+7 °С
Ясно

8 сентябрҙә Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең яңы бинаһы асылды.

8 сентябрҙә Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең яңы бинаһы асылды.Был матур һәм тантаналы сарала Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе урынбаҫары Руслан Ҡарамышев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды вәкилдәре, республиканың төрлө ҡала-райондары имам-хатиптары ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе дини белем усаҡтарының тәрбиәүи яҡтан үтә лә мөһим булыуын билдәләне, бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә лә дин дәрестәре уҡытылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

8 сентябрҙә Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең яңы бинаһы асылды.8 сентябрҙә Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең яңы бинаһы асылды.
8 сентябрҙә Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең яңы бинаһы асылды.


“Ғәлиә” мәҙрәсәһе Өфөлә 1997 йылда асыла. Быға тиклем ул Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы менән бер бинала урынлашҡан була. Халыҡтың күпләп дингә тартылыуы, шәкерттәрҙең йылдан-йыл күбәйеүе - яңы уҡыу корпусына ихтыяжды арттыра. Был хаҡта Айнур хәҙрәт былай тине:”Бөгөнгө шатлыҡлы ваҡиғаны беҙ ике йылға яҡын көттөк. Республика Башлығы Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм, сөнки нәҡ уның ярҙамы менән “Ғәлиә” мәҙрәсәһе яңы биналы булды. Шулай уҡ оло рәхмәт һүҙҙәре матди яҡтан ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ бағыусыларыбыҙға, дин ҡәрҙәштәребеҙгә. Фәҡәт һеҙҙең ихлас ярҙам менән яҡты, иркен уҡыу кабинеттары, заманса йыһазландырылған спорт залдары, ял итеү бүлмәләре, ашхана бөгөн бихисап шәкертте һөйөндөрә”.
“Ғәлиә” мәҙрәсәһенең адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты урамы, 129/3 һанлы йорт.

8 сентябрҙә Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең яңы бинаһы асылды.
8 сентябрҙә Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең яңы бинаһы асылды.
8 сентябрҙә Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең яңы бинаһы асылды.
8 сентябрҙә Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең яңы бинаһы асылды.
Автор:
Читайте нас