+21 °С
Облачно

Сәйәхәтсе «англичанка»

Башта улы Айҙар менән Мәскәүгә, унан Ҡазанға барып тамаша ҡылып ҡайта. Артабан ҡыҙы Ләйсәнде эйәртеп Грузияға уҡ сығып китә. Аҙағыраҡ Европа, Англия, Чехословакия, Германия, Украинаны тулыһынса гиҙеп өйрәнә. Израилгә лә барып етә, Үле диңгеҙҙе лә күрә, Иисус Христос юлдарын үтә. Һәм, аңлайһығыҙҙыр, уға бында инглиз телен белеүе ныҡ ярҙам итә.

Сәйәхәтсе «англичанка»Сәйәхәтсе «англичанка»
Сәйәхәтсе «англичанка»

Йәштән сәйәхәт, алыҫ ҡалалар, ят халыҡтар хаҡында хыяллана Айһылыу Миндеғәли ҡыҙы. Атаһының һуғыш юлында үткән ерҙәре, Европа илдәре тураһында һөйләгәндәрен дә тыңлап үҫкән була бит. Шул орлоҡ һаламы әллә инглиз телен белеүе ҡыйыулыҡ өҫтәйме, әле СССР заманында уҡ юлға сығырға йөрьәт итә. Башта улы Айҙар менән Мәскәүгә, унан Ҡазанға барып тамаша ҡылып ҡайта. Артабан ҡыҙы Ләйсәнде эйәртеп Грузияға уҡ сығып китә. Аҙағыраҡ Европа,

Англия, Чехословакия, Германия, Украинаны тулыһынса гиҙеп өйрәнә. Израилгә лә барып етә, Үле диңгеҙҙе лә күрә, Иисус Христос юлдарын үтә. Һәм, аңлайһығыҙҙыр, уға бында инглиз телен белеүе ныҡ ярҙам итә.

– Сәйәхәтемдә иң беренсе изге урындарҙы күреүҙе маҡсат итеп ҡуям. Ниндәй дин, ниндәй фәлсәфә генә һалынмаһын, улар барыһы ла изгелеккә нигеҙләнгән бит. Мәҫәлән, бына Ташкентта бөтөн мәсеттәрҙе барлап сыҡтым һәм уларҙың тарихын, дин әһелдәре яҙмышын тыңлап, шул шауҡымда әҫәрләнеп йөрөнөм. Израилдә Иса пәйғәмбәргә, Дева Марияға бәйле булған һәр ташты, һәр һауытты тотоп ҡараным, тауҙарына артылдым, мәмерйәләренә индем, изге йәндәрҙең бөтөн кисерештәрен тойғандай булып һыҙланып, иңрәп барҙым, доғаларымды уҡыным. Төркиәнең Демре ҡалаһындағы Николай Чудотворец ерләнгән сиркәүҙә лә әллә ниндәй бер көс тойҙом. Ә инде үҙебеҙҙәге Мөжәүир хәҙрәт ерлегендә мин – 31, ә Арҡайымда 27 тапҡыр булдым. Яҙып барам хатта унда нимә кисергәнемде, ниндәй хистәр тойғанымды, башыма ҡайһындай уйҙар килгәнен дә теркәп ҡуйғанмын, – тип тәмләп һөйләй яғымлы ханым.

Республикалағы бөтөн иҫтәлекле урындарҙы барып күреп, ҡыҙыҡһындырғандарын һорашып, белергә теләгәнен өйрәнеп бөткән Айһылыу апай. Эргәһендә тыңлап ултырам да уңайһыҙлыҡ кисерәм үҙем, сөнки утыҙ йыл журналист булып көнө-төнө юлда йөрөһәм дә, Башҡортостандың күп матур ерҙәренә барып етергә форсат тапмағанмын әле. Ә етмеш бишкә аяҡ баҫҡан инәй, пландарын төҙөп, йортонан, баҡсаһынан, ҡош-ҡортонан бушай торған мәлен көтөп кенә ултыра. Сөнки был юлдар, илдәр, тарихтар уға яңы көнгә, яңы белемгә, яңы кисерештәргә этәргес бирә. Һәр сәйәхәтенән рухи байлыҡ, илһам алып ҡайта башҡорт «англичанкаһы».

– Сит халыҡтарҙы күҙәтеп, йәшәйештәрен ҡарап йөрөйөм, ғаилә тарихтары менән ҡыҙыҡһынам, менталитеттарын үҙебеҙҙеке менән сағыштырам, дуҫлашып бөтәм. Был минең даирәмде киңәйтә, донъяға ҡарашымды үҙгәртә. Сәйәхәт итәм, уйлап йөрөйөм: Аллаһ Тәғәлә биргән ғилемде эстәп бөтөү өсөн бер генә ғүмер ҙә етмәй икән ул, – тип көрһөнөп тә ҡуя үҙе.

Мысырҙа булғанында оҙатып йөрөгән негр егете менән һөйләшә икән, әсәйең бармы, тип һорай инде. «У-уй, әсәйем оло инде, ҡырҡ йәштә», – тип әйтә икән гид. Унда был йәштәге ололар ҡартайып үлеп китә икән. Шуға ла уларҙа күп нәмәнең асылы һәм мәғәнәһе икенсерәк, күпкә ябай һәм бер ҡатлыраҡ. Ғәрәп Әмирлектәрендә иһә халыҡтың йомшаҡ климатта, етеш тормошта йәшәүенең дә әҙәм булып формалашыуына йоғонтоһо ҙурлығын күрә, аңлай. Быларҙы күҙәтеүҙәренә һығымта итеп һөйләй апай:

– Тик бер ерҙә лә, хатта ожмах кеүектәрендә лә биш-ете көндән артыҡ йәшәй алмайым. Ашығып йөрөп гиҙеп сығам да, ҡыҙыҡһыныуымды ҡәнәғәтләндереп, ҡайтырға атлығам. Үҙ еремде ныҡ һағынам, төштәремдә күреп бөтәм. Шуға ла балаларға ла, ейәндәргә лә әйтәм: «Беҙҙең Башҡортостанға еткәне юҡ».

 

Мәҡәләнең тулы вариантын август һанында (2025) уҡығыҙ.

 

Альбина Ғөбәйҙуллина

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас