

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Мәрйәм Иҫәнова илдә һәм донъяла барған ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына. РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар буласағын белгәс, йөҙйәшәр инәй яҡындарын мотлаҡ тауыш бирергә тейешлеге тураһында алдан иҫкәртә. Бөгөн участка һайлау комиссияһының мобиль төркөмө уға ҡунаҡҡа барған – 33 йыл ғүмерен балаларҙы уҡытыуға бағышлаған педагогика ветераны өйҙә тауыш биргән.
– Мин Бөйөк Ватан һуғышын, һуғыштан һуңғы ауыр ваҡытты, 1990 йылдарҙы күрҙем. Рәсәй һәр ваҡыт көслө булды, бер ҡасан да һәм бер ниндәй шарттарҙа ла дошман алдында баш эймәне. Мин хатта шундай йәштә лә илебеҙҙең, уның халҡының яҡты киләсәгенә үҙ өлөшөмдө индерә алыуыма шатмын, – тине Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026
Материал, фото "Восход Ишимбай" гәзите