Муниципалитет хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Башҡорт» 2024 йылда РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Быға тиклем ир-уҙаман тыуған ауылында механизатор булып эшләгән.
Хәҙер уның бурыстары – разведка, артиллерия утын коррекциялау, дошман позицияларына һөжүм итеү, шулай уҡ алғы һыҙыҡҡа боеприпастар һәм медикаменттар ташыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ осоу системалары батальонына йыйыу иғлан ителде. БПЛА батальоны сафында хеҙмәт итеү менән ҡыҙыҡһынған ир-егеттәр 8 (34764)-3-25-24; 3-23-91 телефонына шылтырата ала.
"Көнгәк" гәзитенән