

Миләүшә Ҡаһарманова, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, яҙыусы:
--Һайлауҙарҙа һәр саҡ ҡатнашам. Был минең гражданлыҡ бурысым. Ошо илдең йәшәйешенә, үҙебеҙҙең киләсәккә, балаларҙың тормошона ниндәйҙер ыңғай һөҙөмтәләр индереүгә булышлыҡ, тип иҫәпләйем.
Беҙҙең һаулау бүлегендә иртәнсәктән йәнлелек, әле участка асылмағанда уҡ халыҡ төркөмө көтә ине. Мин дә улар иҫәбендә булдым. Асыҡ йөҙ, күңелле музыка менән ҡаршы алып торалар. Үҙенә күрә бер байрам шикелле. Бөгөн, бигерәк тә көсөргәнешле ваҡиғалар эсендә, ошолай берҙәм һәм дәррәү булыуыбыҙ йәмғиәттең көсөн, һәр тауыштың оло һыуға бер тамсы булырға ынтылыуын күрһәтә.
Илебеҙҙә һайлау һәм һайланыу РФ Конституцияһының 32-се статьяһында нығытылған. Һайлауҙа ҡатнашыу, тимәк, ошо хоҡуҡты декларациялау ғына түгел, ә уның менән ҡулланыу ҙа. Беҙ үҙ регионыбыҙҙың, республиканың яҙмышына битараф булмауыбыҙҙы белдерәбеҙ. Был шул уҡ ваҡытта сәйәси мәҙәниәт күрһәткесе лә: тирә-яҡта барған ваҡиғаларға яуаплылыҡ алыу. Һайлау – хоҡуҡ, ә юридик бурыс түгел. Һәр кемдең үҙаң, ҡараш һәм фекер билгеһе.