

Беренсе сентябрь – һәр кем өсөн түҙемһеҙлек менән көтөп алған, бала саҡ хәтирәһе булып күңел түрендә һаҡлана торған көндәрҙең береһе. Бигерәк тә 1-се һәм 11-се класс уҡыусылары өсөн тулҡынландырғыс мәл: беренселәр тәүге тапҡыр мәктәп ишеген аса, ә ун беренселәр финиш һыҙығына баҫалар.
Барлыҡ уҡыусыларға бөтә көс һәм иғтибарҙы уҡыуға йүнәлтеп, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәрен, илебеҙгә, районыбыҙға кәрәкле шәхестәр булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ!
Ҡәҙерле уҡытыусыларға, ата-әсәләргә тәрбиә эшендә сабырлыҡ теләйбеҙ! Балалар Һеҙҙе уңыштары һәм еңеүҙәре менән гел ҡыуандырып торһон!
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм уңыштар юлдаш булһын! Яңы уҡыу йылы яҡшы билдәләргә һәм яңы асыштарға бай булһын! Күк йөҙө тыныс булһын!