+11 °С
Облачно

Беҙҙең журнал апайҙары

Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова - беҙҙә һәр саҡ көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ. Ҡунаҡ ҡына түгел, беҙҙең тарих, нигеҙ һәм мәртәбә. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының легендар баш мөхәррирҙәренең береһе.

Беҙҙең журнал апайҙарыБеҙҙең журнал апайҙары
Беҙҙең журнал апайҙары

– Баш мөхәррир булып эш башлағанда миңә ни бары 29 ғына йәш ине. Журналдың тәүге мөхәррире күренекле шағирә Кәтибә Кинйәбула-това пенсияға сығыр алдынан: «Гөлфиә, үҙемдән һуң мөхәррир итеп һине тәҡдим итмәксемен, Сибайҙа партияға инеп кил», – тип сәләм дә ебәргәйне, тик 24 йәшлек ике бала әсәһен кем обком журналына баш мөхәррир итеп ҡуйһын инде, тип уйланым.

Сибай педагогия училищеһында өс йыл уҡытҡандан һуң Өфөгә килеп, тәүҙә «Совет Башҡортостаны» һәм «Пионер» журналдарында эшләнем. «Пионер» журналында яҙыусы Динис Бүләков ағайҙа һәйбәт кенә хеҙмәт итеп йөрөйөм. Бер мәл, яҙғы матур таңда, ғәжәп бер төш күреп уяндым. Ғәҙәти түгел ул, төш менән өн араһындағы халәт инде. Тәүҙә ҡола-ғымдамы, әллә күңелемдәме әйтеп аңлата алмаҫлыҡ моңло ла, серле лә тауыш менән ҡыңғырау сыңлап алды, унан һуң рәсми тауыш яңғырағандай булды: «Һине вазифаң буйынса үрлә-тәсәктәр!» Уянып киттем. Ошондай тылсымлы төштәрҙе элек тә күрә инем. Тормошомдағы боролошло саҡтарҙа була ундай хәлдәр.

Шундай шәп кәйефтә эшкә барһам, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире фажиғәле рәүештә һәләк булған. Бер редакция ла йүнләп эшләрлек хәлдә түгел. Һүҙ бары вафат булған апай хаҡында. Минең күңе-лемдәге яҡтылыҡты болот ҡапланы. Бер ҡатта эшләгәс, көн дә аралашып торолдо, яҡташым да бит әле. Ул да, пенсияға китәм, урыныма һине тәҡдим итмәксемен, тип редколлегияға индер-гәйне, йыш ҡына төрлө темаға мәҡә-ләләр яҙырға ҡушты. Күпмелер ваҡыттан һуң, баш мөхәррир эҙләйҙәр икән, тигән хәбәр таралды. Рәми ағай ҙа вафат ине ул саҡта. Кандидаттар араһында үҙемдең исем дә булыу мөмкинлеге башыма ла инеп сыҡмай. Бер аҙҙан КПСС Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Закир улы Шакировҡа алып инделәр. Ул сәйәсәткә лә, ил тормошона ла, журналистика мәсьәләләренә лә ҡағылышлы һорауҙар бирә, мин йылмайып ҡына яуап ҡайтарам. Бер мөһим һорау алдында ҡаушаным шулай ҙа: «Башҡортостан ҡыҙы»ның тиражы күпме? – ти секретарь. Вазифа мәсьә-ләһе онотолдо: белмәйем дә баһа. Үҙем эшләгән «Пионер» журналын һораш-һалар ни була инде? Башыма ингән һанды әйттем: алтмыш биш мең! «Мөхәррир булғас, был һанды йөҙ меңгә еткерһәң, машина бирәм», – ти Миҙхәт Закир улы. Ул саҡта редак-цияның машинаһы юҡ ине. Һүҙендә торҙо республика етәксеһе. Ә 65 меңде «күктән» алып ҡына әйткәйнем, ҡайтҡас ҡараһам, ысынлап та, шулай булған. Мөғжизә тимәй, ни тиһең. «Бына киләһе бюрола һине мөхәррир итеп тәғәйенләйәсәкбеҙ, бөтә СССР-ҙа партия матбуғатында иң йәш етәксе буласаҡһың, йәшмен, тип «поблажка» көтмә!» – тип ҡаты ғына киҫәтте лә хужа. Мин өндәшмәнем. Йәш кешелә үҙ-үҙеңә ышаныс көслө була бит инде. Эстән генә: «Һеҙҙән «поблажка» өмөт итеп эшләмәҫмен әле», – тип уйлап ҡуйҙым (көлә). Был саҡта әле ғүме-ремдең артабанғы сирек быуатҡа яҡын дәүере «Башҡортостан ҡыҙы» менән үрелере башыма ла килмәй.

 

– Журналдың маҡсаты, идеоло-гияһы, роле ниндәй ине?

Гөлфиә Юнысова:

– Журналыбыҙҙың идеологияһын Өлкә комитетының ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-мәҙәни журналы, тигән исеме билдәләгәндер. Ә инде маҡсатына килгәндә – ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормош, хеҙмәт, ял шарттарын яҡшыртыуға рухи иптәш, һәр төрлө закон боҙоу-сыларҙан яҡлаусы, эш тәжрибәләре, ғаилә, бала тәрбиәләү йүнәлешендәге мәсьәләләр, үҙ-ара аралашыу буйынса серҙәш, тоғро дуҫ булды. Уның рубрикалары ла йөкмәткеһен асалыр: әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәре менән таныштырыу, уларҙың сығыштары, әңгәмәләр, «түңәрәк өҫтәлдәр». Күренекле һәм йәш яҙыусыларҙың яңы әҫәрен дә көтөп алды уҡыусылар.

Баҫма – әле лә ғаилә, төрлө йәштәге һәм һөнәрле ҡыҙҙарыбыҙға арналған, уларҙың хеҙмәткәр, әсә, ветеран, ғөмүмән ҡатын-ҡыҙ булараҡ уй-хыялдарын, тормоштарын, киләсәккә пландары менән таныштырған өҫтәл журналы, иң яҡын серҙәш булып ҡалалыр, тип уйлайым. «Заман башҡа – заң башҡа», тиҙәр бит. Ваҡыт менән бергә кисерештәр ҙә, талаптар ҙа, шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә үҙгәрә, әлбиттә. Бөтөнләй икенсе сәйәси формацияларҙа йәшәйбеҙ бит.

 

– Эшегеҙгә ғаиләгеҙҙең мөнәсә-бәте нисек булды? Тылыбыҙ ныҡлы тип, борсолмай, вазифағыҙға башкөллө сумып эшләй алдығыҙмы?

Гөлфиә Юнысова:

– Мирас ағайығыҙ ҙа ижад кешеһе бит, аңланы. Сәфәр юлланғанда: «Командировкаға сыҡтым», тигән яҙыу ҡалдырыу ҙа етә. Ә өйҙә күпселектә  ғаилә дилбегәһе – ҡатындар ҡулында. Мирас ағайығыҙ ғаилә тормошоноң күпселек мәсьәләләрен хәл итеүемә өйрәнеп тә бөткән ине, сөнки тотош халыҡ проблемаларын хәл иткән депутатмын да бит. Ашарға әҙерләү, иҙән, кер йыуыу, шиғыр яҙыу – төн иҫәбенә. Килеп тороп туғандар күп, йыш ҡына беҙҙә ҡуна ҡалалар. Хатта Мәскәүҙән ялға ғына ҡайта һалып, бөтә өй эштәрен башҡарып, кире юлға сыға инем, балаларҙың әйберҙәрен машинка менән түгел, ҡәҙерләп ҡул менән йыуҙым.

«Аҙна» гәзитендә эшләгән саҡта, өлгөрә алмаған мәлдәрҙә бер ҡатын ярҙамға килә торғайны, онотҡанда бер иҙәндәрҙе һөртөп ала, күбеһенсә  сөкөрләшеп сәй эсәбеҙ. Бер мәл был ҡатын иҙән йыуып йөрөгәндә, әсәйем килгән. Мин ҡайтҡас: «Өйөңдә – һин хужабикә, донъяңды үҙең көтмәһәң, йортоң һинән биҙә! Бүтән эшләһәң эшлә, ә эшләй алмаһаң – өйөңә генә хужа бул!» – тип һабаҡ бирҙе. Башҡаса сит кешене ярҙамға саҡырманым.

 

Айзилә Мортаева әңгәмәләште.

Фото А. Королев

Мәҡәләнең тулы вариантын баҫмабыҙҙың октябрь (2025) һанында уҡығыҙ

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас