+11 °С
Облачно

Илһөйәр Окоп хәҡиҡәте

«Ферзь» позывнойлы хәрби табип Айгөл Ширәева ике йыл Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары биләмәһендәге госпиталдәрҙә меңдәрсә яугирҙең ғүмерен ҡотҡара. Әле ул күп функциялы реабилитация үҙәге асыу хыялы менән яна. – Был йылдарҙа ныҡ үҙгәрҙем. Ғүмер ебенең ни хәтлем нескә икәнен күрә йөрөү иһә күңелемде йомшартты ла, нығытты ла кеүек. Элек юҡ-бар өсөн генә лә ҡайғырһам, хәҙер улай түгелмен. Тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәндем. Һәр минуттың. Яҡыныңды ҡосаҡлай алыу мөмкинлегенең, – ти Айгөл.

Илһөйәр Окоп хәҡиҡәтеИлһөйәр Окоп хәҡиҡәте
Илһөйәр Окоп хәҡиҡәте

Махсус хәрби операция башланғас та ағаһы менән МХО дауаханаларына гуманитар ярҙам йыйыуға тотона ул. Әммә тиҙҙән шуны аңлай табип: һәр секунд иҫәптә булған ерҙә уның ҡулдары кәрәк. Яу яланында йөрөгән кеше һинең яҡының булыуы ла мөмкин бит – шулай тип күҙ алдына килтерә. Өйҙә ятырға хоҡуғым юҡ, тигән ҡарарға килә Айгөл.

Һуғыштың – үҙ ҡанундары. Хирург, невролог, реабилитолог булып эшләгән Айгөлгә байтаҡ нәмәгә өр-яңынан өйрәнергә тура килә. Бына нимә тип һөйләй ул: «Иң кәрәкле сифат – тиҙ һәм эмоцияға бирелмәй генә эшләү. Мөмкинлек сығыу менән йоҡлап алыу, ни бирһәләр – шуны ашау. Һуғышта көйәҙләнеп тороп булмай. Ҡурҡынысмы? Әлбиттә. Шартлау тауышын телевизорҙан түгел, ысынлап ишеткәндә, кире ҡайтырмынмы-юҡмы – шуны ла белмәй машинала китеп барғанда ҡурҡтым. Был – тәбиғи. Ҡурҡмайым, тигән кеше йә алдай, йә бер нимә лә аңламай. Әммә был тойғоно еңергә тейешһең. Яралы яугир эргәһендә хирургтың ҡулдары ҡалтырамай. Паникаға бирелергә хоҡуғым юҡ ине минең. Бер юлы 10–20 яралы килһә, һин йәһәт кенә хәлде баһаларға бурыслыһың: кемдең йәрәхәтен иң тәүҙә бәйләргә, кемгә кисектермәй операция яһарға кәрәк. Бер хатаң үлемгә торошло. Шахмат уйыны тиерһең, тик партияның хаҡы – кеше ғүмере».

Физик ауырлыҡтарға күнегәһең, ә бына егерме йәшлек кенә егеттәрҙең аяҡһыҙ, ҡулһыҙ ҡалғанын күреү бигерәк ҡыйын. «Онотолмай улар. Күҙҙәрендә бер юлы өмөт тә, ҡурҡыу ҙа сағыла. Һин иһә, ҡурҡыу – китһен, ә өмөт ҡалһын өсөн, барыһын да эшләргә тейешһең. Кешегә ампутацияның уның ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн кәрәк икәнен аңлатыу әйтеп биргеһеҙ ауыр. Көсһөҙлөк хәлде ала. Һин бер нисек тә ярҙам итә алмаған осраҡтар була, шул саҡтарҙа ни ҡылырға ла белмәйһең. Әммә яраһын теккәндә лә шаяртып һүҙ ҡушырға көс тапҡан яугирҙәр алдында ебеп төшә алмайһың», – тип бүлешә уйҙары менән табип.

Ауыр яралы егеттәр бер айҙан хәрәкәткә килһә, уларҙың үҙҙәренә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡыуана Айгөл. Бик һирәк кенә эләккән ял минуттарында сәй эсеп алырға мөмкинлек тыуа, яугирҙәр менән аралаша, уларҙың һөйләгәнен тыңлай. Һәр береһе – үҙе китап яҙырлыҡ. Батырлыҡ, тыуған илгә һөйөү тураһындағы тарихтарҙы яҙып ала.

Госпиталь артында түтәлдәр ҡаҙып, йәшел тәмләткес үләндәр сәсә. «8 Мартҡа, тыуған көнөмә бүләк ителгән раузаларҙы ҡаҙап ҡуйғайным, тамыр ебәрҙеләр –  шул мөғжизә түгелме ни?» – тигән һүҙҙәрендә ниндәй ауырлыҡтар аша үткәндә лә матурлыҡҡа, изгелеккә ынтылышы һүрелмәгәнен күрәһең. Блиндаждарҙа, палаткаларҙа, ваҡытлыса ышыҡтарҙа йәшәйҙәр. Бер ниндәй шарт юҡлығына ла бик тиҙ күнегәһең. Иң мөһиме – баш осоңда ниндәйҙер ҡыйыҡ булыуы һәм бер нисә сәғәт кенә булһа ла йоҡлап алыу мөмкинлеге. Икешәр аҙна йыуынмаған саҡтар ҙа була, әммә алда ҙур бурыстар торғанда ул турала уйламайһың.

– Ғаиләм – ҡәлғәм, тигәнде ысын мәғәнәһендә тойҙом. Яҡындарымдың терәге булмаһа, көсөм етер инеме икән? Әсәйем Гүзәл Нәсих ҡыҙы Садиҡова – иҫ киткес көслө ҡатын. Минең ҡарарымды ишеткәс, күҙҙәренә йәш тулды, әммә ҡаршы бер ни ҙә әйтмәне. «Иҫән ҡайт. Мин көтөрмөн. Һәр минут доғалар уҡырмын», – тине. Мин быны атыу тауыштары аҫтында ла тойҙом. Әсәйем минең блиндажда йәшәгәнемде лә, эргәлә генә  снарядтар шартлағанын да белде, әммә бер тапҡыр ҙа: «Етте,  ҡайт», – тимәне. Ул миңә ышанды. «Ашаныңмы?», «Йоҡланыңмы?» – тип тыныс тауыш менән һорауы күңелемде йылытты, арыу-талыуҙарым юҡҡа сыҡҡандай булды. Яуҙа ҡурҡыу белмәҫ хәрби табип булһам да, әсәйем өсөн һаман ҡәҙерле ҡыҙы булып ҡалам шул, – тип йылмая Айгөл. – Балаларым көн һайын шылтыратып торҙо. Юлиана шиғыр уҡый, ә

Леонард-Әмир мәктәбе тураһында һөйләй. Уларҙың тауышы – иң яҡшы дарыу, минең тылым – улар. Ағайым Ренат Фәрит улы Садиҡов – тиҙ ярҙам һәм спорт медицинаһы табибы. Мин нимә кисерһәм, шуны һиҙеп-тойоп торҙо, икебеҙҙә бер ҡан аға бит. Һөнәребеҙ ҙә бер. «Һин – Ферзь. Ферзь бер ҡасан да бирешмәй», – тине. Арабыҙҙа меңәр саҡрымдар ятһа ла, уның яҡынлығын, хәстәрен тойҙом. Ул минең яныма посылкалар тейәп биш тапҡыр килде, ә бер сәйәхәте тыуған көнөмә тап килтереүе үҙе бер мөғжизә булды. 

Яугирҙәр өсөн тыуған ерҙән гумконвойҙар килеүе – үҙе байрам. Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары үҙ ҡулдары менән тегеп, бәйләп, үреп ебәргән әйберҙәрҙә ни хәтлем хәстәрлек ятҡанын тоя улар.  «Изге теләктәр теләп ебәрелгән посылкаларҙа ни тиклем ыңғай   энергия ята! Бер саҡ сәй ебәргәндәр. Тыуған еребеҙҙең үләндәрен ҡушып. Бер мәлгә генә үҙебеҙҙе өйҙә икән тип хис иттек, – тип дауам итә әңгәмәсем. – Иң ҡыуандырғаны – синыфташым Гүзәл Коваленко ойошторған «Беренсе тирмә» проекты. Бер саҡ ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙәргә ҡыҫтыбый, бөйөрөктәр бешереп ашатты. Күҙ  алдына килтерәһегеҙме, дары һәм төтөн еҫе аңҡып торған урында ҡапыл ғына өй, бала саҡ, картуфлы ризыҡ еҫе аңҡып китте. Яугирҙәр өсөн шунан да яҡшы дауа булыуы ла мөмкин түгелдер».

Мәҡәләнең тулы вариантын журналыбыҙҙың июль һанында уҡығыҙ.

Гөлшат Ҡунафина

Фото героиняның шәхси архивынан

Илһөйәр Окоп хәҡиҡәте
Илһөйәр Окоп хәҡиҡәте
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас