+13 °С
Облачно

Ебәк тирмә Үҙебеҙгә үҙебеҙ тураһында

Менопауза – ҡатын-ҡыҙ өсөн мөһим осор. Ошо тәңгәлдә, дөрөҫ кәңәш һәм ярҙам күҙлегенән, Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһы гинекология бүлеге мөдире Таңһылыу Сулпан ҡыҙы Бәхтигәрәева менән һөйләшеү ойошторҙоҡ. – Таңһылыу Сулпан ҡыҙы, «климакс», «менопауза» тигәнде ҡатындар бер ауыр ҡарар сығарылғандай итеп ҡабул итеүсән. Иң беренсе – ҡартайыуҙы күҙаллап төрлө борсолоуға биреләләр. Һеҙ, профессиональ белгес булараҡ, был хаҡта нимә әйтерһегеҙ?

Ебәк тирмә Үҙебеҙгә үҙебеҙ тураһындаЕбәк тирмә Үҙебеҙгә үҙебеҙ тураһында
Ебәк тирмә Үҙебеҙгә үҙебеҙ тураһында

 

– Был – тәбиғи процесс, ябай итеп әйткәндә, күрем циклының туҡталыуы. Уны ҡартайыу менән дә бәйләйҙәр, сөнки эстроген кимәле кәмеү фонында организм үҙгәреш кисерә. Күптәр косметологтарға йүгерә, төрлө операциялар яһата. Тик шуны ла күҙ уңында тотһалар ине: менопауза башланғас, ҡатын-ҡыҙҙа иң тәүҙә эске ағзалар, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы зыян күрә. Был осорҙа инфаркттар һәм инсульттар ҙа күҙәтелә. Шулай уҡ организмда гормональ үҙгәрештәр арҡаһында һөйәк туҡымаһы нескәрә һәм остеопороз үҫешә. Концентрация кәмергә, баш әйләнергә, күҙ алды томаланырға ла мөмкин. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға организмды әлеге үҙгәрештәргә алдан әҙерләү яҡшыраҡ, тип әйтер инем.

Был темаға бәйле күп кенә яңылыш фекерҙәр ҙә йәшәп килә. Мәҫәлән, ҡайһылар был күренештең ваҡытын генетика менән бәйләй. Әсәйемдең шул  йәштә башланған, минең дә шулай булыр, тип уйлай.

Был – яңылыш фекер. Менопауза генетика буйынса бирелмәй. Һәр ҡатындың шәхси үҙенсәлегенә бәйле.

– Һеҙҙең күҙәтеүҙәр буйынса, замана ҡатын-ҡыҙҙарында менопауза ҡасан башлана?

– Элек ул 48–55 йәштәрҙә булған, ә хәҙер йәшәрҙе. Хатта беҙҙең йәшәү кимәле яҡшырһа ла, ҡайһы берәүҙәрҙең күреме 40–45  йәштә үк туҡтап та ҡуя. Районда эшләгәндәге күҙәтеүҙәремдән сығып, шуны билдәләгем килә: сәләмәт тормош алып барған, яҡшы туҡланған хәлдә лә ауыл ҡатындары араһында контрацепция мәсьәләһе киҫкен ҡала. Үкенескә ҡаршы, ауыл ҡатындары  абортҡа йыш йөрөй. Үҙҙәре аңлап та етмәйҙер, әммә был уларҙың һаулығын ныҡ ҡаҡшата һәм менопаузаны тиҙләтә.

– Таңһылыу Сулпан ҡыҙы, ошо темаға ла ҡағылып китке килә. Күп ҡатын-ҡыҙ яңғыҙ, тол йәиһә ирҙәре вахта ысулы менән эшләй. Был күренеш гүзәл заттың һаулығына йоғонто яһаймы?

– Физик йәһәттән – юҡ, эмоциональ яҡтан – эйе. Даими енси тормош менән йәшәгән ҡатын үҙен психологик яҡтан яҡшыраҡ тоя. Бында иркәләү-наҙ, хәстәр кеүек хис-тойғо факторҙары ла ҙур роль уйнай бит. Тик ирһеҙ булыу иртә менопаузаға килтермәй. Был тәңгәлдә борсолоуға урын юҡ.

– Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар яҡшы күренер өсөн гормондар, биологик өҫтәлмәләр эсә. Үҙ-үҙҙәренә диагноз ҡуйып, дарыуҙарҙы, биоөҫтәлмәләрҙе интернет магазиндарынан рецепһыҙ һатып ала. Был хаҡта нимә әйтер инегеҙ?

– Табиптар тәжрибәһендә гормондарҙы алмаштырыу терапияһы бар. Ҡайһы бер пациенттарға, үҙ гормондары нисбәтен тигеҙләү өсөн, эстроген йәки прогестаген тәғәйенләнә. Әммә бындай ысул менән дауалау өсөн дә медицина күрһәтмәһе кәрәк. Һәм был терапия менопаузаны кисектерә алмай, тик йәшәү сифатын ғына яҡшыртырға ярҙам итә.

Биологик өҫтәлмәләргә килгәндә, ҡатын-ҡыҙ организмы витаминдарға мохтаж. Бигерәк тә Д витаминына. Шулай ҙа, табип булараҡ, мин биологик өҫтәлмәләрҙе интернет киңлегенән алынған фекерҙәр буйынса эсергә кәңәш итмәйем. Тәү сиратта табип менән кәңәшләшергә кәрәк.

– Ниндәйҙер осраҡтарҙа хирургик юл менән дә менопаузаға килтерәләр, шулай бит?

– Эйе, шулай ҙа була. Яман шеш, хәүефле миома табылғанда, ҡатын-ҡыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн, аналыҡты алып ташлайҙар. Был – яһалма менопауза юлы. Ғәҙәттә ошо хәлде ҡатындар ауыр кисерә, хатта балалары булғандар өсөн дә әсәлек ҡарынынан яҙыу ҡыйын. Тәбиғәт был. Тик шуны белеү мотлаҡ: аналыҡ алып ташланһа ла, пациент тәү осраҡта ҡатын-ҡыҙ булып ҡала һәм енси бәйләнеш теләген юғалтмай, сөнки йомортҡалыҡтар һаҡлана. Бына шулай, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, үҙебеҙгә үҙебеҙ тураһында күберәк белеү тик файҙаға ғына.

 

– Таңһылыу Сулпан ҡыҙы, ҙур рәхмәт, был әңгәмә күп ҡатын-ҡыҙҙарға файҙалы булыр, тип уйлайбыҙ. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

 

Зилә Ғәлләмова.

Автор:
Читайте нас