+6 °С
Облачно

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының тарихы

Редакциябыҙға билдәле режиссер Зөһрә Бураҡаева килеп инде, шул саҡ уға әсәһе Мәрйәм Бураҡаева шылтыратты. “Әсәй, мин “Башҡортостан ҡыҙы”нда”, – тип әйтеүе булды, Мәрйәм Бураҡаеваның тауышы йәнләнеп китте: “Башҡортостан ҡыҙ”ҙарына сәләм әйт”,– тине ул шатланып. Форсаттан файҙаланып, беҙ “Башҡортостан ҡыҙы” журналының уларҙың өйөндә нисек эшләнеүе, материалдарҙың нисек йыйылыуын һөйләүен үтендек:

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының тарихы“Башҡортостан ҡыҙы” журналының тарихы
“Башҡортостан ҡыҙы” журналының тарихы
  • Журналды 1967 йылдың декабрендә беҙҙең өйҙә эшләй башланыҡ. Беренсе подписка еңел булманы, сөнки ул ваҡытта бөтә Башҡортостан “Азат хатын” журналын алдыра ине. Беҙ радиола сығыш яһаныҡ, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә яҙып сыҡтыҡ. Командировкаға аҡса бүленмәгәйне. Ул саҡта журналды Кәтибә апай, Рәми ағай, мин эшләнек, техник редактор Хәйретдинов ярҙамға килде. Материал йыйыу минең елкәлә булды, сөнки мин радиокомитетта эшләй инем. Кәтибә апай бүлмә, эш хаҡы юлланы. Рәми ағай төрлө рубрикалар уйланы. Яҙышҡан ҡыҙҙарға материал эшләгеҙ әле тип яҙа башланыҡ. Рәми ағайҙың ҡуйған маҡсаты шул булды: журналдың һәр һанында өйҙән өйгә йөрөтөп уҡырлыҡ материал булһын.

Шунан ғинуарҙың ун биштәрендә Кәтибә апай йүгереп килеп инде: “Беҙгә бүлмә бирҙеләр!”– тине ул ҡыуанып. Беҙ хәҙерге Спорт туҡталышында йәшәй инек, ә ул бүлмәне Мебель туҡталышында бирҙеләр. Яҡын ине, йүгереп барҙыҡ... Кәтибә апайға ғына өҫтәл таптыҡ. Беҙ тәҙрә төбөндә тороп эшләнек. Бер генә тумбочкабыҙ бар ине. Ул тумбочканы беҙ машинисткаға бирҙек. Телефон – тәҙрә төбөндә. Шундай шарттарҙа башланыҡ... Тираж ул ваҡытта ике мең ине. “Беҙ тиражды йөҙ меңгә еткерәсәкбеҙ”, - тине шул саҡ Рәми ағай...

Яратҡан баҫмабыҙҙың тәүге һанын сығарған кешенең үҙенән был ҡиммәтле тарихьы ишетеүебеҙ менән беҙ бәхетле, уны һеҙгә лә һөйләп бирергә ашыҡтыҡ, хөрмәтле уҡыусыбыҙ.

 

Фото "Башинформ"

 

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас