+11 °С
Облачно

Ауыл һулышы Ҡымыҙмы, әллә ҡымыҙ эсемлегеме?

Һуңғы йылдарҙа ҡымыҙ етештереүселәр, уны үҙ итеүселәр бермә-бер  артты. Был – сәләмәтлекте нығытыу яғынан ғына түгел, милли традицияларыбыҙҙы һаҡлау, уға иғтибарҙың көсәйеүе йәһәтенән дә ҡыуаныслы күренеш. Әммә, ҡымыҙ исеме аҫтында тәме, төҫө менән дә уға оҡшаш эсемлектәрҙең һатыуға сығарылыуы ла йышайҙы. Ошо хәл ябай һатып алыусыларҙа төрлө фекер уятһа, әлеге эш менән ныҡлап шөғөлләнеүселәрҙә иһә ныҡлы борсолоу тыуҙыра. Ниндәй ул сирләгәндә аяҡҡа баҫтырған, арығанда дәрт-дарман биргән шифалы башҡорт ҡымыҙы? Ошоно асыҡлау өсөн Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында йәшәп,  ҡымыҙ етештергән Сажиҙә һәм Илдар Шәриповтарҙың йәйләүенә юлланабыҙ.

Ауыл һулышы Ҡымыҙмы, әллә ҡымыҙ эсемлегеме?Ауыл һулышы Ҡымыҙмы, әллә ҡымыҙ эсемлегеме?
Ауыл һулышы Ҡымыҙмы, әллә ҡымыҙ эсемлегеме?

Яңы Байрамғол ауылы элек-электән ҡымыҙ иле булараҡ тирә-яҡта танылыу алған. Шифалы эсемлек бөгөнгө кеүек һатыуға күпләп сығарылмаған осорҙа ла бындағы ҡымыҙҙың тәмен, дауаһын яҡшы белгәндәр, хатта күрше республикаларҙан да килеп тәжрибә уртаҡлашып, ҡымыҙ бешеүселәрҙе үҙҙәренә саҡырып, оҫталыҡтары менән бүлешеүҙәрен һорағандар. Байрамғол ҡымыҙы менән төрлө илдәрҙән Мәскәү олимпиадаһына килгән ҡатнашыусыларҙы һыйлау һәм  иң сифатлы милли эсемлек етештереүселәр булараҡ, СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашып, өс көмөш, ике бронза миҙал алып ҡайтыу ҙа бәләкәй генә ауылдың түгел, ә бөтә  Башҡортостандың данын арттыра. Ошондай  бай иҫтәлектәре булған байрамғолдарҙың боронғо шөғөлөн дауам итә лә инде Шәриповтар ғаиләһе.

 Быйыл уларҙың ҡымыҙсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнеүенә лә теүәл ун бер йыл булып киткән. 14 баш бейә һауыуҙан башлап ебәргән эштәре бөгөн яйға һалынған, тәүге ҡыйыуһыҙ аҙымдар ҙа нығынған, ниәт-маҡсаттары ла яйлап тормошҡа ашырылған. Тыуған еренә тамыр йәйеп, аяғында ныҡ баҫып торған йүнселдәрҙең береһе хәҙер Шәриповтар. Үҫеш юлына сығыуҙа, тәү сиратта, дәүләт  программаларының ҙур матди ярҙам булыуын билдәләп, уларҙы файҙалана белергә саҡыра  улар. Мәҫәлән «Агростартап» программмаһы буйынса бүленгән өс миллион һумға Әбйәлил районынан өс йәшлек бейәләр һатып алыу уларға ҡымыҙ етештереү күләмен күпкә арттырыуға ярҙам иткән. Килем алыуҙы ғына күҙ уңында тотмай, шөғөлдәрен сифатлы үҫтереү өҫтөндә лә етди эшләй улар. Бының өсөн даими рәүештә  Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы  ойошторған  семинарҙарҙа, ҡымыҙ фестивалдәрендә, республика кимәлендә үткән сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашалар, еңәләр. Бындай әүҙемлек уларға башҡа  райондарҙың ҡымыҙсылары менән тәжрибә уртаҡлашып  камиллашыуға ла мөмкинлек бирә.

– Ситтән ҡарағанда йылҡы тотоу ҡаҙы ашап, ҡымыҙ эсеп анһат ҡына йәшәү кеүек күренәлер. Тик уларҙы ризыҡ иткәнсе әллә күпме өйрәнергә, йүгерергә тура килә. Һәр малға айырым тәрбиә, иғтибар талап ител­ә. Ҡайһыһы-ныңдыр йәше олоғайған – һуғымға тотонорға кәрәк, икенсе береһе айғырҙы оҡшатмай, тағы береһенең ҡолонларға ваҡыты еткән.

Ҡолондарҙы ла бейәһенә мәлендә ҡушып, ваҡытында айырыу мөһим, был да үҙенә күрә бер тәртип. Йылҡы малы бигерәк аҡыллы бит ул, айырыуса айғырҙарҙа был ныҡ һиҙелә.  Уларҙа ата-әсәлек инстинкты, үҙ өйөрө өсөн яуаплылыҡ көслө. Айғыр яңы тыуған ҡолоно аяғына баҫып киткәнсе хәстәрлек күрһәтеп эргәһендә һаҡлап тора, шул уҡ ваҡытта өйөрөнән дә күҙ яҙҙырмай, туҙҙырмай. Үҙенән тыуған «ҡыҙыҡай» ҡолондарҙы бөтөнләй  ҡабул итмәй, балаһы икәнен белеп, уларҙы өйөргә яҡынлатмай ситкә ҡыуып сығара. Шуға биш йыл һайын айғырҙы алыштырып тороу мотлаҡ, – тип һөйләй уңған хужабикә. – Малсылыҡ менән булышҡандар әлеге нескәлектәрҙе лә белергә тейеш. Фермерҙар өсөн ойошторолған семинарҙарҙа, конкурстарҙа  ҡатнашыу ошоноң кеүек бик күп файҙалы мәғлүмәттәрҙе бирә лә инде. Мәҫәлән, һауындың сифатын кәметә, ҡул менән һауыуға етмәй, тип элегерәк аппараттар алыуға ҡырҡа ҡаршы инем. Семинарҙарға йөрөп, үҙемдең дөрөҫ уйламауымды белдем, баҡһаң, машина менән һауғанда, киреһенсә, һөт ҡуйыраҡ та, күберәк тә була икән. Бейә һөтөн йәшереп ҡалдырмай эйһен өсөн туҡтамайынса, бер темпта тиҙ-тиҙ генә һауырға кәрәк. Бармаҡтарың талып яйлаһаң,  ҡолонға һөт йәшереү өсөн уңайлы мәл сыға, ә машина бындай мөмкинлекте бирмәй. Тик бөтә эште лә техникаға ғына күсереп булмай, эргәбеҙҙә оҙаҡ бергә эшләгән, үҙ һөнәрен белгән ышаныслы ярҙамсыларыбыҙ бар. Бөгөн күп кенә фермерҙар көтөүселәр, һауынсылар етешмәүенә, шул арҡала тотҡарлыҡтар булыуына зарлана. Беҙҙә әлегә был проблема юҡ. Шуға ла эшселәребеҙгә  хеҙмәт хаҡын ваҡытында тейешенсә түләп, ризалыҡта ҡалдырырға тырышабыҙ. Һәр кемдең үҙ бурысы бар: көтөүсе – мал, һауынсы –  һөт, ҡымыҙ бешеүсе ҡымыҙ өсөн генә яуап бирә. Өҫтәп ҡушмайбыҙ. Был,  эште еренә еткереп, күңел һалып башҡарырға булышлыҡ итә. Ҡымыҙ бешеүсебеҙ Минзилә Аллабирҙе ҡыҙының  егерме йылға яҡын тәжрибәһе бар. Эшенә үтә етди ҡарай, төрлө хушбуй һәм башҡа төрлө еҫтәрҙе һеңдертмәү өсөн сит кешеләрҙе түгел, хатта һауынсыларҙы ла ҡымыҙ өйөнә индермәй. Беҙҙең ҡымыҙҙың еңел, тәмле, шампан шарабы кеүек күбекләнеп тороуонда нәҡ уның тырышлығы ҙур. Көтөүселәребеҙ – Рәүеф Фәтҡуллин менән Рәсих Мөхәмәтбаев та – мал йәнлеләр, үҙ һөнәренең оҫталары. Рәүеф ағай Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында ла эшләп киткән, бөгөн күрше-тирә райондарҙың сабыш аттарын төрлө ярыштарға әҙерләүгә лә ваҡыт таба. Малсылар өсөн йәйләүҙә мунсаһы менән бәләкәй өй һалынған, үҙ малдарын да ошонда көтәләр. Йылҡысылыҡ эшен башлар алдынан иптәшем: «Кәрәкмәгәндә – һүндереп, боҙолһа – ремонтлап алырға, мал техника ла, килем сығанағы ла  түгел, уға бер туҡтауһыҙ тәрбиә, иғтибар кәрәк», – тип оҙаҡ ҡына уйланғайны. Эшселәребеҙ  кәрәкле тәрбиәне лә, иғтибарҙы ла бирергә ярҙам итә, – ти Сажиҙә Шәүкәт ҡыҙы.

Шәриповтар өсөн көн ҡояш ҡалҡҡанда – һауынсыларҙы һәм ҡымыҙ бешеүсене алып таң менән Янтыҡташ йәйләүенә киткәндә башлана. Хужа көтөүселәргә ҡолондарҙы айырырға ярҙамлашҡан арала хужабикә, кистән бешелгән ҡымыҙҙарҙы тейәп, юл буйына ҡуйылған киоскыға, Учалы ҡалаһындағы һигеҙ һатыу нөктәһенә таратып сыға. Бер ауылдан өс ғаилә ҡымыҙ етештереү менән булашһа ла,  әҙерләнгән  ҡымыҙ көнөндә китеп тора, һатып алыусылар өҙөлмәй, байрам, ял көндәрендә ул хатта етмәй ҙә ҡала. Бейәләр бер үк һыу эсеп, бер үлән ашап, уртаҡ күк аҫтында йөрөй, әммә һәр ҡымыҙҙың үҙ тәме, көтөп торған һатып алыусыһы бар.  Байрамғол ҡымыҙының бренд кеүек танылыу алыуы Шәриповтарға айырыуса яуаплылыҡ өҫтәй. Шуға күрә улар ҡымыҙҙың тәбиғи тәмен үҙгәртмәй, төрлө тәмләткестәр ҙә ҡушмай. Ғөмүмән, Сажиҙә Шәүкәт ҡыҙы был мәсьәләгә бик етди ҡарай.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналыбыҙҙың июль һанында уҡырһығыҙ.

 

Эльза Мөхәмәҙиева

Ауыл һулышы Ҡымыҙмы, әллә ҡымыҙ эсемлегеме?
Ауыл һулышы Ҡымыҙмы, әллә ҡымыҙ эсемлегеме?
Ауыл һулышы Ҡымыҙмы, әллә ҡымыҙ эсемлегеме?
Ауыл һулышы Ҡымыҙмы, әллә ҡымыҙ эсемлегеме?
Автор:
Читайте нас