+19 °С
Облачно

Ҡыҙ бала – илгә биҙәк Ренара Ҡытайҙы яулай

Ренара Илшат ҡыҙы Харисова Шаран районы Ерекле ауылында тыуып үҫкән. Әлеге ваҡытта Өфө фән һәм технологиялар университетындағы гуманитар һәм социаль фәндәр институтын тамамланы ул. Инглиз теленән репетитор һәм тәржемәсе булып та эшләй.

Ҡыҙ бала – илгә биҙәк Ренара Ҡытайҙы яулайҠыҙ бала – илгә биҙәк Ренара Ҡытайҙы яулай
Ҡыҙ бала – илгә биҙәк Ренара Ҡытайҙы яулай

– Әсәйем менән атайым беҙҙе, өс баланы, тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлде. Бәйләм бәйләгең киләме? Бына – бер ҡумта еп. Видео төшөрөргә яратаһыңмы? Камера менән штатив алғандар, видео төшөрөүселәр бәйгеһендә ҡатнашып ҡара! Шулай дәртләндереп тороусы атай-әсәйем булғас, бөтә конкурстарҙа ла ҡатнаштым: иншалар яҙҙым, фортепианола уйнаным, рәсемдәр эшләнем, видеороликтар төшөрҙөм һәм призлы урындар, хатта аҡсалата премиялар алдым. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған мәғлүмәт технологиялары буйынса «КРИТ», «Үҙ тауышың» Бөтә Рәсәй конкурстарында еңеп, «Орлёнок» һәм «Артек» балалар үҙәктәренә путевка менән бүләкләндем, – тип һөйләй һәләтле һәм өлгөр ҡыҙ.

Мәктәптә саҡта уҡ инглиз, француз яҙыусыларының әҫәрҙәрен төп нөсхәлә уҡырға хыялланған Ренара теләген тормошҡа ашырған.

Инглиз, француз, ҡытай телдәре буйынса бакалавриат тамамлап, белемен камиллаштырырға һәм тағы бер нисә тел өйрәнергә Ҡытай университетына магистратураға уҡырға инергә йыйына. Ҡытай менән фәнни бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында ике ил араһындағы студенттар алмашыу программаһы буйынса конкурста еңеп, бер семестр унда уҡып ҡайтҡан да инде.

– Был ил тик ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Фекер офоҡтарым киңәйҙе, үҙ-үҙемә ышанысым артты. Менталитет айырыла, әлбиттә.  Ундағы халыҡ үҙ-үҙенә бикләнгән, асылып бармайҙар.

Студенттар ҙа, мәктәп  уҡыусылары ла бик тырышып уҡый. Сөнки мәктәп имтихандары уларҙың яҙмышын тулыһынса хәл итә. Уҡыусылар имтиханға ике йыл дауамында аҙнаһына алты көн иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 11-гә тиклем әҙерләнә. Шул уҡыу тәртибе университетта ла дауам итә. Хеҙмәт баҙарында конкуренция кимәле ҙур булғанлыҡтан, иң-иңе булырға тырышалар. Әлеге ваҡытта мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларға, БДИ биргән мөмкинлектәрҙе файҙаланығыҙ, сөнки ул университетта стипендия алып уҡырға, маҡсатлы дуҫтар табырға, студенттар менән алмашыу программаһы буйынса белем алырға, шәп компанияларға эшкә урынлашырға юл аса, тип әйткем килә. Беҙҙең дәүләт студенттар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдыра, үҙеңә тырышырға ғына кәрәк. Иң мөһиме – өлгәшкәндәрҙә туҡтап ҡалмаҫҡа, белемде артабан камиллаштырырға.  Туған телемде лә, сит телдәрҙе лә берҙәй яратам. Бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, кеше күпме тел белһә, шул тиклем унда кешелек сифаттары юғарыраҡ була. Камиллыҡҡа ынтылыу зарур, – ти тағы ла бер нисә телде өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған Ренара. 

Регина Фазылова.

 

Фото героиняның шәхси архивынан

Автор:Регина Камалова
Читайте нас