+11 °С
Облачно

Халҡыбыҙҙың рухы һынмаҫ

Йыл һайын 3 сентябрҙә Рәсәйҙә терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә. Был иҫтәлекле дата теракт ҡорбандарын һәм терроризмға ҡаршы тороу дәүләттең һәм йәмғиәттең дөйөм бурысы булып ҡала.

Халҡыбыҙҙың рухы һынмаҫХалҡыбыҙҙың рухы һынмаҫ
Халҡыбыҙҙың рухы һынмаҫ

Был дата 2004 йылдың 1-3 сентябрендә Беслан ҡалаһында (Төньяҡ Осетия) булған фажиғәле ваҡиғаларға арналған. 2004 йылдың 1 сентябрендә иртән,  тантаналы линейка ваҡытында, террорсыларҙың ҡораллы төркөмө 1-се мәктәпте баҫып ала һәм миналы бинала 1000-дән ашыу уҡыусыны, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын аманат итеп тота. Өс көн буйына кешеләрҙе һыуһыҙ һәм аҙыҡһыҙ интектерәләр. 3 сентябрҙә “Альфа” һәм “Вымпел” спецназ подразделениелары ҡатнашлығында бинаға штурм башлана. Үҙенең ҡанһыҙлығы буйынса бығаса булмаған террористик акт һөҙөмтәһендә 334 кеше һәләк була, улар араһында 186 бала була.

Ляна Чеджемова ул көндө ҡустыһы Зелим һәм әсәһе менән беренсе мәктәпкә килгән була. Ҡустыһы шартлауҙан һуң һәләк була. Ляна иҫән ҡала. Күргән бөтә ваҡиғаларҙан һуң ҡыҙ полицейский булырға һәм кешеләргә ярҙам итергә ҡарар итә, башҡаларҙы яҡлауға ғүмерен бағышлай. Әле ул полиция офицеры булып китә.

Хатта үлем алдында ла, ҡот осҡос ваҡиғалар аша үтеп, ысын кешеләр дөрөҫ юл һайлай. Йәмғиәттә тормош һәм гармония булдырыу – берҙән-бер дөрөҫ юл, ә террор юлы - бөтәһе өсөн һәләкәт. Терроризм ҡурҡыу сәсергә, беҙҙе айырырға һәм киләсәккә ышанысты емерергә тырыша. Әммә ул бер ҡасан да халҡыбыҙҙың рухын һындыра алмай. Иң ҡараңғы мәлдәрҙә кешелек, үҙ-ара ярҙам һәм сыҙамлыҡ ҡараңғылыҡты еңгән яҡтылыҡҡа әйләнә.

#терроризмунет
#антитеррор
#мыпомним
#утерроризманетбудущего «#историисозидания», «#созиданиежизни».

 

Автор:
Читайте нас