

Йә, Раббым! Тормош һынауҙары менән төрлөсә һынайһың: кемделер ауыр ҡартлыҡта, кемделер матур йәшлектә. Ауырыу биреп тә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөп тә, байлыҡ-фәҡирлек менән дә... Ошо һынауҙарҙы сабырлыҡ, рухи көс, төплө иман-ғилем, намыҫ, күркәм холоҡ менән үтергә насип ит! Тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә дәрт-дарман бир! Үҙ юлыңа – тура юлға күндер! Амин!
* * *
Йә, Раббым! Ауыр саҡта таянырға – иңдәр, йығылғанда бирергә – ҡулдар, тойорға – күңел, аңларға – йөрәк һәм аҡыл, йәшәргә һыу, һауа, көс, ҡояш, тыныс күк йөҙө булһын! Ныҡлы һаулыҡта, ғаилә именлегендә, күңел тыныслығында йәшәргә насип ит! Ике донъя бәхетенә ирештер! Амин!
* * *
Йә, Аллаһ! Тормошобоҙҙоң маҡсаты донъяла мал йыйыу түгел, мәғәнәле йәшәү булһын! Бөйөк көс беҙҙе бар иткән икән, бөтә күңел менән уға ғибәҙәттәр ҡылып, кешелек өсөн изгелектәр эшләп, биргән ниғмәттәргә риза булып йәшәргә өйрәнәйек! Хата-гонаһтарыбыҙ өсөн йә ҡойма ямғыры, йә борсағы, йә дауылы, йә ҡоролоғо, йә һуғышы, йә башҡа һынауҙары килеп тора. Тик аңлап ҡына етмәйбеҙ шул! Йә, Аллаһ! Шуларҙы аңлар өсөн барыбыҙға ла рух ныҡлығы, тәүфиҡ, көслө иман, тәҡүәлек, ғилем бир! Тура юлыңа баҫтыр, аҙашҡандар юлынан йөрөтмә! Күңелебеҙгә оло ҡәнәғәтлек, йыуаныс бир! Амин!
* * *
Йә, Раббым! Был яҡты көндәребеҙҙе һәм ҡалған ғүмеребеҙҙе сауаплы ғәмәлдәр ҡылып, файҙалы хеҙмәттәр менән, хәйерле хәләл ризыҡтар һәм бәрәкәттәр менән уҙҙырырға насип ит! Ҡаты сир-зәхмәттәрҙән, тилмереп кеше ҡулдарына ҡалыуҙан, яман сирҙәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, яман телдәрҙән, яман күҙҙәрҙән һаҡла! Кәм-хур булып, кеше аяҡ аҫтарына төшөүҙән, насар яҡтан кеше телдәренә кереүҙән һаҡла! Амин!
* * *
Йә, Раббым! Таҙа күңел менән йәшәү, кешеләрҙе уйлау, иман, ихласлыҡ һәм башҡа ҡиммәттәр теләһә ҡайһы аҫылташтарҙан да ҡиммәтлерәк! Ошо хәҡиҡәтте бөтә йөрәк менән ҡабул итә алырлыҡ көс, дәрт-дарман бир! Өс көнлөк донъяла тура юлыңдан тайпылдырма, изге ғәмәлдәребеҙҙән айырма! Ил-йортобоҙҙа тыныслыҡ булдыр! Амин!
* * *
Йә, Раббым! Биргән ғүмерҙәрең өс көн кеүек кенә... Асыу тотоп йөрөү – ҙур гонаһ, кисерергә өйрәнәйек, үпкә һүҙҙәрен дә әйтергә ашыҡмайыҡ, бер аҙ һыуынайыҡ. Шатлыҡтарҙы бүлешеп, ҡыуаныстарҙы уртаҡлашып, кешенең уңышына һөйөнөп, бәлә-ҡаҙаларһыҙ, күңел тыныслығында, тәүфиҡта, ныҡлы иманда бәхетле ҡартлыҡ кисерергә насип ит! Өс көнлөк ғүмер заяға үтмәһен, ҡәҙерҙәрен беләйек! Амин!
* * *
Йә, Раббым! Донъя – тәрән диңгеҙ кеүек. Күп кешеләр унда батҡандар. Кәмәң (көймәң) – тәҡүә,
йөгөң – иман, хәлең тәүәккәл булһа, өмөтөңдө өҙмә – ҡотолорһоң! Йә Раббым! Ғүмер бер генә бирелә – ҡәҙерен белеп, ваҡытты бушҡа исрафламай ғилем алырға насип ит! Кеше көнлө итмә, зирәк зиһен, камил аҡыл менән йәшәргә яҙҙыр. Киләһе көнгә матур тормош өмөт итәйек! Амин!
* * *
Йә, Раббым! Дәрәжә бирһәң – түбәнселек тә бир, матурлыҡ бирһәң – оятсылыҡ та бир! Ғүмер бирһәң, һаулыҡ та бир: зирәк зиһен, камил аҡыл менән йәшәт! Кеше көнлө итмә! Бик күптәр хаттин аша – уларға тәүфиҡ, иман бир, үҙ асылдарына ҡайтарырға ярҙам ит! Амин!
* * *
Йә, Раббым! Бирсе беҙгә дауа! Үләндән – шифа, доғанан – сихәт, ата-бабаларҙан – һәләт, китаптарҙан – хикмәт, ғаиләләребеҙгә – ҡот һәм бәрәкәт, күҙебеҙгә – нур, аш-һыуға – тулы ҡор, бөтмәҫ дәрт-дарман, күңелебеҙгә – иман! Имен-һау булайыҡ! Амин!
* * *
Йә, Раббым! Йәндәребеҙгә – нур, юлдарыбыҙға – яҡтылыҡ, үҙебеҙгә – һаулыҡ, йорттарыбыҙға – именлек, ризығыбыҙға бәрәкәт бүләк ит! Ураҙа тотоусыларға сабырлыҡ бир, ураҙаларын ҡабул ит! Барына шөкөр итеп йәшәргә насип булһын! Амин!
Фото А. Королев