+17 °С
Облачно

Һалдат әсәһе Уңалмаҫ яра

Ҡаршымда, ауыр уйҙарына сумып, улын юғалтҡан әсә ултыра. Өҫтәлдәге альбомдан балаһының фотоларын алып ҡат-ҡат һыйпай. Күҙҙәрендә – төпһөҙ һағыш... «Денис бәләкәйҙән шаян һәм тиктормаҫ булды, – тип һүҙен башлай Наилә апай. – Мин лидер булам, ти торғайны. Кешеләрҙе яратты, ә дуҫтары өсөн йәнен бирергә лә әҙер ине. МХО-ла шәһит киткән Радик дуҫының үлемен ауыр кисерҙе, шунлыҡтан, иптәштәрем унда, мин дә барам, әсәй, ситтә тороп ҡала алмайым, тине. Кәләшем дә, балам да юҡ, тип үҙ теләге менән контракт төҙөнө». Наилә Яхъя ҡыҙына быларҙы һөйләүе еңел түгел. «Иҫкә төшмәгән бер минуты ла юҡ бит, ятһам да, торһам да, гел уны уйлайым, һағынам баламды, – ти ул күҙ йәштәрен һөртөп. – Денискә бер йәш тулғанда, Айгиз ҡустыһын алып ҡайттыҡ. Мин ағаймын тип, сәңгелдәккә йүгереп барыр ҙа, туғанын бәүелтеп ултырыр ине. Хәҙер уйлайым да йәнем әрней, баш балама һөйөү-наҙым да етеңкерәмәгәндер инде, бәп-бәләкәс кенә балабыҙға ағай ролен йөкмәткәнбеҙ ҙә ҡуйғанбыҙ», – ғаилә альбомынан бер тиң малайҙарҙың фотоһын ҡарап, Наилә апай көрһөнөп ҡуя.

Һалдат әсәһе Уңалмаҫ яраҺалдат әсәһе Уңалмаҫ яра
Һалдат әсәһе Уңалмаҫ яра

Денис Наилә һәм Ирек Әбүбәкеровтар ғаиләһендә, 1990 йылдың 5 ноябрендә, Куйбышев (хәҙерге Һамар) ҡалаһында донъяға килә. Ул саҡта ғаилә башлығы урындағы авиация заводында инженер-механик  вазифаһын башҡарған була. Биш йылдан һуң йәш ғаилә, тыуған яҡтарға яҡыныраҡ булайыҡ тип (Наилә апай – Баймаҡ районынан, Ирек ағай – Хәйбулланан), Сибайға ҡайтып төпләнә.

– Улыбыҙ Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем алды. 9-сы синыфты тамамлағас, Сибай күп тармаҡлы һөнәри колледжына уҡырға инде. Техниканы яҡшы белде, машина тиһәң иҫе китер ине. Бер түгел, өс машинаһы булды. 2010 йылда әрме сафына алынды – Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһында хәрби бурысын намыҫ менән үтәне. Ҡайтыр ваҡыты еткәс, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, тағы ла биш йыл хеҙмәт итте. Бына командиры яҙған характеристикаһы, – тип маҡтау хатын күрһәтә Наилә апай һәм артабан дауам итә: – 2015 йылда ҡайтты улым, өс бүлмәле фатир һатып алды, Себергә вахта ысулы менән монтажсы булып эшкә урынлашты. Ғүмер буйы кеше тупһаһында, ҡуртымға алынған торлаҡта йәшәүебеҙҙе, ауырлыҡ менән үҫтергәнемде күргәс, үҙе аяҡҡа баҫып, таяныс булды миңә. Һеңлеһе Айзиләгә лә юғары белем алырға ярҙам итте. Матур итеп йәшәргә лә йәшәргә ине бит...

Улын юғалтҡан күп әсәләргә хас булғанса, Наилә апайҙың да үкенестәре бар. Бына нимә ти ул: «Яҡындарыбыҙға күңел йылыһын да, яратыуҙы ла йәлләйбеҙ. Улым менән яҡын булһаҡ та, тормош ығы-зығыһына әүрәпме, йәшлек менәнме, тейешле иғтибарымды бирә алмағанмын барыбер ҙә тип, әсенәм хәҙер. Айзилә ҡыҙыбыҙҙы алып ҡайтҡанда ауылда тора инек. Денискә ете йәш, тыуған көнгә дуҫ-иштәрҙе саҡырам тип, ауыл буйлап сығып киткән. Ауылдың бер осонан икенсеһенә барып еткәнсе алдан саҡырылған «ҡунаҡтары» өҫтәл тирәләй йыйылып көтөп тә ултыра. Хәле бөтөп ҡайтып ингән баламдың былай ҙа ҙур күҙҙәре шар асылып китте ҡунаҡтарын күреп. Шул мәле һаман күҙ алдымда тора. Өләсәһе бауырһаҡ, йыуасалар бешереп, ейәненең күңелен күргән булды. Ә мин яңы ғына бала табыу йортонан сығып торам. Эй шунда баламды йәлләүҙәрем!..»

Денис Ирек улы МХО-ға 2024 йылдың 2 июнендә юллана. Хәрби әҙерлекте Һамар өлкәһенең Рощинский хәрби часында үтә. Өлкән сержант 15-се гвардия мотоуҡсылар батальонында – «Черные гусары» бригадаһында гранатометчик, штурмовик булып алғы һыҙыҡта йөрөй. 27 июндә беренсе тапҡыр яралана, ошо яуҙа Денис биш хеҙмәттәшенең ғүмерен ҡотҡара, ауыр хәлдәгеһен һөйрәп алып сыға. Был батырлығы «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнгән.

Бер ай тирәһе госпиталдә дауаланғас, 31 июль тағы эскә инә һәм унда бик ҡаты йәрәхәтләнә. Был юлы, киреһенсә, хеҙмәттәштәре уны ҡотҡара: алты саҡрым ер күтәреп алып сығалар. «Әлдә генә ҡалдырманылар», – ти ул әсәһенә. Тотош эсен арҡырынан буйына киҫеп, эске ағзаларын тегергә, тамағына махсус көпшә ҡуйырға мәжбүр була табиптар. Санкт-

Петербург госпиталендә ике айға яҡын ята. Әсәй, мине ҡайтарырға тейештәр, көт, ти ул. Әммә 11 октябрь яралары уңалып та бөтмәгән яугир һалдат йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана. Унан бер көн алда әсәһенә шылтыратып, «иртәгә төндә ҡуҙғалабыҙ» тип хәбәр итә. Тик... әйләнеп ҡайтмай... 19 октябрь ДНР-ҙың Новогородовка янындағы ҡаты һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була ул. Заданиеға барыр алдынан: «Мин һеҙҙе бик яратам, барыһы өсөн дә ғәфү итегеҙ», – тигән смс-хәбәр ебәрә.

Наилә ханым өсөн шик-шөбһәгә тулы тынғыһыҙ көндәр, йоҡоһоҙ ҡара төндәр башлана.

– Улымдан оҙаҡ хәбәр булмағас, ҡайҙарға ғына шылтыратманым, Һамар өлкәһенең Рощинский хәрби часына барып эҙләнем. Ошо уҡ частә атаһы ла әрме бурысын үтәгән ине, балам мәрхүм атаһының тыуған көнөндә үлгән булып сыҡты, – тип йәнә күҙ йәштәренә быуыла ул. Хәбәрһеҙ юғалған тип һаналған Денисте дүрт айҙан һуң ғына ДНК буйынса табалар. Әсә һаман да улының үлеүенә ышанмай. «Бына-бына ҡайтып инер төҫлө, Бөйөк Ватан һуғы-шында аҙ булмаған да инде ундай хәлдәр, – тип өҙөлгән өмөтөн кире ялғарға тырыша ул. – Сибайҙағы фатирын һатырға бер ҙә генә ҡулым бармай, ҡайтыр кеүек. Инде шул өйөн яратты, ҡасан барма, иҙән йыуыр ҙа йөрөр ине. Ҡыҙҙар кеүек таҙа булды үҙе. Түшәк-яраҡтарын да йыш алмаштырҙы. Ауылды, тәбиғәтте үҙ итте. Каникул етеү менән Әбүбәкергә, ветеран Абдрахман ҡартатаһы янына ашыҡты. Бергәләп балыҡҡа барырҙар ине. Ҙурайғас та Денистең иң яратҡан, күңел һалған шөғөлө балыҡ ҡармаҡлау булды. Вахтанан ҡайта ла сатлама һыуыҡтарҙа ла Талҡаҫ буйына юлланды. Донъяны ысын мәғәнәһендә яратып йәшәне улым», – тип Наилә апай тынып ҡала. Ундай саҡта йыуатыр, йылытыр бер һүҙ табып булмай...

----------------------------------

...Үкендереп, үртәндереп китә уландар. Иң матур саҡтарында, гөрләтеп донъя көтөр мәлдәрендә. Тормошта барыһына ла түҙеп булалыр, моғайын. Бәндә донъяның әсе-сөсөһөн күп татый, юғалтыу-ҙарҙың ниндәй генәһен кисермәй. Йылдар үтә, уларҙың күптәре тоноҡлана төшәлер. Бала юғалтыу яраһы ғына уңалмайҙыр...

 

Айзилә Мортаева.

Һалдат әсәһе Уңалмаҫ яра
Һалдат әсәһе Уңалмаҫ яра
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас