+6 °С
Облачно

Бер мәсьәләгә ҡараш Көтөүсене көткәндә

«Уҡымаһаң, көтөүсе булаһың», – тип янай торғайны элек малайҙарға уҡытыусылар. Көтөүсе шулай наҙанлыҡ күрһәткесе булдымы икән? Ә бына мин ат өҫтөндә лә китаптан айырылмаған көтөүселәрҙе беләм. Һәм бөгөн инде, көтөүселәргә ҡытлыҡ булған заманда, һәр ауыл балаһы был һөнәрҙе үҙ елкәһендә бер тапҡыр булһа ла татығандыр, шулай бит.

Бер мәсьәләгә ҡараш Көтөүсене көткәндәБер мәсьәләгә ҡараш Көтөүсене көткәндә
Бер мәсьәләгә ҡараш Көтөүсене көткәндә

Көтөүсе булмағандан һыйыр, ат ауыл һәм хатта ҡала урамдары буйлап йөрөгән, оло юлға сығып фажиғә яһаған осраҡтар ҙа йыш. Ҡарауһыҙ малды урлап та китәләр. Күҙ терәп торған һыйырын йә тотош йылҡы өйөрөн юғалтыусылар тураһында ла ишетелеп тора. Электр көтөүсеһе ҡуйғандар ҙа, күҙ-ҡолаҡ булырҙай тере кешегә етмәй, тиҙәр. Һәм был бәләләрҙән арыныу юлы бер генә – көтөүсе ялла. Тик бында ла проблема икән: көтөүсе булырға теләгән кеше юҡ. Булғанда ла, бик аҙ. Ниңә улай? Шулай уҡта көтөүсе һөнәре ауырмы, әллә башҡа сәбәптәре бармы? Шуны асыҡлайбыҙ халыҡтан.

Дәүләкән районының Алға ауылынан Альбина Сәлихова:

– Әле ауылда сама менән 60-лап ҡына баш мал ҡалды. Көтөүсе   булмағандан күрше-тирә ауылдар электр ҡоролмаға күсеп бөттө. Беҙҙә әлегә сиратлап көтәбеҙ. Сыға алмағандар көнөнә ике мең һум аҡса түләп кеше яллай. Күрше Иҫке Шәрип ауылында, был хаҡты түләүҙән тыш, көтөүсене өс тапҡыр ашаталар ҙа. Мәҫәлән, Ҡоръятмаҫта һәр урамдың үҙ «көтөүсеһе» булдырылған, ҡайһы урамдарҙыҡы хатта бер нисәү, үҙҙәренә айырым тотоусылар ҙа бар. Беҙгә мал башына түләп көттөрөү отошло түгел. Шулай, малды өҙмәҫкә, ауыл ғәҙәттәрен юғалтмаҫҡа тырышабыҙ.

 

Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Ваис Лутов:

– Мал тотоусылар йылдан-йыл кәмей. Бөгөн ауылдың 85 хужалығында 180 баш мал бар.  Беҙҙең мал яланда иркенләп йөрөп өйрәнгән, шуға халыҡ заман ҡоролмаһын ҡуйырға ашыҡмай. Кеше менән техниканы сағыштырып булмай бит,  ауылдаштар сиратлап көтөүгә ризалаша. Ваҡ мал да, эреһе лә бергә йөрөй. Алты һарыҡ һәм бер баш эре мал өсөн бер көн  көтәбеҙ. Мөмкинлектәре булмағандар көнөнә өс мең һум түләп кеше яллай.  Буш булғанда мин дә ялланып аҡса эшләп алам. Техника менән бесәндә ярҙам иткән танышыма бушлай ҙа көтәм. Әйтеүҙәренсә, күрше Уральск ауылында мал көтөү тағы ла ҡыйбат, бер айҙа 300 мең эшләп алырға була. Һанап ҡараһаң, күп кеүек тә бит, әммә көтөүселәр үҙенә тейешле был хаҡты ваҡытында ала алмай, сөнки кеше  өҙөп-йолҡоп, бүлеп түләй, шул арҡала был эшкә ризалашыусылар ҙа юҡ тиерлек.

 

Учалы районының Ҡобағош ауылынан Жәмил Лоҡманов:

– Ситтән ҡараһаң, мал көтөүҙең ни ҡыйынлығы, сыбыртҡың менән һыйыр артынан эйәр ҙә йөрө, тип уйларға була, әммә һәр эштең үҙ нескәлеге бар. Былтыр ауылдың 103 баш малын көтөргә ризалаштым. Мал башына бер мең һум хаҡ ҡуйылды. Тик тейешле аҡсаны алып булманы. Күптәр мал башын да дөрөҫ яҙҙырмаған, һөҙөмтәлә – көтөүгә тейеш булғандан күберәк мал йөрөнө. Тәүге ай ямғырлы булды, шул арала малды саҡ өйрәтеп алғайныҡ, бесән етте һәм күптәр, килешеүҙе боҙоп, малын бөтөнләй ҡыумай башланы. Көтөү алғанда 103 башҡа планлаштырған иҫәп килеп сыҡманы. Эш хаҡын йыйып алыу ҙа мең бәлә булды. Ҡыҫҡаһы, халыҡ көтөүсенең ҡәҙерен белмәй.

 

Белорет районының Сермән ауылынан Айытбай Әйүпов:

– Көтөүсе булырға теләгәндәр юҡ хәҙер. Ситкә сығып китһә китә кеше, ауылдың был миҙгелле эшен һанға һуҡмай. Ярай әле электр көтөүсеһе уйлап таптылар. Беҙ был ҡоролманы ауылға биш йыл элек ҡуйғайныҡ. Булмағанды көтөп ултырған кеүек түгел, хәҙер мал урам буйлап аҙып-туҙып йөрөмәй. Көтөүсе эҙләп, сират билдәләп тә мәшәҡәтләнмәйбеҙ. Барнаул сығарған ҡоролманы бер тапҡыр түләп алдыҡ та оноттоҡ, әлегә зарланмайбыҙ. Гарантия ваҡыты ла яҡшы ғына, йәшен атҡандан һуң Өфөлә бер һүҙһеҙ яңыһына алыштырып бирҙеләр. Әлегә тиклем аккумулятор менән ине, быйыл электрға тоташтырҙыҡ. Ун мең вольт менән эшләй, мал өсөн зыянлы түгел, бары уны ҡурҡытырлыҡ ҡына ток бирә. Бер-ике һуғылған һыйырҙар башҡаса уға яҡынламай.  Хәҙер  улар ҙа ҡоролмаға өйрәнеп бөттө, ҡайтыу ваҡыты еткәс, сығыу яғына килеп, асҡанды көтөп тора. Элек ҡарауһыҙ йөрөгән мал  себен, күгәүендән ҡасып  ауыл эсенән үткән оло юлға  сыға, водителдәргә хәүеф тыуҙыра ине. Техник ҡоролма был проблеманы ла хәл итте. Тик уртаҡ мөлкәткә һаҡсыл ҡараш кәрәк, һәр кем үҙенеке кеүек тотонһа, бер мәшәҡәтһеҙ оҙаҡ ваҡыт эшләй аласаҡ.

 

Нисек кенә булмаһын, кеше тормошон еңелләштереп,  ҡатмарлы хәлдәрҙе аҡыл менән  йырып сығырға булышҡан ҡорамалдарға ыңғай ҡарау кәрәктер. Уларға сараһыҙлыҡтан ҡотолоу юлы тип түгел, традицион һөнәрҙе юғары кимәлгә күтәргән үҫеш тип ҡарау ҙа дөрөҫөрәк   булыр.  Бындай аҙым киләсәктә интеллектуаль малсылыҡты ла үҫтерер,  сыбыртҡы урынына смартфон тотҡан, малын спутник аша ғына күҙәткән көтөүселәр ҙә булыр әле, тигән ышаныс тыуҙыра.  Был осраҡта инде көтөүсе образы ла, статусы ла тулыһынса үҙгәрер һымаҡ.

 

Эльза Мөхәмәҙиева.

 

Фото А. Нурмөхәмәтов

Автор:
Читайте нас