+15 °С
Облачно

"Йөрәккәйем" торты

 Күгәрсен районы Мораҡ ауылында йәшәгән Гөлсәсәк Псәнчина бөгөн беҙҙе иҫ киткес тәмле, биҙәлеше менән дә күңелде яуларлыҡ торт бешерергә өйрәтә.

"Йөрәккәйем" торты"Йөрәккәйем" торты
"Йөрәккәйем" торты
«Йөрәккәйем» торты
Ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, 3 стакан он, 100 грамм өй йылыһында тороп йомшарған аҡ май, 1 стакан шәкәр ҡомо, 2 балғалаҡ бал, 1,5 балғалаҡ аш содаһы, бер семтем тоҙ кәрәк.
 
Кремға 150 грамм аҡ май (82 %), 150 грамм шәкәр ҡомо, 450 грамм йомшаҡ сыр (сливочный) кәрәк.
Тортыбыҙ йөрәк рәүешендә буласаҡ. Бының өсөн алдан ҡатырға йәки ҡағыҙға йөрәк һүрәте төшөрөп, ҡырҡып әҙерләп ҡуяйыҡ.
Йомортҡаны һытабыҙ ҙа шәкәр ҡомо, тоҙ, аҡ май, бал, аш содаһы, он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ул саҡ ҡына ҡулға йәбешеп торһа ла ҡурҡыныс түгел. Ҡамырҙы шыптырға төрөп, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.
Ул арала кремды әҙерләйек. Тәүҙә аҡ май һәм шәкәр ҡомон миксер менән әйләндерәбеҙ, шунан йомшаҡ сырҙы ҡушып, әйләндереүҙе дауам итәбеҙ. Өҫтөн шыптыр менән ябып, шулай уҡ һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Ҡамырҙы 5 – 8 сантиметр ҡалынлығында йәйәбеҙ ҙә табаға күсереп һалабыҙ. Шунан өҫтөнә йөрәк һүрәтен ҡуйып, бысаҡ менән киҫеп алабыҙ. Тәүҙә ҡырҡып, шунан табаға күсерһәк, «йөрәк»тәр тигеҙ килеп сыҡмай. Беҙҙең өс йәймә сыҡты.
Мейесте 180 градусҡаса эҫетәбеҙ. Йөрәк рәүешендәге йәймәләрҙе 3 – 5 минут бешереп алабыҙ. Уларҙы һыуытабыҙ.
Кремды махсус кондитер тоғона һалабыҙ. Бындай махсус ҡулайламағыҙ булмаһа, борсолмағыҙ – ҡалыныраҡ полиэтилен шыптырға һалығыҙ ҙа ипләп кенә бер мөйөшөн тишегеҙ. Тәүге йәймәбеҙҙең өҫтөнә тигеҙ аралар ҡалдырып, крем менән «төртөп» сығабыҙ. Әйткәндәй, беренсе йәймәнең аҫҡы яғын да бер аҙ кремларға онотмағыҙ – ул шылып йөрөмәҫ, тәрилкәгә ныҡ йәбешеп торор. Икенсе йәймәне һүрәте тура килерлек итеп тәүгеһе өҫтөнә һалабыҙ ҙа, өҫтөнә саҡ ҡына баҫып, рәтләп ҡуябыҙ. Шулай итеп бөтә йәймәләргә лә крем яғып сығабыҙ. Кремға саҡ ҡына аш-һыу өсөн махсус буяу ҡушып ебәргәндә лә була.
Өҫтөн үҙегеҙ теләгәнсә биҙәргә мөмкин. Емеш-еләк, шоколад ҡулланыу отошло.
Автор:
Читайте нас