+12 °С
Облачно

Илештең уңышлы ҡыҙы

Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы Байбулатова – филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдыеғыһы, уҡытыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, Краснокама районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең урынбаҫары, уҡыу программалары, әсбаптар, фәнни хеҙмәттәр авторы. Үҙ ғүмеренең күп өлөшөн балалар уҡытыуға арнаған остаз йәш быуын күңеле аҡ ҡағыҙҙай аҡ булһын, ҡараламаға әйләнә күрмәһен, тип тырыша. Үҙенең күңел тәҙрәләре тик ҡояшҡа асылған.

Илештең уңышлы ҡыҙыИлештең уңышлы ҡыҙы
Илештең уңышлы ҡыҙы

Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлағандан һуң, йәш белгес булараҡ, Нефтекама ҡалаһына 1996 йылда эшкә ебәрелә. Башҡорт-төрөк лицейында хеҙмәт юлын башлай ул. Һуңынан, ун биш йылға яҡын, Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында уҡыта. Тап университетта уҡытҡан алтын йылдарында ул профессор Марат Зәйнуллин етәкселегендә “Башҡорт әҙәбиәтендә эпитеттарҙың тел һәм художество үҙенсәлектәре” (З. Биишева, М. Кәрим, Н. Мусин әҫәрҙәре миҫалында) тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Гөлфирә Байбулатова республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә башҡорт телен уҡытыуға, башҡорт телендә ваҡытлы матбуғатты үҫтереү өҫтөндә ҙур көс түгә, ең һыҙғанып эшләй. Студенттар, мәктәп уҡыусылары өсөн башҡорт теленән, журналистика буйынса уҡытыу-методик программалар, уҡыу әсбаптары яҙа. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һорауы буйынса “Ғәйнәләр: халҡым, телем, тарихым” тип аталған эш дәфтәре һәм уҡытыу программаһы (филология фәндәре кандидаттары Р.А. Солтаҡаева, Р.Ғ. Алсынбаева менән берлектә) яҙа. Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы журналистикала ла йырлап эшгләй: ваҡытында Нефтекама ҡалаһында нәшер ителгән “Кама тулҡындары” гәзитен (хәҙер “Ҡурай” региональ гәзите) сығара, тарата, кешеләрҙе матбуғатҡа яҙылырға өндәй, популярлаштыра, авторҙар менән эшләй. БДУ-ның Нефтекама филиалы студенттары тап ошо гәзиттә мәҡәлә, шиғырҙарын сығарып, ҡанат нығыта. Ә бит шуларҙың башында етәксе, әйҙәүсе, ҡанатландырыусы булып тап Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы тора!

  • Башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, шиғриәткә булған һөйөүҙе миңә беренсе уҡытыусыһым – тыумышы менән Балаҡатай районының Айғыръял ауылынан булған Римма Сафонова уятты. Һуңынан Баҙытамаҡ урта мәктәбендә Роза Рамаҙанова башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙе. Уларға рәхмәтлемен, - ти Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы.

Үҙе лә уҡыусылары, студенттарын рухлы, тырыш, белемле итеп үҫтерә. Ул белем биргән студенттар араһында алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар, гәзит-журнал, телевидение редакцияларында эшләгән журналистар, хәбәрселәр, мәғариф бүлеге етәкселәре һәм методистары, ҡала хакимиәте белгестәре бар. Уларҙың уңыштарын күреп, уҡытыусыһы ихлас ҡыуана, улар менән бөгөн дә тығыҙ аралашып, кәңәштәрен биреп йәшәй. Күп йылдар дауамында Нефтекама ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына методик ярҙамын күрһәтә ул. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына әҙерләнгәндә, Гөлфирә Байбулатова уларға кәңәштәрен бирә. Уҡытыусылар өсөн үткәрелгән семинарҙарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһынан, риториканан лекциялар уҡый, ҡала методик берләшмәһендә уҡыусыларҙы ғилми-ғәмәли конференцияларға әҙерләү буйынса сығыштар яһай. Үҙе лә республикала үткән фәнни-методик конференцияларҙа, форум, кәңәшмә, башҡа сараларҙа йыш ҡатнаша.

Егерме өс йылдан ашыу студенттар, балалар менән эшләгәндән һуң, Гөлфирә Байбулатова мәғариф бүлегенә эшкә күсә. Бына етенсе йыл инде Краснокама районы хакимиәтенең мәғариф бүлегендә төп эшмәкәрлек һәм милли мәсьәләләр буйынса начальник урынбаҫары вазифаһын башҡара.

  • Элек студенттарҙың уҡытыусыһы булһам, хәҙер иһә уҡытыусыларҙың, мәктәп етәкселәренең “уҡытыусыһымын”. Был эш тә үҙенә ҡарата яңы маҡсаттар, юғары талаптар ҡуйыуҙы, коллегалары менән тормош һәм һөнәри тәжрибәһе менән уртаҡлашыуҙы, һәр саҡ кешелекле булып ҡалыуҙы талап итә, – тип һөйләй Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы.

Краснокама районының дәрәжәһен күтәреүсе, йөҙөн яҡлаусы, райондағы тел, тәрбиә, патриотизм мәсьәләләрен күтәреп сығыусы шәхестәрҙең береһе лә ул. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында уҙған “Ҡатын ҡыҙ – милләт әсәһе” беренсе республика конкурсында еңеүсе була.

Эштә ғәҙел, тырыш, уңған етәксе булһа, өйөндә яратҡан ҡатын, Регина исемле буй еткергән ҡыҙға әсәй ҙә, туғандарына иғтибарлы, игелекле, кеселекле апай ҙа. Һәр береһенә матур һүҙен таба, файҙалы кәңәшен бирә. Былар барыһы ла уның бала сағынан, атай-әсәһенән, тыуған нигеҙенән киләлер.

Гөлфирә Байбулатова сығышы менән Илеш районының Кесе Тәжәй ауылынан.  Баҙы йылғаһы буйында урынлашҡан, 15 кенә өйлө бәләкәй ауылда Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы һәм Флүзә Сәхәүетдин ҡыҙының татыу йортонда биш ҡыҙ үҫә улар. Атай-әсәйе ҡыҙҙарға матур тәрбиә биреп, уҡытып, оло тормош юлына аяҡ баҫтырған. Бөгөн иһә Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы тормош иптәше Нәфис менән ошо нигеҙҙе ҡоротмай, йыш ҡайта, баҡсаһын да сәсә, ҡарай, тәрбиәләй.

  • Ял көндәремде, ғөмүмән, тормошомдо йөкмәткеле итеп ҡорорға яратам. спорт менән шөғөлләнәм, концерт-театрҙарға йөрөйөм, әхирәттәрем, туғандарым менән аралашып торам, сценарийҙар, шиғырҙар, публицистик мәҡәләләр, очерктар яҙам, шиғыр уҡыу, тыңлау мине ҡанатландыра. Сәйәхәт итергә, тәбиғәт ҡосағында ял итергә, диңгеҙҙә рәхәтләнеп йөҙөргә яратам. Ҡыш саңғыла йөрөргә, тауҙан шыуырға сығабыҙ. Донъянан ҡәнәғәт булып йәшәйем, сөнки шулай ғүмер итеү еңелерәк. Ҡәнәғәт булырға, әммә маҡсат ҡуя белергә, билдәләгән ниәтемә, һис шикһеҙ, өлгәшергә тырышам, - ти Илештең уңышлы ҡыҙы.

Уның эргәһендә һәр саҡ рәхәт, тыныс, ышаныслы һәм еңел, сөнки ул үҙе тирәһендә шундай аура тыуҙыра белә, Ҡояш кеүек үҙенә тарта, изгелекле, игелекле шәхес, сөнки ул – үҙе бер дәүләт!

 

 

Автор:
Читайте нас