

2.Кефир һәм корица нигеҙендә шифалы рецепт: ике аҙна дауамында иртән ашар алдынан ярты сәғәт элек онталған корица өҫтәп, бер стакан кефир эсергә кәрәк.
3.Һоло ҡайнатмаһы шәкәр кимәлен нормалләштерә: бер аш ҡалағы һолоға бер стакан һыу һалып, ҡайнатырға, уртаса утта 15 минут бешерергә кәрәк. Эсемлекте һөҙөргә һәм һыуытырға, көн дауамында өс тапҡыр эсергә.
4.Ҡара ҡарағат япраҡтарынан сәй: бер нисә киптерелгән ҡара ҡарағат япрағына ҡайнар һыу һалып, уның бер аҙ һыуыныуын көтөргә кәрәк. Даими рәүештә ҡара ҡарағат япрағынан сәй эсеү ҡандағы шәкәр кимәлен нормалләштерә.
5.Ҡарағат япраҡтары ҡайнатмаһы бер аш ҡалағы ваҡланған ҡарағат япраҡтарына ике стакан ҡайнар һыу һалып, тағы бер тапҡыр ҡайнатырға һәм бер нисә сәғәт тоторға кәрәк. Шифалы төнәтмәне ашар алдынан ярты стакан эсергә кәрәк.
Иғтибар итегеҙ: халыҡ медицинаһы сараларын ҡулланыуҙан тыш, һеҙгә мотлаҡ рәүештә дөрөҫ туҡланыу принциптарына таянырға кәрәк (ҡамыр, татлы, майлы һәм тоҙло ризыҡтан баш тартырға) – рационығыҙға мөмкин тиклем күберәк ҡуҙаҡлы культуралар индерегеҙ, улар ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеү өсөн бик яҡшы сара булараҡ танылды. Ниндәй ҙә булһа препараттар йәки дауалау ысулдарын ҡулланыр алдынан белгес менән кәңәшләшегеҙ.
ХАЛЫҠ АҠЫЛЫ |ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР төркөмөнән