

– Тәүҙә дуҫым менән тарттырылған түбә ҡуйыу менән шөғөлләнә башланыҡ. Аҙаҡ мискә-мунсалар эшләп ҡарарға булдыҡ һәм отолманыҡ. Бөгөнгө көндә ике йүнәлештә лә эште алып барам. Хеҙмәт һөйөп үҫергә, ауырлыҡтан ҡурҡмаҫҡа атайым менән әсәйемдән өйрәндем. Архангел районында бал ҡорттары тотабыҙ, бала саҡтан умарта сығарырға, таҙаларға, бал айыртырға (елпетергә) шунда йөрөнөм.
– Эшҡыуар булыуҙың нимәһе оҡшай?
– Ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашыра алыу.
– Ҡыйын яғы нимәлә?
– Етәксе булараҡ, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә, ҡайһы берҙә үҙеңә зыян килтереп булһа ла.
– Ниндәй уңышһыҙлыҡтарға осраның һәм улар нимәгә өйрәтте?
– Ҡоро һүҙгә генә ышанмаҫҡа, эште документаль яҡтан нығытып ҡуйырға кәрәк-леген аңланым.
– Эшҡыуарҙы нимә уңышлы итә?
– Йәмғиәткә файҙа килтергән эшҡыуарҙы уңышлы тиергә була.
– Бизнесығыҙҙың киләсәген нисегерәк төҫмөрләйһең?
– Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән
һатып алыусылар табырға, эшебеҙҙе киңәйтергә ниәт ҡорабыҙ.
– Яңы ғына эшҡыуарлыҡҡа тотонған кешегә ниндәй кәңәш бирер инең?
– Беренсе аҙымды эшләргә ҡурҡмаҫҡа, тәүәккәл булырға.
– Бригада туплағанда беренсе сиратта нимәгә иғтибар итәһең?
– Кешеләрҙең бер-береһенә мөнәсәбәтенә: ярҙамсыл булырға тейештәр.
– Бизнес өсөн яңы идеялар нисек килә?
– Интернеттан ҡарайым, хеҙмәткәрҙәр тәҡдименә ҡолаҡ һалам, шулай итеп яңы идеялар тыуа.
– Клиенттар йәлеп итер өсөн ниндәй маркетинг тактика отошло?
– Иң эффектлыһы – шәхси брендты үҫтерергә тырышыу.
– Икеләнеү тойғоһон нисек еңәһең?
– Эшләп ҡарамайынса белеп булмай, тип тотонам. Икеләнеүгә урын ҡалмай.
– Көнөң нисек башлана?
– Физик күнегеүҙәрҙән. 2022 йылға тиклем биатлон менән профессиональ рәүештә шөғөлләндем. Австрияла уҙған Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарында Өфө ҡалаһы исеменән сығыш яһағайным. Бәләкәстән спорт менән мауығыуым мине ныҡлыҡҡа өйрәтте һәм әле лә үҙемде формала тоторға ярҙам итә. Тәртип яратыуым, сәләмәт тормошҡа ынтылыуым да шул спорт менән дуҫ булыуҙан киләлер.
Тапҡыр һүҙле, оҫта ҡуллы, дәрт-дарманлы йәш эшҡыуар менән һөйләшкәндән һуң, уңышҡа өлгәшеүенең сере лә асыла төшкәндәй: бала саҡтан көн тәртибен дөрөҫ ҡорған, спорт һәм хеҙмәт яратҡан. Таҫыллыҡ, тәүәккәллек талап иткән бизнеста тап ошондай эске ныҡлығы булғандар уңышҡа өлгәшә.
Регина Камалова.