

Шулай итеп, айыртылған һөттө ойотмос (әсе ҡатыҡ) ҡушып ойотабыҙ. Әсе ҡорот эшләр өсөн уны бер нисә көн тотоп, әсетергә кәрәк, ә сөсө булһын тиһәң, әсетмәй, тиҙ арала эшләргә кәрәк. Ҡатыҡты ҡаҙанға ҡойоп, талғын ғына утта өҫтөнә күбеге сыҡҡансы ҡайнатаһың. Ҡайнап сыҡҡансы һарпып (сүмес йә ағас ижау менән болғатып) торорға кәрәк. Эркет һыуынып, ҡуйыһы төбөнә ултырғас, болғатып ебәреп, кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән тоҡҡа ауҙарып, һарҡытырға ҡуяһың. Һарҡып бөткәс, ҡоротто тоҙлап баҫып, йомғаҡтар яһап (кемдер ҙурыраҡ, кемдер вағыраҡ яһай), таҡтаға һалаһың да, өҫтөнә йоҡа ғына сепрәк менән ҡаплайһың. Был – йәш ҡорот. Йәш ҡороттан ыҫланған ҡорот эшләйбеҙ.
Ул былай эшгләнә: ҡорот ыҫлау өсөн махсус әҙерләнгән ылашҡа һалына. Уның аҫтына ерек утынынан сыраҡ әҙерләнеп, ут төртөлә. Ыҫланған ҡорот эшләү өсөн фәҡәт ерек утыны файҙаланыла, сөнки ул быҫҡып яна, ҡайнатманың тәме әсе булмай. Башҡа ағас ҡулланғанда, аҙыҡҡа ҡырҡыу тәм һеңәсәк.
Ылаш былай әҙерләнә: махсус мейес кеүек нәмә яһала (уға ут яғып була). Өҫтөнә ағастан тигеҙ, йыш һалынған рәшәткә кеүек таҡтанан эшләнгән әйбер ҡуйыла. Уға ҡороттар теҙелә. Ыҫлау өсөн ике көн буйына (төнөн дә) быҫҡытып ҡына ут яғыла. Ағасты түмәр көйөнсә усаҡҡа ташлап торалар. Өсөнсө көндә ыҫ тәме һеңгән, туғай еҫе сыҡҡан, иҫ киткес татлы ризыҡ барлыҡҡа килә.
Р. Хөснуллина яҙып алды.
Фото Р. Хөснуллина