

Ҡул тирмәнен әйләндерә әсәй
Ҡул тирмәнен әйләндерә әсәй,
Ҡурмас тартып, талҡан эшләү – уйы.
Буҙа ҡойҙо инде, күпереп тора,
Иртәгә бит кинйәһенең туйы.
Икмәктәре, бәлештәре әҙер, –
Һалмаһы ла әллә нисә йәйем.
Барыһы ла алдан хәстәрләнгән,
Һандығында күпме бүләк-кейем.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйға күлдәклектәр,
Йыртыштары әҙер, юрғандары.
Йүгереп йөрөп табын әҙерләшә
Күрше-тирә, дуҫ-иш, туғандары.
...Ҡул тирмәнен әйләндерә әсәй,
Тик изгелек кенә уйҙарында.
Ваҡыт тирмәненең сағылышы
Маңлайының тәрән һырҙарында:
«Балаҡайҙар! Һеҙҙе нимә көтә?
Ҡатмарлы ул тормош тигәндәре.
Ошо тартҡан ҡул тирмәне һымаҡ
Әйләндерә яҙмыш тирмәндәре...»
Ҡул тирмәнен әйләндерә әсәй,
Килененә ҡалыр ҡомартҡыһы.
Аҡ бәхеттәр юрап балаларға
Ашъяулыҡҡа ҡойола ҡурмас оно.
Аҡ ҡорот
Француз яулыҡтарын артҡа сөйөп,
Өләсәйем ҡорот ҡайната.
Күңелле көй көйләп усаҡ яна,
Тәмле еҫкә тулған ихата.
Күгүләнгә ултырып, һеңлем менән
Өләсәйҙең эшен күҙәтәбеҙ.
Алдыбыҙҙа ап-аҡ күбек тулы
Ал сәскәле зәңгәр сеүәтәбеҙ.
...Эй, ғүмерҙең ашығып үтеүҙәре,
Был ғүмерҙәр мең уй уйлата.
Был донъяла юҡ һеҙ икегеҙ ҙә,
Үҙгәрмәгән бары ихата.
Ҡәберегеҙ һеҙҙең йәнәш кенә,
Йәнәш кенә һеҙҙең һуңғы йорт.
Икегеҙҙе һағынып иҫләй-иҫләй,
Аҡ таҡтаға теҙәм аҡ ҡорот.
Атай
Барса кеше ялан, ҡырҙа,
Эй, эштең ҡыҙған мәле!
Барыр ине сабынлыҡҡа –
Атайымдың юҡ хәле.
Салғы яныған була ла,
Туҡтала ауыр һулап.
Көс-кәрен алды ауырыу,
Ултыра яманһыулап.
Һоро бейә кешнәп ҡуя,
Хужаһына күҙ атып.
Ул әйткәндәй: «Китерһеңме
Барыбыҙҙы илатып?!»
Ҡасан ғына беҙҙең атай
Егәрле, йүнсел ине.
Ал бирмәне бер эштә лә,
Бигерәк сәмсел ине.
Тайҙар өйрәтте менгегә
Ялан-ҡырҙы һиңкетеп.
Ҡышҡы ажғыр буранда ла
Йөрөнө йылҡы көтөп.
Уның ҡойған кәбәненең
Юҡтыр иҫәбе-һаны.
Әле лә көтә сабынлыҡ –
Шау сәскәле яланы.
Өйҙәр һалды. Сынъяһауҙай
Булды ишек алдары.
Ул ултыртҡас, гөрләп үҫте
Алмаһы, муйылдары.
Берәй төрлө эш булдымы
Ҡулдарынан килмәгән?
Бил бөгөп тә, ғүмер баҡый,
Эштән һис төңөлмәгән.
Барса кеше ялан, ҡырҙа,
Эй, эштең ҡыҙған мәле!
Барыр ине сабынлыҡҡа –
Атайымдың юҡ хәле.
Салғы яныған була ла,
Туҡтала ауыр һулап.
Көс-кәрен алды ауырыу,
Ултыра яманһыулап.
Әлдә әле биш улы бар,
Бесәнде улар саба.
Барыһы ла эшкә уңған –
Донъя малын да таба.
Анауындай улдар барҙа
Ниңә һуң бойоғорға?
Был тынғыһыҙ йәне һаман
Атлыға ялан, ҡырға.
Үҙе баҡсала ултыра,
Уйҙары донъя урай.
Ана шундай ҡиәфәттә
Хәтерҙә ҡалды атай.
Көтөүсе малай
(ҡустыларыма арнайым)
Йәйге селлә хәлде ала,
Аңды томалай.
Тирләп-бешеп көтөү көтә
Бер кескәй малай.
Әйтерһең дә, ҡыҙған таба –
Ҡылғанлы дала.
Оҙон көндәй сыбыртҡыһын
Саҡ һөйрәй бала.
Эй, күгәүен, эй, холоҡһоҙ
Бәйләнә яман.
Түҙ инде, түҙ, эй, балаҡай,
Был – һинең далаң.
Тормош юлың яңы ғына
Әле башлана.
Яҙмыш бары һирәктәргә
Яһай ташлама.
...Сәм-кәреңде һынар хеҙмәт –
Юлыңдың башы.
Был хәҡиҡәт ҡотолғоһоҙ,
Тиреңдәй асы.
...Йәйге селлә хәлде ала,
Аңды томалай.
Тирләп-бешеп көтөү көтә
Бер кескәй малай.
Аҡ дала
Сал дала өҫтөнән бөркөттәр
Шым ғына күҙ һала донъяға.
Юҡ тауҙар, юҡ бында урмандар,
Йылғалар шауламай, тын аға.
Ҡылғандар елдәрҙә сайҡалһа,
Аҡ нурға ҡойона аҡ дала.
Был яҡта бар донъя яп-яҡты,
Байҡаһаң даланы – күҙ тала.
...Иҫкән ел шикелле даланан,
Ғүмерҙәр үтә шул ҡабалан.
Мәңгелек түгел шул бер кем дә –
Донъянан китербеҙ бер заман.
...Ҡылғандар елдәрҙә сайҡала,
Аҡ нурға ҡойона аҡ дала.
Был яҡта бар донъя яп-яҡты,
Байҡаһаң даланы – күҙ тала.
Фото Сергей Константинов