

– БДИ индерелгәс, һәләтле уҡыусылар илдең төрлө мөйөштәренә таралып, беҙгә «көсһөҙөрәк» абитуриенттар килде. Престижды күтәреү өсөн ныҡлы эшләргә тырышабыҙ. Шуға бөгөн беҙҙә 920 студент уҡый, 2021 йылда 457 ине. Бюджет урындары тағы ла артасаҡ. Элегерәк педколледжды ауыл балалары үҙ итһә, хәҙер хәл тулыһынса үҙгәреп, күберәк ҡала уҡыусылары беҙҙе һайлай. Бер урынға 4-5 кеше дәғүә итә. Ҡабул иткәндә балл системаһын, портфолиоларҙы ҡарайбыҙ, психологтар, социаль педагогтар менән әңгәмәләшеү уҙа. Педагогик структура ла тулыһынса үҙгәрҙе – һәр бүлектең үҙ мөдире бар, биш тьютор (куратор) эшләй. Беренсе курстар өсөн «Һөнәр һайлауға инеш» («Введение в специальность») тигән махсус дисциплина индерелде, унда һөнәрҙең нескәлеген аңлатабыҙ, яңылышҡандарға икенсе бүлеккә күсеү мөмкинлеге лә бирәбеҙ.
– Илдең иҡтисады, йәмғиәттең көсө педагогтарҙың хеҙмәтенән тора, тип иҫәпләнә. Бында алған белем артабан уҡыу һәм эшләү өсөн база булырлыҡмы?
– Мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар уҡытыу системаһына ҙур үҙгәрештәр индерҙе, талаптар ҙа башҡаса. Хәҙер заманса техноло-гияларҙы файҙаланыу мөһим. Иҡтисад көслө булһын өсөн инженерҙар, тикшеренеүселәр, программистар үҫтерә алған уҡытыусылар кәрәк. Колледж юғары белем алыуға ынтылыш бирә, әммә карьера яһау, ил үҫешенә өлөш индереү өсөн был ғына аҙ. Уҡытыусының артабан белем алыуы, камиллашыуы, уҡыу йорттарының модернизацияланыуы шарт.
Республикалағы 13 педколледждың һигеҙе күп профилле. Был ыңғай күренеш, сөнки уларҙың белем, һөнәр биреү офоғо киңәйҙе. Былтыр беҙ ҙә ошо исемлеккә индек. Педагогик квалификацияларҙы уҡытыу ҙа артты, өс квалификация урынына хәҙер етәү. Тыуған илде һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре, технология уҡытыусылары, коррекцион педагогика буйынса лицензия алдыҡ. Мәктәптәргә предмет уҡытыусыһы ғына түгел, ә күп функциялы белгес кәрәк. Улар төрлө түңәрәк алып бара, проект эшмәкәр-леген ойоштора, һөнәри йүнәлеш биреүҙә ярҙам итә белергә тейеш. Бына шундай хеҙмәткәрҙәр әҙерләй-беҙ. Беҙҙә уҡыған программистар өс айлыҡ курс үтеп, һөнәрен педагогик йүнәлештә лә файҙалана ала.
– Педколледж тамамлағандар барыһы ла мәктәпкә бармай. Был бюджет аҡсаһын сарыфлау түгелме? Ғөмүмән, юғары педагогик белем биреү учреждениелары булғанда колледждар кәрәкме?
– Колледждың өҫтөнлөгө шунда: бында теория ғына уҡытылмай, ә практикаға ҙур урын бирелә. Тьюторҙар нәҡ ошо практика сифаты өҫтөндә эшләй. Методиканы аңлаған көслө студенттарҙы 3-4 курста уҡ мәктәптәргә беркетәбеҙ. Был тәжрибә тупларға, эшкә ылыҡтырыуға булышлыҡ итә. Ғәҙәттә, улар ситтән тороп юғары белем ала һәм өйрәнгән эш урынында ҡала. Статистика буйынса ла колледж тамамлау-сыларҙың 60 проценты һайлаған юлынан тайпылмай мәктәпкә эшкә бара.
– Йәштәрҙең күптәре юғары белемде мотлаҡ һанамай, ә туғыҙынсыны бөтөүселәр һөнәр һайлауын аңлап та етмәй. Маҡсаттары – күберәк аҡса эшләү, үҙ аллы булыу. Уларҙан конкуренттарға ҡаршы торорлоҡ кадрҙар сығасаҡмы?
– Кадрҙар әҙерләүҙе мәктәптә үк башлайбыҙ. Ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн муниципаль, республика, Рәсәй кимәлендә төрлө саралар уҙғарабыҙ. Мәҫәлән, педагогик традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү өсөн, уҡытыу-сылар династияһы вәкиле, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ленин ордендары кавалеры В.К. Валавинаға арнап, «Валавин уҡыуҙары» ойошторола. Ике көнлөк был форумда республиканың мәғариф министры, фән һәм мәғариф учреждениелары етәкселәре, Рәсәйҙең төрлө эре ҡалаларынан власть һәм мәғариф өлкәһе вәкилдәре, эшҡыуарҙар, эксперттар һәм студенттар ҡатнаша, Беларусь Республикаһынан килгән ҡунаҡтар ҙа булды. Унда көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелә, үҫеш юлдары билдәләнә.
Колледжда төрлө йәштәге уҡыусылар менән профориентацион лагерҙар ҙа ойошторабыҙ. Каникулдағы балалар уҡытыусы һөнәренә ҡағылған сараларҙа ҡатнаша, дәрестәрҙә шөғөлләнә. Ял да файҙалы, педагог һөнәре буйынса мәғлүмәт тә бирелә. Учалы, Белорет ҡалаһы мәктәптәрендә, Әбйәлил районында бөтәһе 20 педагогик класыбыҙ бар. Унда 7–9-сы кластарҙы үҙебеҙҙең программа буйынса уҡытыусы булырға әҙерләйбеҙ һәм ойошторолған бөтә сараларға йәлеп итәбеҙ. Улар менән «Педагогик оҫтахана» тигән проект буйынса ла эшләйбеҙ. Бындай тәжрибә беҙҙә бик яҡшы ойошторолған. «Һанлы уҡытыусы» хакатоны заманса уҡытыу алымдары менән таныштырыуға, педагог булыу теләген уятыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ «Минең һөнәрем – ИТ» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк майҙансығы ла беҙҙә үтә. Уҡыусылар һәм студенттар төркөмдәргә бүленеп, етештереүселәрҙән аныҡ эш ала һәм үҙҙәре программа уйлап таба. Һуңғы тапҡыр, МХО-ла яраланған яугирҙәргә андроидлы протездар эшләү буйынса программа яҙҙылар. Был да – заман технологияларын уңышлы файҙаланыуҙың бер юлы. Инновацион алымдар менән эш иткән белгестәрҙең, әлбиттә, конкуренттар алдында ла потенциалы ҙур буласаҡ.
– Дәүләт иҫәбенә һөнәр алып, икенсе йүнәлешкә китеү эш хаҡына бәйлеме, әллә был өлкәлә сәйәсәт дөрөҫөрәк түгелме?
– Дәүләтебеҙ йомарт – бушлай белгестәр әҙерләй, ә ҡаршы яҡ файҙалана белмәй. Әле Белорет районында тәрбиәсегә уҡыған йәштәрҙең ни бары ете проценты ғына үҙ һөнәре буйынса эшләй, ҡалғандары башҡа өлкәләрҙә. Йәш кадрҙарҙы эшендә тотоу өсөн аныҡ бер генә юл бар – арттырыу коэффициентына таянып, яңы эшкә килгәндәргә хеҙмәт хаҡын өҫтәү. Ҡайһы бер директорҙар ошо ысулды нәтижәле ҡуллана, әммә был бәхәс тә тыуҙыра. Юғары исемдәре, күп йыллыҡ стажы булған педагогтар йәштәр менән бер кимәлдә эш хаҡы алыуға риза түгел. Мәктәбенең киләсәген уйлағандар был мәсьәләне уңышлы хәл итә. Ғөмүмән, лайыҡлы быуын үҫтереүгә ынтылған етәкселәр башланғыс белемгә нигеҙҙең мәктәптә һалыныуын яҡшы аңлай. Мәҫәлән, Учалы тау байыҡтырыу комбинаты яңы эшкә килеүселәргә тәүге ярҙам итеп 200 мең һум аҡса түләй, ҡуртымға алынған фатир өсөн 11 мең һум бүлә, ун мең һум эш хаҡы өҫтәй, йылына бер тапҡыр бассейнға йөрөү өсөн ун көнлөк абонемент бирә. Фатир бирелгән осраҡтар ҙа булды. Ошондайыраҡ ярҙамдар күрһәтелгәндә, әлбиттә, уҡытырға теләүселәр ҙә кәмемәҫ ине.
– Дәүләткә кадрҙар әҙерләүҙең сифатын педагогик система тәьмин итә. Һеҙ быға ниндәй өлөш индерәһегеҙ?
– Кадрҙар әҙерләйбеҙ, әммә эш биреүселәр уларҙы ҡабул итеп, артабан үҫтермәй. Шуға студенттарҙы урамда ҡалдырмау өсөн, етдиерәк предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итеү отошло. Беҙ республикала бик күп заводтары булған, 25 мең кеше эшләгән Өфө моторҙар етештереү производство берекмәһе менән килешеү төҙөнөк. 2021 йылда был завод ҡарамағында Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбендә булған уҡыу үҙәге асылды. Предприятие менән бергәләп, ошо заводҡа кәрәкле белгестәр – станоктарҙа һанлы программа менән идара иткән операторҙар әҙерләү өсөн лицензия алдыҡ. Үҙебеҙҙә маҡсатлы йүнәлтмә буйынса теория уҡытҡас, студенттар кварталға бер тапҡыр заводҡа практикаға ебәрелә. Предприятие студенттарға ун мең һум стипендия, йәшәү, ашау өсөн түләй. Белгестәр әҙерләгәне өсөн директорға, уның мөдирҙәренә лә өҫтәмә эш хаҡы ҡаралған. Эшләй башлағандарға ҙур стипендия түләп, бюджет бүлектә юғары белем алыу мөмкинлеге бирелә. Эш һәм һөнәр биреүсе учреждениеларҙың уңышлы хеҙмәттәшлегенә тағы шундай миҫал килтерергә мөмкин: «Андроидная техника» тигән ойошма беҙгә үҙенең 26 миллион һумлыҡ программаһын файҙаланыуға бирҙе, ә беҙ уларға айтишниктар әҙерләйбеҙ. Әле ошо өлгөлә эшләү юлдары өйрәнелә, сөнки уҡытыусы ғына түгел, эшсе һөнәрҙәрен уҡытыуға ла педагогтар кәрәк. Беҙгә күберәк ҡала мәктәптәрен тамамлаусылар килә тигәйнек, беҙҙең бурыс – ошо процентты юғалтмай ғына кире ҡалаға ҡайтарыу.
Эльза Мөхәмәҙиева
Фото героиняның шәхси архивынан
Мәҡәләне тулы вариантта журналыбыҙҙың июль һанында (2026) уҡый алаһығыҙ.