

Тормоштоң әсе-сөсөһөн ярайһы татыған, беренсе ғаилә уңышһыҙлыҡтарын да кисергән һәм йәшәйеште реаль ҡабул итерлек булған хәлдә осраша улар. Тик донъя бит ул шундай, ҡатыҡты ла өрөп ҡабырмын тигәндә лә, уйламаған кисерештәр, көтөлмәгән тойғолар, хыял да итә алмаған бәхет биреп ҡуя. Һәм һин уларҙан баш тарта алмайһың. Өс бала менән яңғыҙ ҡалып, инде шәхси пландар ҡормаған, бары көнкүреш мәшәҡәттәре менән ҡайнап йөрөгән Сәлимәнең яҙмышында тап шулай хасил була Марсель. «Килдем, күрҙем, яуланым!» тигән ҡанатлы латин һүҙҙәрендәгеләй ул ҡатынды тиҙ арала үҙенә ҡарата һәм өйләнешеүгә тәҡдим яһай ҙа. Бер-береһенә им һәм шифа, терәк һәм таяныс булып бергә йәшәп китәләр.
2025 йылдың ғинуарында, ҡауышыуҙарына ярты йыл тигәндә, Марсель махсус хәрби операцияға юллана. «Матурым, ғәфү ит, тик аңла мине, – ти ул кәләшенә. – Унда китергә күптән әҙерләнгән инем, һине осратыуым ғына туҡтатып торҙо был ниәтемдән. Әйләнеп ҡайтырмын, йорт алып ебәрербеҙ, баҡса үҫтерербеҙ...» Шулай йыуата ҡатынын яугир. Әлбиттә, Сәлимә бөтә йөрәге менән был вәғәҙәгә ышана. Башҡаса булыуы мөмкин түгел бит һуң!
Ғаилә башлығы «унда» йөрөгәндә өйҙә сабый тыуа. Ҡыҙына Сара тип ҡуша атай телефон аша һәм уны дүрт айында ғына ҡайтып күрә ала. Ә уға тиклем әле, тап бәпес алып ҡайтҡандан һуң, Марсель илле көн дошман ҡамауында ята. Уны юғалталар. Көнө төнгә солғанып борсолоп көтә Сәлимә. Бары ҡулындағы сабыйы ғына һынмаҫҡа, бөгөлөп төшмәҫкә көс бирә. Ай ярым тигәндә саҡ бәйләнешкә сыға ире. Ямғыр һыуы эсеп, ағас тамырҙары кимереп тигәндәй тереклек итеп йәндәрен һаҡлап алып ҡалған икән улар. Был үҙе бер мөғжизәүи тарих була.
Мәҡәләнең дауамын журналыбыҙҙың июль һанында (2026) уҡығыҙ.
Фото героиняның шәхси архивынан