+6 °С
Облачно

Ҡултыҡ аҫтынан насар еҫ сыҡмаһын өсөн еңел һәм ябай ысул

Магазин дезодоранттары антиперспиранттар тирләүҙе тотҡарлай, күҙәнәктәрҙе ҡаплай. 

Ҡултыҡ аҫтынан насар еҫ сыҡмаһын өсөн еңел һәм ябай ысулҠултыҡ аҫтынан насар еҫ сыҡмаһын өсөн еңел һәм ябай ысул
Ҡултыҡ аҫтынан насар еҫ сыҡмаһын өсөн еңел һәм ябай ысул

Сода башҡаса эш итә: ул дымлы йылы мөхиттә үрсегән бактерияларҙың насар еҫенең сәбәбен юҡҡа сығара. Тире тын алыуын дауам итә, тир тәбиғи рәүештә бүленеп сыға, әммә еҫ барлыҡҡа килмәй. Кейемдә бер ниндәй ҙә эҙ, аллергия, уңайһыҙлыҡ булмай. Ул эретмәне ошолай әҙерләйбеҙ: бер стакан йылы һыуға бер аш ҡалағы соданы иретегеҙ. Мамыҡ дискыны йәки тампонды сожалы һыуға манып, ҡултыҡ аҫтын һөртөгөҙ. Эретмәне һиптергесле флаконға һалып, спрей итеп ҡулланырға мөмкин. Тәмле еҫ сыҡһын өсөн бер нисә тамсы эфир майы — сәй ағасы, лаванда йәки розмарин өҫтәргә була.

А. Королев фотоһы

Автор:
Читайте нас