+13 °С
Ясно

Баланы мәктәпкә артыҡ сығымдарһыҙ йыйыу юлдары

Ревизиянан башлағыҙ. Магазинға барыр алдынан шкаф һәм кәштәләрҙе тикшереп ҡарағыҙ. Былтырҙан йыш ҡына таҙа дәфтәрҙәр, пенал, ҡәләмдәр, тышлыҡтар, буяуҙар йәки пластилиндар ҡала. Был исемлектең бер өлөшөн шунда уҡ юйҙыра һәм аҡсаны экономиялай.

Баланы мәктәпкә артыҡ сығымдарһыҙ йыйыу юлдарыБаланы мәктәпкә артыҡ сығымдарһыҙ йыйыу юлдары
Баланы мәктәпкә артыҡ сығымдарһыҙ йыйыу юлдары
  1. Класс етәксеһенән йәки ата-әсәләр чатынан аныҡ исемлек төҙөргә һорағыҙ. Шулай итеп, һеҙ нимә кәрәклеген аңларһығыҙ.
  2. Август аҙағында канцелярия тауарҙарын ҙур күләмдә алмағыҙ. Йыш ҡына балаға тәүге ваҡытта бер нисә ҡәләм, ручка, дәфтәр ҙә етә. Һуңынан канцелярия тауарҙарына, формаға хаҡ төшә, ташламалар була. Кәрәкле әйберҙәрҙең күбеһен сентябрь урталарында һатып алығыҙ.
  3. Саңғы, ботинкаларҙы спорт магазинынан түгел, ә иғлан буйынса алырға мөмкин, улар унда ярты хаҡҡа арзаныраҡ һатыла.
  4. Мәктәптә кейер өсөн алмаш аяҡ кейемен әле алһағыҙ, магазиндарҙа йәйге аяҡ кейеменә яҡшы ташламалар бар.
  5. Йәш аралары ҙур булмаған ваҡытта ҡустыһы ағаһының былтырға кейемен кейә ала, шуға материалдың сифатына ҡарап алығыҙ. Салбар йә пиджактың материалында тәбиғи состав (мамыҡ, етен, вискоза) булһын, бындай кейемдә балаға уңайлыраҡ, ул тын ала, шулай уҡ полиэстр ҙа булһын, ул форманы яҡшы тота.
  6. Икешәр футболка һәм күлдәк алып, алмашлап кейҙерһәң, улар оҙағыраҡҡа етә.
  7. Ҡайһы бер ата-әсәйҙәр мәктәпкә әйберҙәрҙе йыл һуҙымында ала. Бер юлы ҙур суммаға әйбер алғансы, яйлап алыу финанс яғынан еңелерәк.
  8. Канцелярия тауарҙарын июнь айында алып ҡуйһаң – хаҡтары түбәнерәк була, һайлап алырға ла була.
  9. Кәрәкме-юҡмы икәнен белмәйенсә, һирәк осрай торған пособиелар (контур карталары, өҫтәмә эш дәфтәрҙәре) һатып алмағыҙ, сентябрҙә, уҡытыусы менән кәңәшләшкәс, кәрәкле пособиены алырға була.
  10. Канцелярия тауарҙарын һайлағанда, ябай моделдәрҙе һайлағыҙ. Дизайнер ҡәләмдәре, ғәҙәти булмаған ҡәләмдәр йәки бүлектәре күп булған ҡатмарлы пеналдар өсөн артыҡ түләмәгеҙ.
  11. Һатып алыр алдынан бер нисә майҙансыҡты тикшерегеҙ — ҡайһы берҙә  100-200 һумлыҡ экономиянан да һиҙелерлек сумма йыйыла.
  12. Кэшбэк, бонус карталар йәки карта менән түләгәндә ташламалар аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтара ала.
  13. Башҡа ата-әсәләр менән килешеп, күмәртәләп алһағыҙ, ташлама яһайҙар.

Мәктәпкә әҙерлектә уңыштар теләйбеҙ

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас