+18 °С
Облачно

"Атайсал – Ватан көсө" форумында – этномода

Кисә Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында "Атайсал – Ватан көсө" V юбилей форумы гөрләне. Унда етәксе, меценат, ирекмән,  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – үҙ еренең, Атайсалының илһөйәрҙәре ҡатнашты. Сара башында стилләштерелгән башҡорт кейемдәрен күрһәтелде, сөнки форум Милли кейем көнө менән бер көнгә тура килде. Этномода Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" проекты, "Һылыуҡай" моделдәр агентлығы һәм башҡорт кейеме дизайнерҙары тарафынан ойошторолғайны һәм унда заман кейемдәре күргәҙмәһе тәҡдим ителде.

"Атайсал – Ватан көсө" форумында – этномода"Атайсал – Ватан көсө" форумында – этномода
"Атайсал – Ватан көсө" форумында – этномода

Сарала башҡорт милли кейемен реконструкциялаусы Гөлсөм Хөсәйенованың, "Сәрби" ательеһы етәксеһе, Евразия этнодизайнерҙар ассоциацияһы ағзаһы Саимә Хәсәнованың, "Ай-бренд" брендына нигеҙ һалған Артур Исҡужиндың, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың, Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматоваларҙың “Минзифа” коллекциялары тәҡдим ителде.

Сара башында ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәләмләне һәм Милли кейем көнө менән ҡотлап, башҡорт милли кейеменең үҙенсәлектәрен билдәләп үтте.

Дизайнер Саимә Хәсәнованың "Күңел көйҙәре" коллекцияһы "башҡорт кодын" һаҡлауға һәм популяорлаштырыуға йүнәлтелгән.

–Бөгөн беҙ эшебеҙҙә түбәтәйҙәрҙең тарихи формаларын, традицион төҫтәрен һәм сигеүҙәрен ҡулланабыҙ, изделиеларҙы заманса тенденцияларға яраҡлаштырабыҙ. Беҙҙең түбәтәйҙәр йәштәрҙә лә, өлкәндәрҙә лә ҙур ихтыяж менән файҙалана, – тине һәләтле дизайнер.

Гөлсөм Хөсәйенованың "Хан ҡыҙы" коллекцияһы музей өлгөләре һәм архив фотоһүрәттәре нигеҙендә булдырылған. Уның теккән кейемдәренең үҙенсәлеге - боронғо туҡымалар, ысын биҙәүестәр һәм тәбиғи мәрйендәр ҡулланылыуында.

Дизайнер ҡатын-ҡыҙҙар араһында берҙән-бер ир-егет - Артур Исҡужин. "Ай бренд" командаһын булдырған егет күптән түгел Ҡырғыҙстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарынан булып, унда үҙенең кейем брендын күрһәтеп ҡайтты:

  • Ҡырғыҙстанда күп яңы кешеләр менән таныштым, яңы идеялар менән байыным. Беҙҙең кейемдәр көндәлек тормош өсөн булдырылған, тәбиғи материалдарҙан тегелгән һәм башҡорт символикаһының стилен һәм этник элементтарын берләштергән заманса кейем, - ти Артур.

Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың"Муллыҡ" этноколлекцияһында авторҙың картиналары замандаштарыбыҙ кейеменә күсерелгән.

Күренекле дизайнерҙар Әлфиә Һәм Гөлфиә Хамматовтар милли кейем элементтары менән биҙәлгән заманса ҡатын-ҡыҙ кейеме коллекцияһын тәҡдим итте.

Халыҡтың тарихын, йолаларын, йәшәү рәүеше үҙенсәлектәрен сағылдырған милли кейемдәрҙең хәҙерге дизайнерҙар коллекцияларында ла ҡулланылыуы, уларға рух, идея биреүе шатландыра.

 

Фото Светлана Садыҡова

"Атайсал – Ватан көсө" форумында – этномода
"Атайсал – Ватан көсө" форумында – этномода
"Атайсал – Ватан көсө" форумында – этномода
"Атайсал – Ватан көсө" форумында – этномода
"Атайсал – Ватан көсө" форумында – этномода
"Атайсал – Ватан көсө" форумында – этномода
"Атайсал – Ватан көсө" форумында – этномода
"Атайсал – Ватан көсө" форумында – этномода
"Атайсал – Ватан көсө" форумында – этномода
"Атайсал – Ватан көсө" форумында – этномода
Автор:
Читайте нас