

Мин аңланым
Төн ҡосағын һалҡын, тиер инем,
Әлдә әле яңғыҙ түгелмен.
Кешелектең үгәй балаһы ла,
Меҫкен мосафир ҙа түгел мин.
Ауыр йылдар, борма юлдар үтеп
Мин аңланым кеше асылын.
Сикһеҙ ҡөҙрәт, үлемһеҙ йән, зиһен
Тик үҙеңдә, һиндә асыла.
Заманды ла, һалҡын, тип әрләмә,
Һынау тота Ваҡыт үҙе лә.
Үҙәк – йөрәк. Шул үҙәкте урап
Әйләнә ер, ҡояш, күге лә.
Сикһеҙ ҡөҙрәт, сикһеҙ һөйөү көсөн
Хаҡ Тәғәлә биргән кешегә.
Ә ул үҙен үҙе аҙаштырған,
Үҙ асылын тапмай өшөгән.
Уҙаман
Ир ҡайғыһы ил булыр,
Ирле илдәр һил булыр.
Ил яҙмышын иңгә һалған
Арыҫлан да ир булыр.
Елдәй еңел йәшәүҙән,
Тик табында йәшнәүҙән,
Йөрәгеңде бикләп ҡуйып,
Ғүмерлеккә бәҫләүҙән
Ҡурсып ҡалһа намыҫың –
Яҡты һинең яҙмышың.
Кис ине...
Кис ине,
Зәңгәрләнгән кис ине.
Һүнеп барған май шәмендәй,
Телгә тейгән бал тәмендәй
Ләззәт биргән кис ине.
Һаҡ ҡына,
Уй-ниәтем аҡ ҡына,
Бер сәскәгә күҙ һалдым.
Күрҙем йондоҙ атылғанын –
Күңелемә ҡуҙ алдым,
Мәңге баҙлар ҡуҙ һалдым.
Һиңә
Аҡ ҡайындың һары япрағына
Әйләнде лә ваҡыт ағыштары –
Шыбыр-шыбыр килеп ергә яуа,
Һиңә оса минең һағыштарым.
Моңһоу тәҙрәм аша ҡарап торам
Күктә йөҙгән аҡһыл болоттарға.
Көҙгө елдәр ниңә йән өрмәй һуң
Һинһеҙ шиңеп барған минуттарға?
Көҙгө һағыш әрем һуты икән,
Белә тороп тәмләп эсәһең һин.
Сәстәр менән сәстәр бәйләнеүен
Яҙҙы көткән һымаҡ көтәһең һин.
Көҙ етә
Көҙ етә. Урман һағышлы –
Күмелә һары төҫкә.
Мин дә яйлап күнегәмен
Дымлы-әскелтем еҫкә.
Ҡояш инде тоноғораҡ,
Көндәр инде ҡыҫҡараҡ.
Тиҙҙән ҡоштар ҡанат ҡағыр,
«Һау бул!» – тиеп ҡысҡырып.
Оҙаҡ-оҙаҡ ҡарап торам
Болот йөҙгән күктәргә.
Моңһоу мәлдә әйткем килә
Үҙемә һәм күптәргә:
«Көҙ етә, тип бошонмайыҡ –
Миҙгел шулай бәүелә.
Ана, күккә торналар ҙа
Оҙон, һорғолт бау элә».
Маңлайға ла һырҙар ятҡан,
Гүйә, көҙгө бураҙна.
Әй, күңелем, борсолмасы,
Тыныслансы бер аҙға.
Буралағы тос орлоҡтай,
Зиһен камил һәм яҡты.
Ғүмер көҙгә ауыша, тип
Тәҙрәмде Ваҡыт ҡаҡты.
Яҙ һауаһы
Яҙ һауаһы иҫертә лә,
Яҙ һауаһы тилертә.
Шиңгән, һүнгән хистәремә
Тылсым өрә, терелтә.
Бер туңамын, бер янамын,
Ярһый йөрәк, ашҡына.
Томан баҫҡан йылдар аша
Күрәм һине саҡ ҡына.
Ҡулдарыңда аҡ гөлләмә,
Көтәһең мине әллә?
Юғалма, зинһар, юғалма,
Бер иркәлә, бер йәллә!
Иркәлә һуңлап булһа ла,
Йәллә аҙашҡан өсөн.
Мөхәббәттең пар ҡанатын
Һаҡһыҙ ҡанатҡан өсөн.
Йылына, тиҙәр...
Ерҙе йылына, тиҙәр...
Ә мин өшөнөм.
Ер йылыһы ғына етмәй,
Һиҙәм, төшөнәм.
Иңемдәге затлы тун да
Йылытып бөтмәй.
Аңлайым, йән йылытырға
Дуҫтарым етмәй.
Мәңгелеккә берәм-берәм
Юғала дуҫтар.
Яңғыҙлыҡтан кеше йәне
Өшөргә дусар.
Фото В. Демешова