+17 °С
Ясно

Бер юлы биш миҙалға лайыҡ булған Полина Дмитриеваға бүләк тапшырылды

Радий Хәбиров гимнастика буйынса Европа беренселеге триумфаторы Полина Дмитриеваға һәм уның тренерына наградалар тапшырҙы

Бер юлы биш миҙалға лайыҡ булған Полина Дмитриеваға бүләк тапшырылдыБер юлы биш миҙалға лайыҡ булған Полина Дмитриеваға бүләк тапшырылды
Бер юлы биш миҙалға лайыҡ булған Полина Дмитриеваға бүләк тапшырылды

Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика башлығы спорт гимнастикаһы буйынса Европа беренселеге еңеүсеһе Полина Дмитриеваны һәм уның остазы Елена Кайгулованы бүләкләне. Елена Кайгулова Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән билдәләнде, ә йәш спортсы Полина Дмитриева Башҡортостан башлығының рәхмәт хатын алды. Хәбиров йәш спортсының ата-әсәһе Антонина һәм Юрий Дмитриевтарға рәхмәт белдерҙе. "Һеҙ афариндар. Яҡшы ныҡлы ғаилә, шундай йондоҙсоҡ тәрбиәләп үҫтергәнһегеҙ. Республика спортсыларыбыҙҙың уңыштары менән ғорурлана», — тине төбәк башлығы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Хорватияла ике көн эсендә Полина дүрт алтын һәм бер көмөш миҙал яуланы. Аэропортта спортсыны сәскәләр менән ҡаршы алалар.

Фото, материал "Башинформ"

Автор:
Читайте нас