

– Реанимация ишеге артында бер генә хатаға ла урын юҡ – эшегеҙ үтә яуаплы. Йылдар үтеү менән күңелегеҙ ҡатманымы? Кеше йәне хаҡында нимә әйтә алаһығыҙ?
– Реанимацияла үлемгә йыш шаһит булаһың, әммә бындай күренешкә битараф ҡалып та, өйрәнеп тә булмай. Тетрәнәм. Шуныһы ғәләмәт: кешенән йән төрлөсә сыға – кемдер илай, кемдер һыҙлана, кемдер ҡысҡыра, кемдәрҙер бер тында еңел ҡотола. Атайым да, әсәйем дә минең ҡулымда йән бирҙе, икеһе лә тыныс ҡына «үтте».
Минең үҙемдә бәләкәйҙән интуиция көслө, тойоу һәләте бар. Йәшерәк саҡта әле, төнгө дежурҙа ултыра инем, «Ҡотҡарығыҙ, мине бынан сығарығыҙ», – тигән тауыш ҡолағыма килеп салынды. Морг яғынан ишетелгәнгә, бүлек мөдиренә йүгерҙем. «Моргтан тауыш килә, берәйһен яңылыш һалып ҡуймағандармы икән? Әйҙәгеҙ, инеп ҡарайыҡ әле?» – тием. Ә ул: «Юҡтыр ул, моргтан нисек тауыш ишетелһен? Үҙе бер яҡта ла баһа, тимер ишектәрҙән ниндәй тауыш үтһен?» – тип аптырап ҡарай миңә. Түҙмәнем – күңел тыныс түгел, кемдеңдер йөрәге һуҡҡанын ишетәм һымаҡ – бер үҙем киттем шул яҡҡа. Моргтың утын тоҡандырып индем. Һыуыҡ, өшөтә. Ятҡандарҙың пульстарын тикшерә башланым. Ысынлап та таптым бит теге йөрәге типкән кешене. Бүлек мөдирен саҡырып, ауырыуҙы палатаға индереп һалдыҡ, система ҡуйҙыҡ – һыуыҡта оҙаҡ ҡына ятҡан бит. Ярай уянмаған, ҡурҡышынан йөрәге шартлап үлер ине, тибеҙ. Клиник үлем дә төрлөсә була, тәжрибәһеҙ табип аңғарып та етмәҫкә мөмкин. Шөкөр, беҙҙең был пациент, рәхмәттәр әйтеп, дауахананан үҙ аяҡтары менән сығып китте.
Мин үҙем дә әллә нисә тапҡыр үлемдән ҡалдым. Утыҙ йәшем дә тулмағайны әле, Баймаҡҡа машина менән ҡайтып барғанда юл фажиғәһенә осрап, дауаханаға эләктем. Тәндәрем йәнселеп бөткән булған, комала оҙаҡ ҡына ятҡанмын. Шунда йәнемдең оҙон коридор буйлап осоп йөрөгәнен асыҡ төҫмөрләйем. Был – бик нескә тема. Күпме ғалимдар йылдар буйы эҙләнеп тә был һорауға аныҡ ҡына яуап таба алмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Беҙ, ер кешеләре, нескә пәрҙә артындағы ул серҙе белергә әлегә әҙер түгелбеҙҙер.
– Һөйләштә «ҡайнар йөрәк», «изге йөрәк», «ҡара йөрәк» тигән һүҙбәйләнештәр ҡулланабыҙ. Мөхәббәтте шағирҙар «йөрәк яна» тигәнерәк әҙәби метафоралар менән дә һүрәтләй. Ә ғилми күҙлектән нисек икән? Ғашиҡ булыу йөрәк өсөн стресмы, әллә шифамы?
– Ғашиҡ булыуҙың сағыу фазаһында тахикардия, ҡан баҫымы күтәрелеүе, организмда адреналин менән кортизолдың артыуы күҙәтелә. Был, әлбиттә, стресс, әммә ҡыҫҡа ваҡытлы, файҙалы стресс. Йөрәк өсөн яҡшы «кардионагрузка». Шул уҡ ваҡытта оҙаҡҡа һуҙылған бәхетһеҙ мөхәббәт аритмия, тамырҙарҙың ҡыҫылыуы кеүек кире үҙгәрештәр ҙә бирә. Мин «шартлаған, икегә бүленгән йөрәк» синдромы (такоцубо кардиомиопатияһы) булған пациенттарҙы күргәнем бар – йөрәктең бер өлөшө ҡайғынан хатта «туңып» ҡала. Ә инде бәхетле мөхәббәт организмды йәшәртә, бөтә ағзаларҙың эшмәкәрлеген көйләй, көс бирә: йөрәк тибеше яҡшыра, ҡан тамырҙары таҙара. Шуға күрә бер-береһен яратҡан, ярты һүҙҙән аңлаған парҙар оҙаҡ йәшәй. Минең парапсихолог булып эшләгән Вәсилә ҡыҙым, мөхәббәт кешенең аураһын йәйғорҙай балҡыта, тип тә билдәләй хатта.
------------------------------------------------------------
– Йөрәкте дарыуҙарһыҙ нығытыу ысулы бармы? Уны нисек һаҡларға?
– Иртән уянғас һәм йоҡларға ятҡанда бер-ике стакан йылымыс һыу эсеү инфаркттан ҡотҡара ала. Һәр аш алдынан да һыу эсергә кәрәк. Икенсенән, дөрөҫ тын алыу. Йоҡлар алдынан биш минут тирәһе тәрән итеп тын алыу аритмиянан һаҡлай. Өсөнсөһө – контраслы душ. Бөтә тәнгә түгел, әгәр ҡурҡһағыҙ, ҡойоноуҙы аяҡ-табандарҙан башлай алаһығыҙ. Ә күкрәктән сыҡҡан ихлас көлөү кортизолды кәметә, диафрагманы нығыта, һөҙөмтәлә йөрәккә веноз ҡан ағышы яҡшыра, көсөргәнеш юғала. Ошо ябай ғына күнекмәләр бөтә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын яйға һала.
Ә йөрәкте беләһегеҙме нимә ҡартайта? Үпкә тойғоһо. Асыу, нәфрәт, үпкәләү йөрәк стенаһы мускулы – миокардты иҫке резина кеүек ҡатырырға мөмкин. Рәхмәтле була белеүҙән, изгелек ҡылыуҙан башлана эске энергиялар үҫеше. Мин һәр кис, хатта иң ауыр дежурҙан һуң да, иҫән-имен булғаныма, ҡыҙым менән кейәүемдең татыу йәшәүенә, ейәнсәремдең матур булып үҫеп килеүенә рәхмәт әйтәм. Рәхмәтлелек – бөтә ауырыуҙарҙан да шифа, ул хатта шешеү процестарын да туҡтата ала. Был – ғилми факт.
Мәҡәләне тулыһынса "Башҡортостан ҡыҙы" журналының июнь (2026) һанынжа уҡый алаһығыҙ.
Альбина Ғөбәйҙуллина әңгәмәләште.