+13 °С
Ясно

Тәрбиә мәктәбе Өләсәй янындағы йәннәт

Борон-борондан өләсәй тәрбиәһе оло мәғәнәгә эйә беҙҙә. Каникулды өләсәйҙә үткәреү ҙә – матур бер ғәҙәт. Ҡала малайҙары һәм ҡыҙҙары, ауыл йәшәйешенә күнеп, йәй буйына ята унда. Ята тигәнем инде, бөтә ваҡ-төйәк эштә ярҙамлаша, тормош һабағы үтә. Ә бөгөн, нейроселтәрҙәр һәм интернет заманында, был традиция үҙгәрмәгәнме? Ейәндәр менән өләсәй бәйләнеше һаҡланамы әле лә? Был хаҡта беҙ маһир өләсәйҙәр – Мәләүез районы Ҡаран ауылынан Гөлнур Шәрипова һәм Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылынан Әлфинә Әфләтүнова менән һөйләштек.  – Ваҡыт менән ҡиммәттәр ҙә үҙгәрә. Ҡайһы бер өләсәйҙәр ситкә вахтаға сығып китә, хәҙерге балаларҙы тәрбиәләүе ауыр, тип әйтеүселәр ҙә бар. Ә һеҙ ниндәй өләсәй? Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ каникулға  ауылға ҡайтамы һәм был мәшәҡәт түгелме һеҙгә?

Тәрбиә мәктәбе Өләсәй янындағы йәннәтТәрбиә мәктәбе Өләсәй янындағы йәннәт
Тәрбиә мәктәбе Өләсәй янындағы йәннәт

Гөлнур Шәрипова:

– Минең өсөн йорт – ейәндәр тауышы яңғырап торған йәнле утрау. Арыһам да, уларҙы ситкә типмәйем, киреһенсә, балаларым янда булыуҙан кинәнес табам. Яңыраҡ 68 йәшем тулһа ла, зарланмайым,   яуаплылыҡтан ҡурҡмайым. Ейәндәремде Аллаһ биргән иң ҡәҙерле бүләктәй ҡабул итәм. Улар беҙҙә бишәү: өлкәне Азалия медицина колледжында уҡый, Динис робототехника менән мауыға, Альберт – кухняла төп ярҙамсым, бәләкәй Амалия менән Эвелина – итәгемә тағылып, бөтә эшемде күҙәтеп йөрөүсе күҙ нурҙарым. Улар килһә, йорт йәнләнеп китә. Ситкә сығып эшләүсе өләсәйҙәр үҙҙәрен ошо иң татлы минуттарҙан, оло бәхеттән мәхрүм итә, тип кенә әйтә алам. Нимә мөһим икәнен һәр кем үҙе һайлай инде. Мин – хеҙмәт ветераны, 30 йылдан ашыу балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләнем, шуға бәләкәстәр менән уртаҡ тел таба беләм һәм ейән-ейәнсәрҙәремдең быуын нығытҡан сағында ышаныслы дуҫы, баш терәр таянысы булырға теләйем. Нәҫелебеҙҙең ырыҫлы киләсәге хаҡына йөрәк йылыһын да, көсөмдө лә йәлләмәйем. Нимә сәсәһең – шуны ураһың!

 

Әлфинә Әфләтүнова:

–  Алты ейәнебеҙ бар: өс малай, өс ҡыҙ. Өлкәне Карина университет тамамланы инде, ул матур итеп туған телдә һөйләшеп, эшләшеп минең ҡулда үҫте. Хәҙер йәйен бөтәһе лә ҡайта – Себерҙән, Өфөнән, Шишмәнән. Һис мәшәҡәт тип ҡарамайым быға. Алдан әҙерләнеп ҡуябыҙ: ниндәй һарыҡты һуйырға, баҡсаға өҫтәп нимә сәсергә... Балаңдың балаһы балдан татлы, тиҙәр бит. Ысынлап та шулай. Бәләкәстәр тауышы гөрләп торғанда ғына тормоштоң, йәшәгән ғүмереңдең юҡҡа түгел икәненә төшөнәһең, ҡыҙыҡ та бит улар менән. Һәр ваҡыт үҙең өсөн дә ниндәйҙер яңылыҡ асаһың. Ә улар туғанлыҡтың, ярҙамсыллыҡтың нимә икәнен белеп үҫә. Оҙаҡ йәшәргә теләһәң – хәрәкәттә бул, мәрхәмәтлек ҡыл, тигән йәшәү девизы менән көндө башлайым. Беҙ һикһәнде ҡыуған Мәүлит ағайығыҙ менән әле булһа һыйыр, быҙау, һарыҡ аҫрайбыҙ. Ейәндәр үҙебеҙ үҫтергән таҙа ризыҡ менән туҡлана. Ит, һөт, емеш-еләк, йәшелсә – бөтә нәмә үҙебеҙҙеке. Аҙыҡты магазин кәштәһенән генә түгел, ә үҙ ҡулдарың менән булдырырға мөмкин икәнен дә күреп йөрөйҙәр. Балалар менән бергә үҙ йәшебеҙҙе лә онотабыҙ, улар беҙҙе бәхетле итә. 

 

– Хәҙерге балалар иҫәпһеҙ-һанһыҙ түңәрәктәрҙән, секцияларҙан арып туҡтай каникулға. Шул уҡ ваҡытта гаджеттарҙан да айырып алыу ауыр үҙҙәрен. Ейәндәрегеҙҙең ялын нисек ойоштораһығыҙ, ниндәй тәрбиә бирәһегеҙ?

 

Гөлнур Шәрипова:

– Эйе, телефондарҙан айырыу еңел түгел. «Шәхси территория»ларына инмәй, ғәйепләмәй генә башҡа нәмәләргә  иғтибарҙарын йүнәлтергә тырышам. «Телефоныңды һал», – тип туҡтауһыҙ киҫәтеү ҙә дөрөҫ түгел. «Балалар, һеҙгә үҙемдең бала сағымдағы әкиәтте һөйләйемме? Уны планшетҡа яҙып ҡуйығыҙ, юғиһә онотормон», – тигән булам. Яҙалар. Икенсе көндө шул әкиәт буйынса рәсем төшөрөргә тәҡдим итәм. Уҙышып ҡәләм менән һүрәт төшөрәләр. Бүләгем дә әҙер генә тора. Был күп ваҡытты алмай, ләкин ижад ҡомарын уята, берләштерә. Сәй эсеп ултырғанда эштәрҙе бүлешәбеҙ: кем түтәл утай, кем бәпкә көтә, ем һала, кем һыу һибә, һауыт-һаба йыуа.

Мин уларға өс төп сифатты һалырға тырышам. Беренсеһе – үҙ көсөңә ышаныс.  «Һин булдыраһың, балам», – тип ҡабатлайым гел.  Ниндәйҙер эште атҡарып сыҡһа, маҡтайым. Икенсеһе – ихтирам. Ҡурҡытыу, түбәнһетеү аша түгел, үҙ өлгөңдә, матур ғәмәлдәреңдә яуланған ысын ихтирамдың ҡөҙрәте ҙур булыуын билдәләйем. Балаларға яғымлы итеп өндәшәбеҙ, яңылышҡан урындары булһа, ипләп аңлатабыҙ, хатта шаяртҡанда ла кәмһетмәйбеҙ. Өсөнсөһө — ҡыйынлыҡтарҙан ҡасмаҫҡа өйрәтәм. Үткән йыл операциянан һуң   ауыр булды миңә. Ошо бәләкәстәр йомошомдо йомошлап йүгереп йөрөнө: бутҡаһын да бешерҙе, түтәлен дә утаны. Улар шуны аңланы: ҡайһы ваҡытта өләсәй ҙә ярҙамға мохтаж булыуы бар, ошо мәлдә кескәй генә ярҙам да оло булып күренә. 

Балаларға һәр саҡ яғымлы өндәшәбеҙ, олатаһы менән шаяртып та алабыҙ. Китапханаға бергә барып, үҙҙәре теләгән китапты һайлатам, ә магазинда химияһы әҙерәк булған аҙыҡ-түлекте ҡарап һатып алабыҙ, күҙем күрмәй, тип кәңәш тә һораған булам. Шунан үҙҙәре күтәрешеп ҡайта. Бала күңеле көҙгө кеүек асыҡ, шишмә һыуы кеүек саф, таҙа бит ул. Ниндәй булып үҫеүе беҙҙән, өлкәндәрҙән, тора. Шуның өсөн йәш быуында әҙәп, әхлаҡ нигеҙҙәре, рухи ҡиммәттәр, милли үҙаң, тыуған төйәккә, туған телгә һөйөү, милләт-ара дуҫлыҡҡа, бер-береңә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә тырышабыҙ.

 

Әлфинә Әфләтүнова:

— Балаларға сәхрәлә рәхәт – ирекле ҡош кеүек улар: һыу инәләр, балыҡ ҡармаҡлайҙар, футбол уйнайҙар. Ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йорто мөдире Лена Ҡандарова быйыл бөтә балалар өсөн йәйге лагерь ойошторҙо. Төшкә тиклем шунда улар: уйнатып, ҡул эштәренә өйрәтеп, сәй эсереп ҡайтара. Телефон хаҡында ла онота балалар.  Өйҙә мин уларҙы эшкә ҡушам. Үҙҙәре картуф әрсей, баҡсаға һыу һибә, мал ҡарай. Һауыттарҙы йыйыштыра башлаһаң, кескәй Анита ла «үҙем йыуам» тип һикереп төшә, гөлдәргә лә ул һыу һибә.  Ни бешерәм, шуны ашайҙар. Иртән йоҡонан уяныуҙарына өҫтәлдә майлы ҡоймаҡ көтә, мейестә – бәлеш, итле һурпа боҫрап бешеп ултыра. Йәй буйына бәләкәстәрем эремсек, ҡаймаҡ, түтәлдән яңы өҙөлгән йәшелсә, еләк-емеш ашап көс туплай. Килешмәгән ҡылыҡтарын ваҡытында үҙҙәренә әйтеп аңлатып барам. Мин үҙем үпкә һаҡламайым, күп нәмәне шаярыуға борам. Шуға улар ҙа әйткәнде аңлап ҡабул итә. Тағы бер йәшәү сере: әсәй йәки өләсәй эстән тыныс, ныҡлы икән, балалар ҙа тыныс, тәртипле була.

 

Мәҡәләне тулыһынса журналыбыҙҙың июль һанында уҡырһығыҙ.

Тәрбиә мәктәбе Өләсәй янындағы йәннәт
Тәрбиә мәктәбе Өләсәй янындағы йәннәт
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас