+13 °С
Ясно

Ул шәхес үҫтергән Зәйнетдиндең «фәрештә»һе

Ғәҙәттә, булыр илдең балаһына ҡарап, был шәхесте кем үҫтерҙе икән, тәрбиәләгән ата-инәһен күрергә ине, тип уйлайһың. Сәхнәләрҙе дер һелкеткән Зәйнетдин менән дә тап шулай булды: уның әсәһе менән яҡынданыраҡ танышҡы килде. Флорида ханым үтә лә ябай һәм ихлас ҡатын булып сыҡты, әйҙә, булмаһа, үҙе менән һөйләшәйек. – Флорида апай, ҡайһы яҡтан һеҙ, ниндәй ғаиләлә тыуып үҫтегеҙ? Һөнәрегеҙ?

Ул шәхес үҫтергән Зәйнетдиндең «фәрештә»һеУл шәхес үҫтергән Зәйнетдиндең «фәрештә»һе
Ул шәхес үҫтергән Зәйнетдиндең «фәрештә»һе

– Ейәнсура районының Үтәғол ауылы ҡыҙымын. Өс бала тәрбиәләнгән матур, татыу ғаиләлә буй еткерҙем. Атайым 25 йыл алдынғы комбайнсы булып эшләне, ә әсәйем уның алыштырғыһыҙ штурвалсыһы ине. Бәләкәйҙән спорт яраттым: еңел атлетика, саңғы ярыштарында мәктәп, район кимәлендә  гел беренсе урын  яулай торғайным. Спортҡа һөйөүем Күмертау педагогия училищеһының физкультура бүлегенә алып килде. Икенсе курста училищеға әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан алты Мәсетле егете уҡырға инде. Улар араһында бейеүсе, көрәшсе Зөфәр ағайығыҙ ҙа бар ине. Гармунда уйнаған егеткә ихлас күҙем төштө бит. Ғашиҡ булмаған ерҙән булырһың да шул, өҙҙөрә генә! Ул уйнай, беҙ ҡушылып йырлайбыҙ, ритайымдар ойоштороп, аяҡтар талғансы бейейбеҙ. Уҡыуҙы тамамлағас, тыуған районымдағы төпкөл генә Яңыбай ауылына ебәрҙеләр. «Эййй, эшләп китә алһаң ярай ҙа, унда бигерәк хулигандар күп», – тип борсолғайны райондың мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре. Бирешмәнем, йәшлек дәрте менән ең һыҙғанып эшкә тотондом, тиҙ арала балаларҙы ритмик гимнастика серҙәренә өйрәттем. Музыкаға бейеү һалмаған, физкультура дәресе яҡшылап уҡытылмаған  ябай ауыл мәктәбе өсөн ҙур яңылыҡ булды ул. Ә ауыл егеттәренән мине «Ҡыҙыҡ»тың (юмор оҫтаһы Вәлит Илембәтов) әсәһе ҡурсаланы. Һәҙиә инәйҙә «өйҙәш» йәшәнем. Эй шәп инәй булды, танышырға килеүселәрҙе, уларҙың «яусылаған» әсәләрен «Флориданың егете бар» тип  кире борор ине. Эт-ҡош  ҡулына эләгеп ҡуймаһын, тигәндер инде, клубҡа ла сығарманы. Ә кейәүгә барырға уйымда ла юҡ. Йәйге ялда ашнаҡта (усаҡлыҡ) эш менән булып йөрөһәм, оҙон исемлек яҙған да әсәйем саҡыра. Зөфәр минһеҙ генә әсәм-атам менән һөйләшкән дә, ике аҙнанан никахҡа план да ҡороп ҡуйғандар. Шулай итеп, шәптекәй әсәйем йыйнаған болона (мин дә, апайым да эш хаҡыбыҙҙы әсәйгә бирә торғайныҡ) бер ай эсендә ике никах, ике туй үткәрҙе.  

Ер аяғы ер башына – Зөфәрҙең  тыуған яғы Мәсетле районы Һөләймән ауылына юлландыҡ. Мәктәп йәшәргә өй бирҙе, физкультура, йыр, хеҙмәт дәрестәренән уҡыттыҡ. Бейеү түңәрәге лә алып барҙым, пионервожатый  ҙа булдым. Мин – 22, Зөфәр 17 йыл ғүмерен белем усағына бағышланыҡ. Спорт буйынса мәктәп данын күтәрҙек, уҡыусыларыбыҙ ҙа, үҙебеҙ ҙә һәр ярышта  алдынғылыҡты бирмәнек. 

– Бына ҡайҙан икән улдарығыҙҙа спортҡа ынтылыш...

– Эйе, ғаиләбеҙ  менән «Атай, әсәй, мин – спорт һөйөүсе ғаилә» конкурсын яраттыҡ,  Башҡортостан  буйлап башта Заһир, һуңынан  Салауат улыбыҙ менән йөрөнөк. Заһир – атаһы кеүек көслө көрәшсе.  «Йәш ғаилә» бәйгеһендә лә ҡатнашып, еңеү яуланыҡ. Бәләкәс Заһирҙың бейегәнен күреп, Мортаза Рәхимов Өфөгә үҙенең  инаугурацияһына саҡырҙы. Көтөлмәгән ҙур иғтибарҙан албырғап ҡалдыҡ, машина менән килтерҙеләр һәм Заһирға аҡ ҡына сәхнә костюмы бүләк иттеләр. Шул мәлдәр күңел янсығында ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана. 

Йәш саҡ – дәртле саҡ, ауылда гөрләтеп донъя көттөк: күпләп мал-тыуар  аҫраныҡ, гектарлап ер эшкәрттек, йәшелсәләр үҫтерҙек, картуфты камазлап һата торғайныҡ. Балаларҙы барса ауыл халҡы кеүек эш менән тәрбиәләнек. Мәктәптән киткәс, Зөфәр тирмә эшләү буйынса шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотондо. Ике йыл тирмәләр менән булғас, ауылдар буйлап һөт йыя башланы. Бер аҙҙан буш торған бина алып, икмәк бешереү цехы асып ебәрҙек. Әсәйем Ейәнсура ҡомалағын йыйып, киптереп ебәрә, эшебеҙ гөрләй, көнөнә мең баш икмәк бешерәбеҙ, ауыл халҡы яратып ала. Тик аҙ ғына райондан матди ярҙам етмәне, ике тапҡыр субсидия юллап ҡараныҡ, бирмәнеләр. Биш йыл дауамында өйҙән иртәнге биштә сығып китә лә төнгө берҙә ҡайтып төшә инек. Заһир беҙҙең арманһыҙ булып эшләп йөрөүебеҙҙе күреп, әрнегәндер инде: «Атай, әсәй, һеҙ былайтып һаулығығыҙҙы бөтөрәһегеҙ», – ти. Өфөнән шәхси йорт табып, уртаҡ һатып алып, ике йылдан күсереп тә ҡуйҙы.  Ғүмер буйы йыйған мал-мөлкәтте, хан һарайылай донъябыҙҙы ҡалдырып, баш ҡалаға күсенеүебеҙгә бөтә халыҡ аптыраны, әлбиттә. Ә мин үкенмәйем, балалар  янда бит. Сөнки гел уларҙы һағынып  йәшәнем,  Заһир  5-се синыфтан Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка мәктәбендә уҡыны, Сала-уатты ебәрергә теләмәһәк тә, 7-се синыфҡа  Рәми  Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына үҙ теләге менән китте, бәләкәсебеҙ Зөлфирә лә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка мәктәбендә

5-се кластан белем алды. Яландай  йортта икәү генә торҙоҡ та ҡалдыҡ. Хәҙер донъябыҙ түңәрәкләнде, Аллаға  шөкөр. Ҡалаға күскәс, былай ҙа йәшәп була икән, тип хайран  ҡалдыҡ, ауылда бит кеше ер-һыу күрмәй, мал-тыуарына алданып, биклә-неп донъя көтә. Ә бит ғүмер бер генә.

– Ир балалар тәрбиәләү еңел түгел. Улдарығыҙға күберәк нимә эләктерҙегеҙ: «ҡайыш»мы, йәки «прәник»ме? Уларҙы йыш тыя инегеҙме әллә «башбаштаҡлыҡтары»на күҙ йомған саҡтарығыҙ ҙа булдымы?

– Заһир тыңлаусан ғына, әммә илаҡ бала булды. Бушҡа илайһың, тип (бәлки, берәй ере ауыртып та илағандыр инде баламдың) һуғып та ала торғайным. Баш балаға талапсан булаһың ул, Заһирға нығыраҡ та, күберәк тә эләкте. Үҙебеҙ ҙә йәш булғанбыҙ инде. Ул гел «бишкә» уҡыны, олимпиадаларҙа ҡатнашты. Кистәрен: «Атай, гармун уйна, бейейем», – тиер ҙә атаһына гармун тотторор ине. Бала  күңелендә ынтылыш булмаһа, уны көсләп сәнғәткә ылыҡтырып булмай ул. Ата-әсәнең тырышлығы – ул диңгеҙҙәге бәләкәй генә бер тамсы. Ул һәр саҡ үҙе конкурстарҙа ҡатнашырға атлығып торҙо. Бәләкәстән ҡурайҙа уйнарға өйрәнде, дүрт йәшенән оҙон көй һуҙа башланы ла биш йәшендә Малаяҙҙа еңеү яулап ҡайтты. Зөфәр ауыл малайҙарын мәктәптә генә түгел, өйҙә лә ҡурай тартырға өйрәтә ине. Бәләкәй ҡурайсыларҙы теҙеп ултыртып ҡуя ла, үҙе мал араһына сыҡһа, уның «эшен» Заһир дауам итә.

Мәктәптән ҡанға батып һуғышып ҡайтҡан осраҡтары булды, бер ҡасан да уҡытыусыларға барып, низағ ойоштороп, ата-әсәләр менән һүҙгә килешеп йөрөмәнек. Эй йөрәк яна, әрней, ләкин уға, үҙ-үҙеңде яҡларға өйрән, тип әйтә инек. Малайҙар һуғышып үҫә инде ул. Һин барып әрләрһең, ә улар бит кире дуҫлаша. Заһирҙы ике туған апайҙары ҡараны, күрше-тирәлә ҡыҙҙар ғына ине, бергә үҫтеләр. Тыйманыҡ, былай ҙа тыңланылар.

Заһир алабарманыраҡ булһа, Салауат ағаһының төптө киреһе: бөхтә, таҙа, дәфтәрҙәрен бысратмай, ситтәрен бөкләмәй генә тота, әйберҙәрен дә  тәңкләп кенә һала. Ҡустыһын Заһир ҡарап үҫтерҙе. Салауат уҡырға яратты,  Рәми Ғарипов кеүек булам, ти торғайны: дәфтәр биттәрен ҡушып, үҙе  блокноттар текте. Һаман  көндәлектәр яҙа – блокноттары һандыҡ тулы. Мәскәүҙә әҙәбиәт институтының өсөнсө курсын тамамланы ла әлегә ҡалдырып торҙо. «Уҡып бөтәм, әсәй», – тип тынысландыра былай, үҙе күп уҡый. Беҙ ғүмере күрмәгән китаптарҙы яҙҙырып ала.

Салауат еңмеш кенә, үҙ һүҙле булды. Бейе, тиһәң – бейемәҫ, йырла, тиһәң – йырламаҫ, фотоға ла гел үсегеп, ҡыланып төшөр ине. Етенсе класта асылды ул, үҙе ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнде. Мәсетлелә уҙған төбәк-ара ҡумыҙсылар бәйгеһендә өсөнсө урын яуланы. Аптыраныҡ. Заһир ағаһынан ике ай эсендә бейергә өйрәнеп, «Байыҡ»та ла еңеүгә өлгәште. Заһир менән Салауаттың уртаҡ яҡтары бар: тиҙ генә уйлайҙар ҙа тормошҡа ашырып та ҡуялар. Икеһе лә алдан планлаштырып, әммә берәүгә лә әйтмәй «йәшерен» эшләйҙәр. Салауатҡа ағаһы тыуған көнөнә велосипед бүләк иткәйне, шунан башланды уның  велосәйәхәт итеүе. Күптәр: «Нисек сығарып ебәрәһегеҙ, ҡаршы килмәйһегеҙ?» – тип һорай. Ә минеңсә, балаға ҡаршы килергә ярамай,  был бит уның хыялдарын, теләктәрен һүндереү була. Балаларға риза булыр кәрәк, бигерәк тә әсәйгә, шул ваҡытта ғына улар уңышҡа өлгәшә. Салауат та аҡсаны үҙе таба. Бәләкәйҙән видео төшөрөү менән мауыҡҡас, туйҙарҙа, төрлө сараларҙа видеограф булып эшләй ул. Ҡазанға, Сочиға, Мәскәүгә велосипед менән, ә Алтайға лонгбордта (роликлы таҡтаның бер төрө, скейтборд кеүек) барып ҡайтты. Ярты йылға яҡын Кипрҙа йәшәне. «Ситтә һәйбәт. Ожмах емештәре бешеп, тамылйып ултыра, тик ныҡ һағындыра, әсәй, тыуған ер ҡәҙерен шунда аңланым», – ти ул. Иң ҙур хыялы – шул тәгәрмәсле таҡтаһында Мәккәгә Хажға барыу.

79 йәшлек әсәйемдең дә социаль селтәре бар, Салауат уны ла блогер итеп бөттө инде. Өләсәһе шул тиклем тыңлаусан, ейәне нимә ҡуша, шуны эшләй, нимә кейендерә, шуны кейә. Улының күңелен күрәм тип, арып та бөтә. Салауат дүрт блог алып бара: «Гармунсы Зөфәр» тигәне – атаһыныҡы, үҙенекен, өләсәһенекен һәм Заһирҙыҡын. Ағаһына ул текстар яҙа. Мине иң ҡыуандырғаны: улдарым сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, эсмәй ҙә, тартмай ҙа.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналыбыҙҙың декабрь (2025) һанында уҡығыҙ.

Ул шәхес үҫтергән Зәйнетдиндең «фәрештә»һе
Ул шәхес үҫтергән Зәйнетдиндең «фәрештә»һе
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас