа, иң яҡшыһы – трубканы һалырға.
- Үткән йылдарҙа һайлаусылар бик ҡиммәтле бүләктәр - суперприздар алып ҡыуанғайны. Быйыл “Рәхмәт” акцияһында суперприз ҡаралғанмы? Быйыл суперприз отоу ҡаралмаған.
Ҡәҙерле дуҫтар, әгәр ҙә һеҙ яҡшы ғына ташламалы купон эйәһе булырға теләһәгеҙ, тиҙ арала һайлауға бара һалығыҙ. Гражданлыҡ бурысын да үтәрһегеҙ, яҡшы ташламалы күпонлы ла булырһығыҙ.