+19 °С
Облачно

Өйләнеү ҡағиҙәһе. Ир әҙәбе. Ҡатын әҙәбе. Ризаитдин Фәхретдин

Өйләнеүҙең маҡсаты тәбиғи хәжәтте үтәү һәм Рәсүл Әкрәм әфәндебеҙ хәҙрәттәренең өммәтен күбәйтеү, донья сәфәрендә һәр бер шатлыҡ һәм ауырлыҡтарҙы күтәрәсәк иптәш табыу, малды һәм ваҡытты исрафтан һәм шәриф динебеҙҙе зәғифләндереүҙән һаҡлау булған өсөн бик йәш ваҡытта өйләнмәгеҙ, ваҡыты еткәс, уҙҙырмағыҙ, тәбиғәт ҡушҡан ваҡытта өйләнегеҙ.

Өйләнеү ҡағиҙәһе. Ир әҙәбе. Ҡатын әҙәбе. Ризаитдин ФәхретдинӨйләнеү ҡағиҙәһе. Ир әҙәбе. Ҡатын әҙәбе. Ризаитдин Фәхретдин
Өйләнеү ҡағиҙәһе. Ир әҙәбе. Ҡатын әҙәбе. Ризаитдин Фәхретдин
  1. Өйләнеүҙең маҡсаты тәбиғи хәжәтте үтәү һәм Рәсүл Әкрәм әфәндебеҙ хәҙрәттәренең өммәтен күбәйтеү, донья сәфәрендә һәр бер шатлыҡ һәм ауырлыҡтарҙы күтәрәсәк иптәш табыу, малды һәм ваҡытты исрафтан һәм шәриф динебеҙҙе зәғифләндереүҙән һаҡлау булған өсөн бик йәш ваҡытта өйләнмәгеҙ, ваҡыты еткәс, уҙҙырмағыҙ, тәбиғәт ҡушҡан ваҡытта өйләнегеҙ.
  2. Изге ҡатын донья тереклегендә ин ҡеүәтле таяныс, уҫал ҡатын әҙәм улы өсөн оло бәлә. Шуның өсөн, аласаҡ ҡатындарҙы бай йәки фәҡир булыуына ҡарамайынса, хөрмәтле ғаиләләрҙән эҙләгеҙ. Дерөҫ һүҙле, яҡшы күңеллеләрҙе табырға тырышығыҙ. Бының өсөн ҡатындар һәм баш ҡоҙалар һүҙенә алданмайынса, күңелегеҙ һәм аҡылығыҙ менән матур уйлағыҙ
  3. Кейәүгә сығырға булһағыҙ, ир буласаҡ кешенең аҡсаһынан элек холҡон, ҡәбиләһенән алда динен, матурлығынан элек һөнәрен һорағыҙ һәм үҙегеҙгә тиңдәш булғандарын ихтыяр итегеҙ (һайлап алығыҙ).
  4. Күркәм тормош мөхәббәткә, мөхәббәт тәбиғәт берлегенә бәйләнгән өсөн тормош иптәшегеҙ менән тәбиғәтегеҙ тура килгәненә иғтибар итегеҙ, йәғни ни ҡәҙәр ауыр булһа ла тәбиғәтегеҙгә оҡшаш кешеләрҙе табырға тырышығыҙ (Беҙҙең быуаттың бер табибы үҙенең рисәләһеңдә тәбиғәте тулыһынса тура килмәгән кеше менәм өйләнешергә кәңәш иткән).

                                                     Ир әҙәбе

  1. Ҡатындарығыҙ ҡайғы һәм шатлыҡ ваҡытында иптәш һәм тормошоғоҙҙа юлдашығыҙ булған өсөн уларҙы ихлас күңел менән һөйөгөҙ. Урындарҙың рәхәте гел сәскә йәки төрлө зиннәттәр менән түгел, изге ҡатындар менән булыр. Быны яҡшы белегеҙ.
  2. Ҡатындарығыҙға донья һәм дин кәрәктәрен өйрәтегеҙ. Тура юл менән йөрөүҙәренә һәр ваҡыт ярҙам итегеҙ. Аҡылдарын һәм диндәрен камиллаштырыу һәм сәләмәт тотоу өсөн тырышығыҙ. Уларға шәфҡәтле һәм асыҡ йөҙлө булығыҙ. Уларҙың ихлас мөхәббәттәренә ҡаршы хыянат итмәгеҙ. Хөрмәттәрен юҡҡа сығармағыҙ. Хәдис шәрифтәр бойорғанса мөнәсәбәт ҡороғоҙ.
  3. Ашау-эсеү, кейем-һалым кеүек нәмәләрҙә яҡшы итеп хаҡтарын үтәгеҙ. Көстәре етмәҫлек хеҙмәт менән көсләмәгеҙ. Золом итмәгеҙ, ҡул күтәрмәгеҙ(Лә тәрфәғ ғәсакә ғән әһликә. Әй ғәлә әһликә. Йәғни, таяғыңды ғаиләңә күтәрмә, ләкин күренеп торһон.). Яҡшы йәки яман булһағыҙ ҙа, уларҙы ҡол, тик һеҙҙе риза итер өсөн яратылған кеше тип иҫәпләмәгеҙ.
  4. Ғаилә башлығы булһағыҙ ҙа ҡатынығыҙ холоҡһоҙлоҡ күрһәткәндә сабыр итегеҙ, һәр ваҡыт миһырбанлы булығыҙ. Уларҙы асыу һәм көс менән түгел, ә шәфҡәтлек менән еңегеҙ
  5. Ҡатындарҙың алдаҡсы һәм хәйләкәр, мәкерле булыуының төп сәбәбе ирҙәрҙер. Уның холҡон боҙоусы, ысын кешелектән сығарыусы ла ирҙәрелер. Шуның өсөн ҡатынығыҙҙы тәрбиәләгәндә уларҙы алдаҡсы, мәкерле һәм фәлән тип һөйләмәгеҙ. Иң тәүҙә үҙегеҙ яҡшы булығыҙ, һуңынан ҡатындарығыҙға яҡшы тәрбиә бирегеҙ. Ҡатындарығыҙ һис шөбһәһеҙ яҡшы булыр. Ирҙәр боҙоҡ булмаһа, ҡатындар яҡшы булыр.

                                                        Ҡатын әҙәбе

  1. Ирегеҙҙең хосусан йорт эсендәге хеҙмәттәрен гүзәл һәм рәхәтләнеп эшләгеҙ. Әмерҙәренә итәғәтле булығыҙ. Тыйған әйберҙәренэн йыраҡ тороғоҙ, һытыҡ йөҙ менән ҡарышмағыҙ. Өндәшмәй үпкәләп йөрөмәгеҙ. Юҡ-бар нәмә өсөн мығырҙамағыҙ һәм ыңғырашмағыҙ. Ҡаршы һүҙ ҡайтармағыҙ. Ир хәтерен ҡалдырырлыҡ эш эшләмәгеҙ. Уның рөхсәтенән тыш өйҙән сыҡмағыҙ.
  2. Оялсан, әҙәпле, намыҫлы булығыҙ. Иргә гүзәл мөнәсәбәттә булығыҙ. Хөрмәтенә кәмселек килтермәгеҙ. Вәғәҙәләрен юҡха сығармағыҙ. Серҙәрен фашламағыҙ. Малдарын исраф итмәгеҙ. Уларҙың рөхсәтенән тыш һис кемде янығыҙға саҡырмағыҙ. Кейем-фәлән өсөн артыҡ нәмә теләмәгеҙ.
  3. Ирегеҙҙең ата-әсәһенә итәғәтле булығыҙ. Башҡа яҡындарын ҡарындаш иҫәпләгеҙ. Балалары булһа, ирегеҙ хәтере өсөн яҡын күрегеҙ.
  4. Замана мәшәҡәттәренә ҡаршы торған ирегеҙгә ярҙам итегеҙ. Шатлыҡлы йәки хәсрәтле көндәрендә уның менән бергә булығыҙ. Был доньяның әсе-сөсөһөн уның менән уртаҡлашығыҙ. Уға һис бер ваҡыт ялған һөйләмәгеҙ. Күрше ҡатындарҙың: “Иремә ялған һөйләнем, белмәне”, -тип әйтеүҙәренә алданмағыҙ. Белегеҙ, ҡатындың ялған бер һүҙе булһа ла, иренә һиҙелһә, ире күҙендә ғүмерлек хөрмәте бөтә.
  5. Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һар кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ.
    15. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лэ күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә. Асыуҙы баҫтырыу өсөн тәһәрәт алығыҙ. Мөмкин булһа, намаҙ уҡығыҙ.
    16. Һәр кемдән хөрмәт көтөп тормайынса башҡаларҙың етешһеҙлектәрен кисерә белегеҙ, һүҙегеҙҙе мөләйем тауыш менән һөйләгеҙ. Мөләйем һөйләргә ғәҙәтләнегеҙ, һөйләшеү — олуғ камиллыҡ булған хәлдә, сабырлыҡ мәртәбәһенә ирешмәгәнен белегеҙ, һүҙ йөрөтөүсе, ғәйбәт һөйләүселәрҙән һаҡланығыҙ. Ҡулығыҙҙан килгәнсе тиклем хәйерле эш эшләгеҙ, һис булмаһа, боҙоҡлоҡ ҡылмағыҙ.
    17. Эргәгеҙҙә булыусыларҙың холоҡтарын өйрәнегеҙ. Олоһона- кесеһенә айырмайынса ҡайғылы һәм шатлыҡлы ваҡыттарында белештәрегеҙҙең ҡайғыһын уртаҡлашығыҙ, йыуатығыҙ Ауырыу һәм хәсрәт менән яфаланғанда сабырлы булығыҙ. «Бәлки шулай булыуы хәйерлелер», — тип күңелегеҙҙе баҫтырығыҙ һәм хәйерле булыуы өсөн Йәнәб-и Аллаһыға доға ҡылығыҙ.
    18. Өй эштәрен һаранлыҡ менән исраф уртаһында булған ғәҙеллек менән ҡылығыҙ. Хеҙмәтселәргә бик ҡаты ла һәм бик йомшаҡ та булмағыҙ. Үҙегеҙ яҡшы һәм тоғро булһағыҙ, хеҙмәтселәрегеҙ ҙә итәғәтле булыр һәм тырышып хеҙмәт итерҙәр.
    19. Ашхана менән тулыһынса үҙегеҙ идара итегеҙ. Әсбаптарығыҙ таҙа, тәртипле, һәр әйбер үҙ урынына ҡуйылыуына иғтибар итегеҙ. Баҡыр һәм еҙ самауырҙарығыҙҙы һәр ваҡыт таҙартып тороғоҙ. Бындай һауыттарҙа аштарҙы оҙаҡ һаҡламағыҙ.
    20. Һәр көн иртә менән өйҙәге әйберҙэрҙең туҙанын ҡағығыҙ. Сүптәрҙе һеперегеҙ, лампа һәм шәмдәл кеүек әйберҙәрҙе таҙартығыҙ. Китаптарҙағы туҙандарҙы һөртөгөҙ
    21. Юғалтмаҫ өсөн аш-һыу әсбәптәрен, шулай уҡ кейем-һалымдың барыһының иҫәбен белегеҙ. Бындай әйберҙәр күп булһа, һәр береһен төрҙәренә күрә дәфтәрҙәргә теркәгеҙ һәр әйберҙе билдәле, тейешле ергә урынлаштырығыҙ, кәрәк булғанда шунан алығыҙ, эше бөткәс, урынына ҡуйығыҙ.
    22. Кер әсбәптәрен ҡарап сығығыҙ, һәр береһенең иҫәбен зиһенегеҙҙә тотоғоҙ, һәр төрлө әйберҙәрҙе һөртөр өсөн, мөмкин булһа, үҙенә махсус әйбер тотороҙ.
    23. Кипкән керҙе матур итеп үтекләгеҙ һәм тейешлесә урынлаштырырыҙ. Йыртыҡтары булһа, ҙурайыуын көтмәйенсә, тиҙ генә ямағыҙ, һүтелгәндәрен тегегеҙ.

 

 

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас