+11 °С
Облачно

ЙОРТТОҢ НИНДӘЙ БУЛЫУЫ ҺАУЛЫҠҠА ТӘЬҪИР ИТӘ

Әлеге ваҡытта бик күптәр йорт һалыу, төҙөлөш эштәре менән мәшғүл булыуын иҫәпкә алып,  олатайҙарыбыҙҙың был мәсьәләгә нисек ҡарауы, сәләмәтлек өсөн нимәнән эшләнгән өй яҡшыраҡ тип фекер йөрөтөүҙәре, тимәк, халыҡҡа ҡыҙыҡлы тип, мҫке төрки телендә баҫылған китаптан өҙөк тәҡдим итергә булдым. Китаптың тел-стиль үҙенсәлектәрен һаҡларға тырыштым. Ҡайһы бер урындарҙа һөйләмдәр һорау-яуап формаһында бирелә. – Һыу янында йорт яһарға яраймы?

ЙОРТТОҢ НИНДӘЙ БУЛЫУЫ  ҺАУЛЫҠҠА  ТӘЬҪИР ИТӘЙОРТТОҢ НИНДӘЙ БУЛЫУЫ  ҺАУЛЫҠҠА  ТӘЬҪИР ИТӘ
ЙОРТТОҢ НИНДӘЙ БУЛЫУЫ ҺАУЛЫҠҠА ТӘЬҪИР ИТӘ
  • Ҡыҙыл балсыҡ һыуҙы үҙенә аҡрын ала, үә бик аҙ алһа ла, уны йыраҡ ебәрмәй, оҙаҡ тота, шуның өсөн ҡыҙыл балсыҡ һәр саҡ еүеш була. Ошоларҙы белгәндән һуң, ауылда йортобоҙҙоң аҫты һәр ваҡыт ҡоро булырҙай урынды һайламаҡ көс түгелдерм - әгәр ҙә беҙ йортобоҙҙо ҡомло йәки эзбизле урынға яһаһаҡ, башҡа урындарға ҡарағанда, бигерәк яҡшы булыр. Ҡара балсыҡта яһарға ла ярай. Ташлыҡ ер үҙендә һыуҙы тотмаһа ла, һалҡын була, әммә йортто ҡыҙыл балсыҡлы урынға һис яһамаҫҡа кәрәк, сөнки һәр ваҡыт еүеш үә дымлы була. Шуның өсөн дә һалҡын була үә был һалҡынлыҡта үҙебеҙҙең тымау үә башҡалар мелән хәстәләнеүебеҙ сәбәб булалыр.

Бигерәк тә яҡшы булыр, әгәр ҙә беҙҙең йорт өсөн һайлаған урыныбыҙ бейек урында (тау башында) булһа, сөнки бейек урында һыуҙың тиҙ ағып бөтөүенән башҡа, тереклегебеҙҙең аҙығы булған һыу ҙа бик таҙа үә бик гүзәл була. Сөнки бында һәр ваҡыт ел булғанлыҡтан, һыуҙы таҙарта үә сафландыра, тимәк тау башы , тау ҡыры үә башҡа түбә ерҙәр йорт яһар өсөн иң гүзәл ер булып һанала.  Иң насар булғаны - тауҙың иң итәге,  соҡор ерҙәрҙер. Бында һәр яҡлап төрлө бысраҡ һыуҙар йыйыла, әммә бер ҡайҙа ла китмәй, шунда оҙаҡ бер заман торғандандан , ер еүеш була. Ел дә булмағандан, һыу еҫе лә насар була.

Һыу үә йылға янына (иҙел кеүек, ҙур һыуҙарҙың янына) йорт яһарға бер ҙә ярамай. Ҡайһы бер һыуҙар ташып, йәнәшә тирәһендә булған ерҙәр һәр бере һыу аҫтында ҡала, һыу ташыуы ҡайтҡандан һуң ерҙә һыу туңып,  йыйылып ҡалдығындан еүешлек бик оҙаҡҡа тартыла.

  Ташмай торған һыуҙар янында йәшәргә яраймы?

Ташмай торған һыуҙарҙың буйҙарында йәшәргә ярамай. Сөнки һыу буйҙарындағы ерҙәр, былай ҡарашҡа ҡоро кеүек күренһә лә, ҡоро түгел, бәлки еүештер.

– Нисек еүеш булһын, был ерҙәрҙә бер һыу килгәне юҡ бит?

  • Дөрөҫ, һыу килмәй, килмәһә лә еүешлек бар. Сөнки йылға һыуы балсыҡ арҡылы һарҡып-һеңеп, йылғаның һәр бер тарафында йәйелә үә китәҙер - әгәр ҙә һыуҙың таралыуын туҡтата торған (таш үә ҡыҙыл балсыҡ кеүек) берәр нәмә булмаһа, йылғаның һәр тарафы еүеш үә дымлы була. Был иһә таҙалығыбыҙ өсөн иң зарарлы бер нәмәлер. Әммә әгәр ҙә йылға бик ҙур булмай , һыуҙың аға торған юлы ла тәрән булһа, йәки был йылғаның яр ҡырыйы ташҡа, уҙенән һыу китмәҫтәй ҡыҙыл балсыҡ булһа, бындай урындарға йорт яһарға үә йәшәргә мөмкиндер.

Бигерәк насар үә бигерәк ҡурҡыныс урындарҙың береһе - һаҙлыҡтыр. Бындай урындарға һис бер ваҡыт ауыл үә йорттарҙы яһамаҫҡа кәрәк, әммә башҡа урын юҡ икән ул ваҡытта һаҙлыҡты ҡороторға, йәки уны һыу менән тоторға кәрәк.

– Йортто ниндәй нәмәләрҙән яһарға кәрәк?

  • Йортто төрлө нәмәләрҙән яһайҙар: янған, янмаған кирбестән, саман кирбестән (һалам менән ҡыҙыл балсыҡты ҡатыштырып яһала), ҡыҙыл балсыҡтан үә таштан ғына ла яһайҙар. Беҙҙә барыһынан да күберәк йортто ағастан ( бүрәнәнән ) яһайҙар.

– Быларҙың һәр береһе таҙалығыбыҙ өсөн яраҡлымы?

– Яраҡлы, ләкин кирбестән яһалған өйҙәрҙең стеналары йоҡа 2/3 аршындан (3/10 аршындан кәм) булмаһын.  Бынан йоҡа булһа, ҡышҡы һалҡындан туңыр үә ҡатыр, был иһә йәшәмәк өсөн бик зарарлы, бынан башҡа: кирбестән яһалған йорттарҙың стеналары еүеш була, сөнки уны яһағанда бик күп һыу ҡатыша. Шуның өсөн таш үә кирбестән яһалған йорттарҙа шул яһалған йылда уҡ тора башламаҫҡа кәрәк. Былай булғанда, йорттоң һауаһы һәр ваҡыт еүеш булыр. Бәлки, таш йортто яһағас, бер ҡыш туңдырырға кәрәк, үҙендәге һыу, еүешлектәр кибеп бөтһөндәр, һалам үә ҡыҙыл балсыҡтан яһалған. йортто ла шулай итергә кәрәк.

Йорт эсендә еүешлек

Йорт эсендә еүешлек булмаҡ, сихәтебеҙ өсөн иң зарарлы бер нәмәҙер. Йортта йеүешлек булһа, бүлмәбеҙ һалҡын булыр, тымау хәстәлеге менән сирләрбеҙ. Башҡа төрлө хәстәлектәрҙең дә  үрсеп - артып китеүенә сәбәб булыр. Бындай йорттоң һауаһы һәр ваҡыт боҙоҡ үә зарарлы булыр, бындай йортта тороусы үә йәшәүсләр арыҡ үә ҡандары аҙ, йөҙҙәре аҡ төҫлө, көсһөҙ, йомшаҡ булып үҙҙәрендә йүтәл хәстәлеге булыр. Шуның өсөн йортобоҙҙоң ҡоролоғона диҡҡәт итмәк бик тейештер.

  • Нисек булһа, йортобоҙҙа еүешлек булмаҫ?

 – Беренсенән, йорттоң аҫтында - балсыҡта, еүешлек булмаһа, икенсенән, йортобоҙ ҡоро үә яҡшы нәмәләрҙән яһалған булһа. Шуның өсөн дә ағас йортто ҡоро үә кипкән бүрәнәләрҙән яһарға кәрәк. Быйыл ғына киҫелгән сей үә һыуҙа ятҡан бүрәнәләрҙән яһамаҫҡа, бәлки быларҙы бик яҡшы киптерергә лә, һуңғараҡ яһарға кәрәк. Йәнә бында шуны ла белергә кәрәктер ки, бүрәнә ни ҡәҙәр йыуан булһа, йортобоҙ шул ҡәҙәр йылы була.  Йыуанлығы 2-3 кенә верушуклы (1 вершок - 4,45 см)  бүрәнәләрҙән яһалған йорт бер ваҡытта ла йылы булмаҫ, йорт яһай торған бүрәнәләребеҙ 5 вершоктан кәм дә булмаһындар. Шуның өсөн дә беҙҙең йорт яһағанда шул бер ғәҙәтебеҙҙе маҡтап булмай, шулай ки аҫтына тигеҙ үә шыма булһын өсөн, бүрәнәне (бәлки яртыһын) юна үә киҫәләр,  яңылышалар!  Бүрәнәне ни ҡәҙәр юнһаң да, тип - тигеҙ булмай. Бында соҡор үә тигеҙ булмаған ерҙәр ярыҡ, ә тишек бик тәрән ҡаҙылған (баҙ) була, бындай соҡор, хосуса баҙҙарға, һәр бер туҙан үә төрлө  бысыраҡлыҡ йәбешә үә йоға торған хәстәлектәр ҡуна үә урынлашалыр, ярыҡ үә баҙҙарҙа хосуса мүкләрҙә тараҡан, ҡандала, үрмәкес кеүек нәмәләр үә ҡырғаяҡтар ята үә тереклек итәләр, был тишек үә асыҡтар улар өсөн ятырға бик уңайлы үә яйлы булғанға күрә, бик тиҙ күбәйә үрсейҙәр, былар ҙа беҙҙе ашап үә тешләп бик аптырата, тынысһыҙландыралар. Таҙалығыбыҙҙы боҙалар үә төрлө бысраҡлыҡтарҙы булдыралар. Ошоноң өсөн дә кәрәктер ки стеналарыбыҙҙа ярыҡ үә тишектәр булмаһын, шулай ки, бындай януарҙарға йәшәргә, кереп торорға үә туҙандарҙың йыйылыуына урын булмаһын.

 – Стеналарҙа ярыҡ үә соҡорҙарҙы нисек итеп бөтөрөргә?

  • Быға бик анһат бер хәйлә бар. Бының өсөн штукатурить итәргә генә кәрәк. Әммә бүрәнәне юнмаҫҡа, бәлки шул йомро үә ҡалын көйөнсә ҡалдырырға кәрәк тә ки стенанан һалҡын типмәһен.

– Стенаны нимә менән һыларға кәрәк?

– Стенаны байҙар алибастр, эзбиз менән штукатурить итәләр, әммә былар менән эшләтергә, беҙҙең крәҫтиәндәрҙең күбеһенең көсө етмәй, сөнки аҡса күп кәрәк, ләкин бөтөнләй аҡсаһыҙ беҙҙең крәҫтиән быны үҙе лә булдыра алыр: бының өсөн бары ҡыҙыл балсыҡ, ҡом, көл кәрәк. Быларҙы һыу менән үҙең яһаһаң, һинең штукатуркаң тегеләрҙән бер ҙә кәм булмаҫ.  Былай итһәң соҡор үә тишектәр ҙә, ярыҡтар ҙа бер ҙә ҡалмаҫ. Бынан һуң, стена ҡалын булдығынан өйөгөҙ ҙә йылы булыр ,стенағыҙ ҙа ыҫпай үә тип-тигеҙ булыр. Туҙан үә тупраҡтарҙың йыйылыуына ла урын ҡалмаҫ, стеналағы туҙандарҙы һыпырып бөтөрөү ҙә анһат булыр, аҡса ла күп кәрәкмәй үә таҙалығыбыҙ өсөн дә уңайлы булыр, әммә бының өҫтөнән аҡбур менән йәки аҡ балсыҡ менән ағартырға кәрәк, уның үҙенә ыҫпай ҡағыҙ (обой) йәбештерһәң дә була.

– Йортобоҙға иҙән нисек яһарға?

–Ҡайһы бер урындарҙа  иҙән бөтөнләй яһамайҙар, иҙән урынына, туранан-тура йорттоң аҫтындағы ер үә балсыҡ хеҙмәт итәҙер ки. Был – иң насар үә иң  ярамаҫ бер ғәҙәттер. Уның өсөн бындай өйҙөң аҫты таҙа булмаһа, төрлө нәмәләрҙең сереүенән килгән, һәр бер насар еҫ үә газдар, өйҙөң эсенә сығып, унда йәшәй торған әҙәмдәргә хәстәлек килтерәлер. Әгәр ҙә өйҙөң аҫтындағы балсығы бик яҡшы таҙартылған булһа, дөрөҫ, бындай ҡурҡыныслы газдар сыҡмай, әммә һаман таҙалығыбыҙ өсөн файҙалы түгел, сөнки бындай балсыҡ иҙәнде бер ҙә таҙартып булмай, бындан өй эсендә һәр ваҡыт туҙан сыға (сүп-сар, төкөрөк, ҡаҡрыҡ, сәс, йөн кеүек), иҙәнгә төшкән нәмәләрҙең һәр бере шунда ергә бата, күпмелер ваҡыттан һуң, был төшкән нәмәләр серейҙәр, бынан да бик зарарлы булған төрлө еҫтәр үә газдар сығалыр. Бындай балсыҡ иҙән һәр ваҡыт һалҡын була, аяҡ м-н баҫырға ярамай - һалҡын тейә. Кирбес үә башҡа төрлө таштарҙан яһалған иҙәндәрҙе таҙартмаҡ үә йыумаҡ мөмкин булһа ла,  ундай иҙәнгә төшкән нәмәләрҙең ятып сереү ихтималы булмаһа ла, тәбиғәттәре һалҡын булыуынан сихәтебеҙ өсөн бик тә яраҡлы түгелдер.

– Таҙалығыбыҙ өсөн иң файҙалы булһын өсөн,  иҙәнде нәмәнән яһарға кәрәк?

– Таҙалығыбыҙ өсөн иң файҙалы булғаны – ағастан яһалған иҙәндер. Бындай иҙәнде йыуып таҙартырға үә ышҡып  ағартырға була  үә һәм йылы ла була.

– Был ағас иҙәндәр нисек булһындар?

– Ағас  иҙәндәрҙе йәйгәндә,  ике төрлө нәмәне ҡалдырмай эшләргә кәрәк:

  1. 1. Иҙән өсөн булған сайғаҡтар (таҡталар) бик ҡоро үә ҡаты булһындар. Имән ағастан яһалған иҙән барһына ҡарағанда яҡшыраҡ булалыр.
  2. 2. Иҙән бик тығыҙ үә яҡшы йәйелгән булһын, араларында ярыҡ үә тишектәр ҡалмаһын. Иҙән ЙӘЙГӘНДӘ АРАЛАРЫНДА ЯРЫҠТАР ҠАЛМАУҒА БИГЕРӘК ДИҠҠӘТ ИТӘРГӘ КӘРӘК.     Ярыҡтар таҙалығыбыҙ өсөн бик зарарлы үә бик ҡурҡыныстыр.

– Ни өсөн?

  • Был ярыҡтарға һәр төрлө сүп-сар үә башҡа нәмәләр төшә үә урынлашалар, иҙән йыуғанда ла бик күп һыуҙар бында төшә, бындан да мәҙкүр ярытарҙағы сүп-сар үә башҡа нәрмәләр серейҙәр, өйөбөҙҙөң һауаһына төрлө насар еҫ үә газдар сыға үә таҙалығыбыҙҙы боҙалыр. Бындағы бысраҡ үә сүп-сарҙар үә серегән нәрмәләрҙе аҙ үә зарарһыҙ тип уйламағыҙ! Фәҡәт ошо сәбәптән генә (өйҙөң иҙәне яҡшы йәйелмәгәнлектән генә, ярыҡтарҙағы бысраҡлыҡтан ғына) бик күп кешеләр үлделәр, бик күптәр хәстәләнеп яталар. Бигерәк тә яҡшы үә файҙалы булыр, әгәр ҙә өйөгөҙҙөң иҙәнен ике ҡат итһәгеҙ. Йәғни, өҫкө ҡат иҙәндән 4 виршүк түбәнерәк итеп йәнә икенсе ҡатиҙән (накат) теҙһәгеҙ! Бындай икенсе ҡат иҙәнде яһамаҡ таҙалығыбыҙҙы һаҡлар өсөн файҙалы булған кеүек, утын үә йылылыҡ өсөн дә бик файҙалы булалыр. Сөнки ике ҡат иҙәне булған өйҙөң йылыһы тиҙ бөтмәй - тиҙ һыуынмай, утын да күп кәрәкмәй, был икенсе ҡатиҙәнде  яһар өсөн аҡса ла күп крәкмәй. Уны ҡоймалыҡтан, насар таҡталарҙан яһарға ла була. Бары уларҙы яҡшы үә тығыҙ итеп теҙергә лә, уның өҫтөнә 1/2 виршок ҡыҙыл балсыҡ , уның өстөнә ҡоро үә ҡара балсыҡ һалырға ғына кәрәк. Былай булғанда өйөбөҙ һәр ваҡыт йылы булыр, өйөбөҙҙөң эсендә лә баҙҙағы насар еҫ газдар сыҡмаҫ- таҙа үә сәләмәт йәшәүебеҙгә бөйөк бер сәбәб булыр. Өйөгөҙҙөң иҙәнен ике ҡат яһаһағыҙ, был ике иҙәндең араһындағы  стенаны бер нисә ерен ән бырау менән йәки башҡа бер төрлө ҡоролма менән тишергә  лә, ҡыш көнө бикләп берәр нәмә менән тығып ҡуйырға кәрәк, әммә йәй көнө асырға кәрәк : яҙ үә йәй көнө  ике иҙән араһынан елдәр иҫеп, ундағы ҡыш буйына йыйылған еҫ үә туҙандарҙы сығарһын, иҙән  ике ҡатмы, бер ҡатмы булһын, уны һис бер ваҡыт балсыҡ өҫтөнә генә һалмаҫҡа, бүрәнә йәки башҡа нәмә өҫтөнә (иҙән м-н балсыҡ (ер) араһына бер аҙ буш ер ҡалдырып) һалырға кәрәк. Йәйгән иҙәнегеҙ серемәһен үә өйөгөҙҙөң һауаһы ла таҙа булһын өсөн.

БАҘ

– Өйөбөҙҙөң аҫтында баҙ яһарға кәрәкме?

­– Әгәр ҙә баҙҙан башҡа тереклек итеү мөмкин булһа, бик ул ҡәҙәр кәрәк булмаһа баҙҙы яһамау бигерәк яҡшы булыр. Әгәр ҙә баҙ бик хәжәт булһа, яһарға мөмкин, ләкин бик ҡарап, диҡҡәтләп яһарға кәрәк. Шулай ки: баҙҙы ҡаҙығас, соҡорҙоң стенаһын ҡарарға кәрәк - серер үә күгәрерҙәй нәмәләр юҡмы. Бигерәк яҡшы булыр  әгәр баҙ соҡороноң бөтөн ҡырыйына, ҡабырғаһына (баҙҙың тәрәнлеге ни ҡәҙәр булһа, шул ҡәҙәр бейегерәк тә) ҡалынлығы 1/2 аршын ҡыҙыл балсыҡ һалһағыҙ. Ундағы насар еҫтәрҙе баҙға сығармаһын өсөн. Бынан һуң һәр ваҡыт яҡшы тикшереп һәм ҡарап торорға кәрәк шуны –   картуф, кәбеҫтә үә башҡа ҡыш көнө баҙҙа һаҡланыла торған нәмәләр серемәһен үә күгәрмәһен. Серегәндәре булһа, оҙаҡ аҫрамайса ташларға. Баҙға сүп-сар төшөүҙән һаҡланырға кәрәк.

 

Р. Хөснуллина фотоһы

Автор:
Читайте нас