+13 °С
Ясно

Башҡортостан спортсыларында - әлегә ете миҙал

Рәсәй халыҡтары спартакиадаһында рапирала фехтование буйынса республиканың ике командаһы осрашты. Уларҙың барыһы ла Өфөләге Фехтование үҙәге тәрбиәләнеүселәре һәм финалға сыҡҡайнылар. Уларҙың остаздары – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Лира Грушина һәм Тимур Арыҫланов.

Башҡортостан спортсыларында  - әлегә ете миҙалБашҡортостан спортсыларында  - әлегә ете миҙал
Башҡортостан спортсыларында - әлегә ете миҙал

🏅Һөҙөмтәлә Владислав Журавлев, Әмир Фәхретдинов, Ростислав Хамдамов һәм Дәүләт Хәйретдинов яуланы. Егор Баранников, Искәндәр Булатов, Валерий Корнилов һәм Тимур Сафин көмөш миҙалға лайыҡ булды.

  Спортсылар һәм уларҙың тренерҙарын иҫ киткес ҙур еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ғорурланабыҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы илебеҙҙең иң көслө спортсыларын йыйҙы һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, шул иҫәптән, Башҡортостанда үткәрелә. Был ярыштарҙа 2028 йылды үтәсәк Олимпиадаға спортсылар һайлап алына.

Бөгөнгө көндә республика спортсылары 7 миҙалға хужа булды, улар эсендә 3 алтын, 1 көмөш һәм 3 бронза миҙал.

Спартакиада дауам итә. Спортсыларҙы ҡеүәтләү өсөн, улар өсөн янып-көйөргә килегеҙ, ярыштарға саҡырабыҙ!

#СпартакиадаНародовРоссии

Фото Ильшат Ахметов

Башҡортостан спортсыларында  - әлегә ете миҙал
Башҡортостан спортсыларында  - әлегә ете миҙал
Башҡортостан спортсыларында  - әлегә ете миҙал
Башҡортостан спортсыларында  - әлегә ете миҙал
Башҡортостан спортсыларында  - әлегә ете миҙал
Башҡортостан спортсыларында  - әлегә ете миҙал
Башҡортостан спортсыларында  - әлегә ете миҙал
Башҡортостан спортсыларында - әлегә ете миҙал
Автор:
Читайте нас