+21 °С
Облачно

Башҡортостанда һайлауҙар әүҙем бара

"Торатау" конгресс-холында ойошторолған “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә политологтар һәм эксперттар һайлау барышы тураһында фекер алышты.

Башҡортостанда һайлауҙар әүҙем бараБашҡортостанда һайлауҙар әүҙем бара
Башҡортостанда һайлауҙар әүҙем бара

Эксперт, политолог Рәсәй Фәндәр академияһының Р.Г. Күзеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының төп белгесе Сергей Семенов һайлау алдынан ойошторолған агитация кампанияһының тыныс үтеүе һәм һайлау таҙалығы өсөн бөтә шарттар ҙа тәьмин ителеүе, ә бөгөн, 18 сентябрь, һайлауҙың тәүге көнөндә кешеләр иртәнге  8-ҙән үк әүҙем тауыш бирә башлауы хаҡында белдерҙе. Ә инде өс көн тауыш биреү ул кешеләргә ҡарата ихтирам билгеһе тине ул, сөнки уҡыуҙа, төрлө сменала эшләгән республика халҡына үҙ тауышын биреү мөмкинлеге бирелә.

- Бөтә участкаларҙа ла күҙәтеүселәр эшләй. Улар – һайлауҙың таҙалығын тәьмин итә. Беҙҙә хәҙер бик мөһим тарихи осор, шуға күрә был һайлау бик мөһим. Ни өсөн тигәндә, Рәсәйҙә  күп мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Тағы ла илгә бик көслө баҫым яһала, сөнки көнбайыш көстәренә Рәсәйҙең донъяла үҙ урынын биләүе оҡшамай.  Шулай уҡ яһалма зиһен күп яңылыҡтар индерә. Беҙгә илдең яңы үҫеш этабын билдәләргә кәрәк. Был күренештәр һайлауҙарҙың мөһимлеген билдәләй, – тине Сергей Семенов.

Альберт Заһиров фотоһы

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас