Ҡамырын эшләү
Бер шәшке һыуға яҡынса өсәр аш ҡалағы үҫемлек майы, майонез, ярты сәй ҡалағы тоҙ һалып, йомшаҡ, майлы, ҡамыр баҫабыҙ.
Эслек
Уртаса ҙурлыҡтағы өс-дүрт картуф, майлы ит, бүтәкә, йөрәк, бауыр, ҡаҙ тәпәйе, ҡаҙ муйыны, ике ҙур башлы һуғанды турайбыҙ, тоҙ, борос һалып болғайбыҙ.
Ҡамырҙы өс өлөшкә бүләбеҙ (беренсеһе ҙур, икенсеһе бәләкәйерәк, өсөнсө өлөшө иң бәләкәйе – уныһы ҡамыр ҡапҡастың уртаһындағы тишекте ҡаплау һәм бәлештең өҫтөн биҙәү өсөн). Ҙур өлөшөн уҡлау менән ярты см ҡалынлығында йәйәбеҙ. Ҙур өлөшөн табаның төбөнә ситтәрен күтәреп түшәйбеҙ. Эслекте һалғас, икенсе өлөшөн дә өҫтөнә ҡаплайбыҙ, ситтәрен йәбештереп, өҫтөн семәрләп, уртаһына тишек тишеп, ҡаплағас, мейескә оҙатабыҙ. Бер сәғәттән һуң ҡапҡасындағы “бөкө”нө алып, эсенә һурпа йәки эҫе һыу ҡоябыҙ.
Тағы бер сәғәттән һуң ҙур бәлеште мейестән алабыҙ.
Фото Гөлнара Галина