+11 °С
Облачно


Башҡортостан Башлығы, халыҡ менән асыҡ диалог булдырыу һәм ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың асылын ентекле аңлатыу мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды – бигерәк тә еңел булмаған осорҙа.
– Власть кешеләргә яҡыная бара, ни өсөн теге йәки был ҡарарҙар ҡабул ителеүен аныҡ аңлата, – тип билдәләне төбәк етәксеһе Радий Хәбиров осрашыу йомғаҡтары буйынса. – Киң мәғлүмәт саралары республика халҡына ваҡиғаларҙың асылын еткерә. Шуға күрә беҙ бер нисә сәғәт дауамында төрлө темаларҙы ентекләп тикшерҙек, ни өсөн барыһы ла тап шулай килеп сығыуын аңлаттыҡ. Ә көнүҙәк темалар бөгөн байтаҡ.
Материал, фото https://glavarb.ru/ba/news/event/bashortostandy-ki-mlmt-saralary-vkildre-menn-osrashyu/