+6 °С
Облачно

Тайыповтар балаларын башҡортса һөйләшергә нисек өйрәтә?

Балалары менән саф башҡортса аралашҡан ғаиләләрҙең береһе ул - Тайыповтар ғаиләһе. Бөгөн беҙ Нәргизә Тайыповаға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Тайыповтар балаларын башҡортса һөйләшергә нисек өйрәтә?Тайыповтар балаларын башҡортса һөйләшергә нисек өйрәтә?
Тайыповтар балаларын башҡортса һөйләшергә нисек өйрәтә?

– Хәҙерге балалар «телефон тотоп тыуа». Бөгөн донъяны төрлө гаджеттарһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, ә улар башҡортса «һөйләшмәй». Баҡсала, мәктәптә, урамда күберәк башҡа телде ишетәбеҙ. Уйындар, телевизион тапшырыуҙар – башлыса рус, хатта сит телдәрҙә. Ошондай шарттарҙа балаларыбыҙға нисек туған телде өйрәтергә? Бәпестәребеҙҙең теле башҡортса асылһын өсөн ни эшләргә? Тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.

 

– Ҡапҡаны асып ингәс тә башҡортса һөйләшәбеҙ, ти Дамир. Урамда, балалар баҡсаһында русса аралашалар. Телевизорҙан төрлө йәнһүрәт ҡарайҙар. Руссаға күсергә генә торалар, әлбиттә, бындай осраҡта иҫтәренә төшөрөргә тура килә. Ул – көндәлек эш. Атайҙарының бер «лайфхагы» бар: русса өндәшһәләр, «ишетмәй» ҙә ҡуя.

– Ғәҙәттә балалар баҡсаға, мәктәпкә барғас, рус теленә күсә. Һеҙҙең улай булманымы? Бындай күренеш менән нисек көрәшәһегеҙ? Башҡорт төркөмөнә барыу ғына мәсьәләне хәл итәме? Ниндәй пландарығыҙ бар?

 

– Беҙҙең балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө юҡ. Сараның бер тәрбиәсеһе Гөлнара Ҡәнзәфәр ҡыҙы үҙ итеп башҡортса һөйләшә, шиғырҙар бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡа милләттәштәребеҙ балалары менән русса аралаша.

Башҡорт төркөмө асыу ғына мәсьәләне хәл итәме икән? Йыш ҡына күп нәмә ҡағыҙҙа ғына ҡалғаны сер түгел бит. Бер бала ла үҙ телендә һөйләшмәгән башҡорт төркөмдәре булғанын ишетеп беләм. Шуға ла яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу кәрәктер барыбер.

– Бала булған ерҙә батша юҡ, тиҙәр. Туған телгә һөйөү тәрбиәләйем тип ҡыҙыҡлы хәлдәргә осрағанығыҙ бармы? Бәлки,  үкенестәрегеҙ булғандыр?

 

– Танышыбыҙҙың балаһы «мама, папа» тип йөрөй. Тышта уйнап йөрөгәндә, ҡыҙыма эйәреп, миңә – «әсәй», Дамирға «атай» тип өндәшә башланы. Беҙҙең исемебеҙ шулай тип уйлаған. Башҡорт кешеһе өсөн ниндәй ҙур мәғәнәгә эйә «әсәй» һүҙе ул балаға һис ни аңлатмай, ул уны бөтөнләй сит кешегә лә әйтә ала. Иҫ киткес ҡыҙғаныс...

–  Баланың телмәрен байытыу өсөн ниндәй уйындар уйнатаһығыҙ? Ниндәй тапшырыуҙар, йәнһүрәттәр ҡарайһығыҙ?

 

– «Бесәй, сәй, айыу, бал, май» уйыны. «Әлләсе»не ололар менән уйнайбыҙ, бәләкәстәр ҡушылып китә. «Балалар» проекты йәнһүрәттәрен ҡарайҙар.

– Тимәк, иң мөһиме – аралашыу. Ғөмүмән, беҙ, атай-әсәйҙәр, телебеҙҙе үҫтереү өсөн нимәләр эшләй алабыҙ? Ниндәй кәңәштәрегеҙ бар? Теләктәрегеҙ?

 

– Беҙгә өҫтән көтөп ултырыу хас, килешәм. Шул уҡ ваҡытта төрлө сәбәптәр менән бар кеше лә ҡайҙалыр барып, талап итеп йөрөй алмай. Мин, ябай әсәй булараҡ, нимә эшләйем? Балаларым менән көн һайын үҙ телебеҙҙә аралаша алам. Баймаҡта йәшәйһеңме, Йылайырҙамы, Өфөләме – бер кем дә һиңә өйҙә балаларың менән үҙ телеңдә һөйләшергә ҡамасауламай. Бер ҡарағанда, был шул тиклем ябай ғәмәл, уны, эшкә һанамай, «юҡҡа сығарырға» ла мөмкин. Әммә, икенсе яҡтан ҡарағанда, ул шул тиклем иғтибар һәм күңел талабы кәрәк булған ғәҙәти, көндәлек ҙур эш.

– Бөгөнгө һөйләшеүҙең һығымтаһы шул: бала телде тәбиғи итеп, еңел үҙләштерһен өсөн иң мөһиме – ғаиләлә туған тел мөхите булдырыу. Туған тел – балаға атай менән әсәйҙән бирелгән иң ҡәҙерле, изге бүләк ул. Был хазинаны беҙ ҙә нисек ҡабул итеп алһаҡ, шулай уҡ үҙ балаларыбыҙға тапшырырға бурыслыбыҙ.

 

Гөлшат ҠУНАФИНА.

 

А. Королев фотоһы.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас