

Нәсимә Ханмырҙина:
– Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ренгент-лаборантка булып эшләнем дә 45 йәшемдә хаҡлы ялға сығып, театрға килеп эләктем. «Ҡыпсаҡ ҡыҙы» спектакле менән инеп киттем сәхнә тормошона. Башта ҡыйын булды, күктән ергә төшкән кеүек тойҙом үҙемде, сөнки бөтөнләй ят мөхит. Костюмдар цехы ул саҡта 3-сө ҡатта урынлашҡайны, ауыр кейемдәрҙе төшөрәбеҙ ҙә мендерәбеҙ, төшөрәбеҙ ҙә мендерәбеҙ. «Тыныс ҡына урынымда ултырһам ни булған», – тип үҙ-үҙемде әрләп тә ала инем, тик сихри театр донъяһына бер килеп эләкһәң, унан ҡотолоу әмәле юҡтыр, бына 25 йыл инде хеҙмәтемә тоғромон. Һәм шуның менән бәхетлемен дә! Йәшем дә бара, ә бер ҙә генә театрҙан китке килмәй. Өйрәнгән актерҙар ҙа йәл, улар ҙа «ебәрмәйбеҙ» ти.
Римма Мирзанова:
– Спектаклде 25 йыл буйы сәхнә артынан ғына ҡараһаҡ та, театрҙы шул тиклем яратам, 71 йәш тулһа ла, бер ҙә эш урынымдан айырылғым килмәй. Мин булмаһам, бер бөтөнгә әүерелгән актерҙарым йонсор, ыҙаланыр кеүек, ике көнгә ҡалдырһам да, Римма апай, нишләп килмәнегеҙ, тип юҡһынып торалар. Беҙҙән һуң килгән костюмерҙар, ун йыллап эшләһә лә, барса кейемде иҫтә ҡалдыра алмай. Шуға ла: «Нисек һеҙ бөтә костюмдарҙы беләһегеҙ ул?» – тип аптырайҙар. Ысынлап та, яттан беләбеҙ, актерҙар һораған Нух заманындағы әйберҙәрҙе лә Нәсимә менән «һә» тигәнсә табып бирәбеҙ (көлә). Театрҙа кейемдәрҙе һаҡлай торған махсус биш келәт бар. Үҙе бер музей! Эшебеҙҙең үҙенсәлегенә килгәндә, һәр спектакль алдынан кейемдәрҙе йыуып, үтекләп, әҙерләп актерҙарҙың гримеркаһына индереп ҡуябыҙ. Спектакль ваҡытында тиҙ генә алмаштырышабыҙ, сәхнә артынан китмәйбеҙ. Ниндәй генә сәхнә йондоҙҙарын кейендереп-сисендермәнек инде!
– Актер халҡы көйәҙме?
Нәсимә Ханмырҙина:
– Ҡайһы берҙәре ҡәнәғәтһеҙ сырай күрһәтергә мөмкин, әлбиттә. Ә былай бөтә артистар ҙа ипле, әҙәпле. Нурия Ирсаева ул яҡтан бигерәк яйлы кеше ине. Ыҙалап кейемдәремде йыумағыҙ, сәхнәнән күренмәй ул, әйберҙе күп йыуһаң, ҡәҙере бөтә, ти торғайны. Беҙгә эште еңеләйтер өсөн дә әйткәндер инде. Цехыбыҙҙа биш костюмер. Һәр беребеҙгә 14-15-әр актер бүлеп бирелгән. Ҙур гастролдәргә сыҡҡанда костюмдарыбыҙ ғына 18-әр һандыҡ булып китә, реквизиттар айырым унлаған һандыҡҡа тултырыла. Театрҙың конструкция, декорациялар тейәгән махсус «КамАз» машинаһы ҡайһы саҡ бер нисә рейс та яһарға мөмкин. Сөнки бар әйберҙәр ҙә һыйып бөтмәй. Бер мәл Төркиәгә остоҡ, аэропортта бөтә сумаҙандарыбыҙҙы асып, тентеп, хәлде генә алдылар. Уларҙың бит һәр береһен яңынан тәңкләп урынлаштырыр ҙа кәрәк бит!
Рида Сухова:
– Реквизитор һөнәре лә үҙенә күрә һәләт талап итә ул. Беҙҙең хеҙмәттә иң мөһиме – хәтер шәплеге һәм эшеңә мөкиббәнлек. Һәр саҡ театрҙа эшләргә хыялландым, спектакль ҡарағанда, реквизитор була алыр инем, тип уйлай торғайным. Ун йыл инде театр – икенсе өйөм. Үҙ эшемдә алдынғы булыу өсөн бөтә спектаклдәрҙе лә ҡарарға, өйрәнергә һәм иҫтә ҡалдырырға, тигән маҡсат ҡуйҙым. Спектакль барышында сәхнә артындабыҙ. Ҡасан, ҡайҙа, нимә ҡуйыуҙы репетиция ваҡытында уҡ яҙып, иҫләп ултырабыҙ. Ҡайһы саҡ артистар репликаһын онотһа, хәтеренә төшөрөп, реквизитын тотторабыҙ. Реквизиттарҙы беҙгә бутофор цехы эшләп бирә. Ә ҡатмарлы, ҙур әйберҙәрҙе коллегабыҙ Анатолий Жучковтың алтын ҡулдары әүәләй.
Марат Низамов:
– Театрға 23 йәшемдә аяҡ баҫҡайным, 40 йыл ғүмер үтеп тә киткән. Колледжда радиотехник һөнәренә уҡыным да дуҫ егеттең тәҡдиме буйынса килдем. Һәр спектаклдең музыкаль биҙәлеше була. Йыр-көйҙәрҙең ҡайһы берҙәрен үҙебеҙ табабыҙ, ҡайһы саҡта композиторҙар яҙып бирә. Һәр беребеҙҙең алып бара торған үҙ спектакле бар. Репетиция мәлендә партитура яҙабыҙ, ә мин үҙемдең спектаклдәремде партитураһыҙ, яттан алып барам, шулай өйрәнгәнмен. Тере оркестр уйнаған тамашаларҙы, «Ҡыҙ урлау» кеүек музыкаль комедияларҙы яратам. «Хыялға ҡаршы», «Джут» спектаклдәрен күпме ҡараһам да йөрәккә тейә, күҙгә йәш тығыла. Актерҙар уйыны икәнен белеп тораһың, әммә барыбер геройҙар менән бергә ҡайғыраһың, борсолаһың. Театрҙың бөйөклөгө лә, үлемһеҙлеге лә шундалыр!
Нәркәс Баязитова:
– 15 йыл Сибай театрының актрисаһы булдым. Өфөгә күскәс, ниндәй эш булһа ла тип йәнә театр ишеген астым, Олег Ханов гример-постижер итеп алды. Бөгөн ошо цехтың мөдиремен. Драмтеатрҙа эшләүемә лә ун биш йыллап. Махсус уҡымаһам да, грим һалыу серҙәрен үҙләштерҙем, сәнғәт институтында ла уға өйрәттеләр. Йыш ҡына театрға ла грим һалыу буйынса рәссамдар саҡырыла, оҫталыҡҡа уларҙан камиллаштым. Эшебеҙҙең үҙенсәлеге шунда: тылсымлы ҡулдарыбыҙ йәмһеҙҙе – матурайта, матурҙы – йәмһеҙәйтә, йәште – ҡартайта, ҡартты – йәшәртә (көлә). Яһаған прическалар, һалған гримдар һәр саҡ идеаль булмаҫҡа ла мөмкин, эшебеҙ сәс-биттең структураһына ла, таҙалығына ла ҡарай, шул саҡта мыжыңҡырап алған артистар ҙа бар, әлбиттә. Беҙ бит тере кеше, хатта актерҙар үҙҙәре лә сәхнәгә сыҡҡан һайын ролен төрлөсә башҡарырға мөмкин. Сәхнә гримы көндәлек макияж түгел, уны ҡабартыбыраҡ, шаштырыбыраҡ (утрированный) һалыу мөһим. Беҙ – гример ғына түгел, постижер ҙа. Сәхнә образына һаҡал-мыйыҡты ла үҙебеҙ эшләйбеҙ, йөн тетәбеҙ (көлә).
– Спектакль барышында музыка аппараты һүнһә, реквизит онотолһа, күлдәк йыртылып китһә?.. Ундай хәлдәр буламы?
Нәсимә Ханмырҙина:
– Энә, еп, ҡайсы, булавка ла һәр саҡ кеҫәбеҙҙә. Әҙер генә торабыҙ, тиҙ генә эләктереп, тегеп тә ебәрәбеҙ. Бәхеткә күрә, ундай көтөлмәгән форс-мажорҙар һирәк. Бер мәл «Мин һинең ҡәйнәң булам» спектаклендә актриса Рәзифә Динмөхәмәтованың сәхнәгә сығыр ваҡыты етте, ә ул юҡ. Антракт ваҡыты тип уйлаған. Фидан Сафа улы менән бергә сығырға тейештәр. Йәһәт кенә гримеркаһына йүгерҙем, ә ул кейенмәгән дә. Тиҙ-тиҙ генә өҫтөн алмаштырған арала, Фидан ағай: «Ҡайҙа йөрөй икән, икенсе ҡатта тинем бит инде, алтыға менмәһә, ни булған», – тип репликаһына һүҙҙәр өҫтәп, юрый ғына шелтәләп йөрөй.
Рида Сухова:
– Реквизит онотолһа ла, актерҙар ижади һәләттәрен эшкә егә, импровизациялай. Ә былай ҡулыбыҙҙа һәр саҡ исемлек бар. Шуға ундай хәлдәр булмай тиерлек. Шулай ҙа иҫкә бер ҡыҙыҡ төштө: «Әбейүшкә@ (эт) тущка. ru» комедияһы бара. Алмас Әмировҡа: «Һин ҡайҙа?» – тип шылтыратабыҙ. «Вокзалға барырға йыйынып йөрөйөм», – ти ул. «Нисек вокзалға? Һинең сәхнәң бит», – тибеҙ бер тауыштан. Әл дә яҡында ғына йәшәй, елдереп килеп етте, костюмын кейҙереп, реквизитын тотторҙоҡ та секундында ролгә инеп китте. Баҡтиһәң, ул спектакль көнөн бутаған икән.
Римма Мирзанова:
– Актерҙарҙың ижади оҫталығы һоҡландыра, көн һайын төрлө спектаклдә уйнайҙар, ә бөтә ролдәренең һүҙҙәрен яттан беләләр. Хәҙер элекке замандағы кеүек суфлерҙар ҙа юҡ. Ролгә шул тиклем кереп китәләр, репетиция мәлендә лә тетрәндергес ваҡиғаларҙы йөрәктәренән үткәреп, илағансы уйнайҙар. Хатта бында «уйнай» тигән һүҙ тура ла килмәйҙер, улар сәхнәлә йәшәй! Тамаша ваҡытында – бигерәк тә. Сәхнә артында артистарҙы йәлләп, беҙ ҙә мышнап алабыҙ. Иң мөһиме – коллектив дуҫ-татыу, ниндәйҙер интригалар юҡ. Бөтә сара-байрамдар бергә үтә, төрлө конкурстар ойоштороп, йырлатып-бейетәләр. «Фарман ханым»спектаклендә хатта күмәк сәхнәлә лә ҡатнашабыҙ (көләләр).
Марат Низамов:
– А. Панфиловтың «Өлкән ул» спектакле барған саҡта театрҙа ут һүнде, Рәүис Заһитов ярты сәғәт буйы бер плащта ғына халыҡ йырҙарын башҡарҙы, берәү ҙә тамаша залын ҡалдырып ҡайтманы. Шул ныҡ хәтеремә уйылған. Бөгөн компьютер заманы, ундай хәлдәр булғаны юҡ. Әлбиттә, техник яҡтан ауырыраҡ спектаклдәр ҙә бар, мәҫәлән, «Йәш йөрәктәр»ҙә театр оркестры һәм 12-13 актер микрофон менән ҡуллана, йәмғеһе 30 микрофон бер юлы эшләй. Теге-был хәл килеп сыҡмаһын өсөн барыһын да алдан әҙерләйбеҙ, тикшерәбеҙ һәм тамаша барғанда тауышты ваҡытында ҡабыҙыу, туҡтатыу беҙҙең өҫтә. Спектаклдәрҙе ятлап бөткәнбеҙ инде. Репетициялар мәлендә сәхнәгә төшөп тауышты музыкаль планшет менән көйләйбеҙ.
Актерҙар – юморға бай халыҡ. Әүәле бигерәк тә партнерҙарына «этлек» ҡылырға ярата инеләр. Халыҡ эркелеп йөрөгән «Ғәлиә» спектаклендә Фидан Ғафаров йәш уҡытыусы булып ауылға килә, колхоз рәйесе ролен Рәфил Нәбиуллин уйнай. Беренсе күрешеү, Фидан Сафа улы сәхнәгә сыға, уны ҡаршылаған председатель ҡулында портфель булырға тейеш, тик Рәфил ағайҙа ул юҡ. Баҡһаң, Фидан ағай эсенә көс еткеһеҙ «сәхнә йөгө» тултырған икән. Үҙе: «Портфельһеҙ ниндәй председатель инде ул?» – тип мыҫҡыл итә...
Нәркәс Баязитова:
– Ҡалын костюмдарҙа актерҙар тирләй, гримдары юйыла, үрелгән сәстәре төшөп, мыйыҡ-һаҡалдары ысҡынып китергә мөмкин. Әкиәт ҡуйғанда аквагрим һалабыҙ, шул саҡта бигерәк тә. Сәхнә артында һәр саҡ елем ултыртып ҡуябыҙ.
– Ә артистарҙың һеҙгә мөнәсәбәте нисек?
Римма Мирзанова:
– Мөнәсәбәттәре шул тиклем матур, күркәм уларҙың. Ябай персонал тип түгел, киреһенсә, хеҙмәтебеҙгә хөрмәт менән ҡарайҙар, сөнки үҙҙәренең беҙгә туранан-тура бәйле икәнен асыҡ төшөнәләр. Ҡаты ҡағылмайҙар, беҙ ҙә улар өсөн өҙөлөп торабыҙ. Спектакль сыҡҡан мәлдә көноҙоно эштәбеҙ: иртән репетициялар, тамаша тамамланғас, водитель өйгә илтеп ҡуя. Ҡайһы саҡ көнөнә икешәр тамаша ҡуйыла. Шулай көн-төн тигәндәй театрҙабыҙ, беҙҙең өсөн байрам-ҡунаҡ юҡ. Ғаиләбеҙ – театр. Өйҙәгеләрҙән аңлау тапмаһаҡ, ундай ритмда эшләп булмаҫ ине, әлбиттә.
Марат Низамов:
– Артист халҡы хөрмәт итә. Элекке актерҙарҙа бигерәк тә маһайыу сифаты булманы, ябай инеләр, миңә «ағай» тимә, «һин» тип өндәш, ти торғайнылар. Күптәре менән табындаш булырға ла тура килде. Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров менән дуҫ-фекерҙәшбеҙ. Әүәле артистар күңелле тормош яратһа, хәҙер иһә сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара. Мәрхүм Фидан Сафич: «Театрҙың ҡыҙығы бөттө, актерҙар кәрт уйнамай, эсмәй», – тип көлдөргәйне бер. Ысынлап та, бөгөн йәнле аралашыу – һирәк шатлыҡ, күбеһе социаль селтәрҙә йәшәй. Үткән заманда кешеләр бер-береһенә яҡыныраҡ булды.
Нәркәс Баязитова:
– Мөнәсәбәттәре иҫ киткес! Йәштәр Нәркәс апай тип кенә тора. Үҙҙәре шаян-шуҡтар! Ғөмүмән, актерҙар тәрбиәле, ярҙамсыл ул. Өлгөрә алмағанда еңелсә гримды үҙҙәре лә оҫта һала, образдарына ярашлы прическа ла яһай. Гастролгә сығыу – үҙе бер байрам, «Бөйрәкәй» менән Ҡаҙағстанға 24 сәғәт барҙыҡ, йырлашып-көлөшөп юл оҙонлоғо һиҙелмәне лә.
– Бөгөн эшкә сыға алманығыҙ икән ти, алмаштырыусылар бармы? Ә киләсәктә? Йәштәр киләме?
Рида Сухова:
– Иң ауыры – ана шул йәштәрҙең килмәүе. Беҙ бит мәңгелек түгел, алмаштырыр кеше юҡ. Ә беҙҙең эштә элекке, тәжрибәле апайҙарҙан өйрәнеп ҡалыу төп шарт. Шуға ла актерҙар ике һүҙҙең береһендә: «Беҙ пенсияға сыҡҡансы һеҙ эшләйһегеҙ, бер ҡайҙа ла китмәйһегеҙ», – ти. Әлеге мәлдә реквизит цехында өс кешебеҙ, яңыраҡ йәш ҡыҙ килде.
Нәсимә Ханмырҙина:
– Шуға ла бит бер нисә кеше эшләйбеҙ. Бер-беребеҙҙе алмаштырырға. Кинәт кенә сирләп китһәк йә иһә көн һорарға тура килһә лә, алдан иҫкәртәбеҙ, бөтә эште күрһәтәбеҙ. Йәштәрҙең булмауы, әлбиттә, уйландыра. Әммә беҙҙең һөнәрҙә пенсия йәшендәге ҡатын-ҡыҙға эшләүе уңайлыраҡтыр, сөнки йәштәргә аҡсалыраҡ эш кәрәк, ғаиләһенә лә ваҡытты күберәк бүлеү мөһим.
Нәркәс Баязитова:
– Дүрт кеше талап ителгән эште өсәү башҡара инек, хәҙер икәү ҡалдыҡ. Кеше табыуы ҡыйын, йәштәрҙе бигерәк тә. Барыһы ла матди яҡҡа барып төртөлә.
Марат Низамов:
– Йәштәргә еңел эш кәрәк, студияла компьютер артында ултырыу ғына икән тип киләләр ҙә, театрҙың нескәлеген, ҙур цифрлы пультта эшләргә кәрәклеген белгәс, кире китәләр. Беҙ ике кеше эшләйбеҙ, һәр беребеҙгә айына 10–12 тамаша тура килә, яңыраҡ йәш ҡыҙҙы алдыҡ, уны өйрәтәбеҙ. Театрҙа эшләү өсөн уны бар йәнең менән яратырға, нормаһыҙ эш көнөнә әҙер булырға кәрәк шул. Мин йәш саҡта телевидениеға күсеп, бер нисә ай эшләп ҡарағайным, оҡшатманым. Ҡайһы саҡта бер-беребеҙҙе алмаштырырға ла тура килә, әммә кеше булмағанда, дауаханала ятҡан килеш, машина ебәреп алдырып, спектаклде ҡуйған саҡтар ҙа булды. Киләсәктә йәштәрҙең булмауы – театр өсөн ҙур һынау ул. Шуға ла уларҙы йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыу мөһим.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналыбыҙҙың март һанында (2026) уҡығыҙ
Айзилә Мортаева әңгәмәләште
А. Королев фотолары