

– Төшкән ерҙәремә ярайым,
Эй, Хоҙайым, Раббыҡайым,
Төшкән ерҙәремә таш булып батайым,
Атай йортона кире ҡайтып,
Уларҙы ҡайғы-хәсрәткә һалмайым!
– тип доға ҡыла. Һыуҙы түкмәҫкә тырыша. Матур баҫып, сәпселдермәй генә килтерһә,“сәпселдермәй генә донъя көтә, донъяһы татыу була”, тиҙәр. “Ҡайҙа, үҙем күтәреп барам”,ти килендәше, буш көйәнтәне алып. Ҡыҙ ипләп кенә ҡулъяулыҡ йә яулыҡ бирә тегеңә. Килен һыуҙан ҡайтҡанда бик һынсыллап ҡарайҙар. Әгәр сайпылтмай, түкмәй-сәсмәй алып ҡайтһа, бәхетле йәшәйҙәр. Килен абынһа, яманлыҡ билдәһе, тиҙәр.
Алып ҡайтҡан һыуҙан сәй ҡайнаталар. Сәй яһағанда тәңкә бирәләр.
– Ҡоҙағый, әллә ниңә самауырҙың мороно боролмай! – тиҙәр. Шунан батмус, самауыр аҫтына тәңкә ташлайҙар. Сәй эскәндә бер нисә ҡоҙағый булырға тейеш.
Килен булып төшкән кеше, биленә төшөрөп, камзулының тышынан ебәк бау бәйләп ҡуя. Билен быуып йөрөтә ул шулай. Йола ҡушҡанса. Кейәү ҡыҙға ҡушъяулыҡ бүләк итә. Еңгәләр ҡыҙҙы ҡушҡандан һуң таңдан мунсаға индерә. Унан сығыуға сөйгә ҙур таҫтамал элеп ҡуйыла, шуға һөртөнгәс, егет ике яҡ башына көмөш тәңкә бәйләй.
Ҡыҙ кеше тәү башлап атай йортона ҡайтыр булһа, ҡунаҡҡа ире менән бергә генә бара. Яңғыҙ һис ярамай! Бер йылдан ғына ҡайтырға мөмкин атай йортона. Әгәр бер туҡтауһыҙ шулай йөрөһә, “түркенсәк килен” тип яманлайҙар. Ваҡытын белеп, йола буйынса ҡайтып килһә, “киленсәк килен” тип маҡтайҙар.
Ҡыҙ биргән бүләк кейемде кейәү беренсе ҡушылғандан һуң кейеп ҡайта. Күстәнәстәр ҙә тотоп. Ҡоҙалар менән бергә ҡунаҡ булалар (егет яғынан), уларға ла бүләк һалалар.
Фото "Асылыкүл" гәзите сайтынан