+21 °С
Облачно

"Шах" позывнойлы яугир БПЛА операторҙарын һуғыш күнекмәләренә өйрәтә

Яңауыл районынан «Шах» позывнойлы БПЛА яугир командир бурыстарын ғына үтәп кенә ҡалмай, фронтта алған белемдәрен һәм тәжрибәһен яңы һуғышсыларға ҙа тапшыра. Муниципалитет хакимиәте башлығы Салауат  Ғилмиев һүҙҙәренсә, "Шах" 2020 йылда, ашығыс хеҙмәт үткәндә үк, Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә  ҡарар иткән. Рәсәй армияһында снайпер булған. Шуның менән бергә хәрби хеҙмәткәргә БПЛА отделениеһы командиры вазифаһын ышаныс менән тапшырғандар.

"Шах" позывнойлы яугир БПЛА операторҙарын һуғыш күнекмәләренә өйрәтә"Шах" позывнойлы яугир БПЛА операторҙарын һуғыш күнекмәләренә өйрәтә
"Шах" позывнойлы яугир БПЛА операторҙарын һуғыш күнекмәләренә өйрәтә

Тәжрибә һәм төрлө күнекмәләр туплап, "Шах" Мәскәү өлкәһе полигондарында шәхси составты уҡытыуҙа ҡатнашҡан. Бөгөн "Шах" махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хәрби бурыстарҙы үтәй. Уның батырлығы һәм профессионаллеге Икенсе дәрәжәләге «Хәрби батырлыҡ өсөн» медалдәре, шулай уҡ башҡа менән бүләктәр билдәләнде.

"Пилотһыҙ осҡостар — беҙҙең операцияларҙа иң мөһим звено. Был - техника ғына түгел, ә уңышҡа ирешеүҙең көслө ҡоралы. Беҙ БПЛА-ның яңы моделдәрен үҫтерәбеҙ һәм еңеүгә өлгәшеү өсөн күнекмәләрҙе камиллаштырабыҙ!", - ти "Шах". Пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеү тураһында нескәлектәрҙе 122 телефоны аша белергә мөмкин.

 

Материал, фото "Кызыл таң" гәзите

Автор:
Читайте нас