+13 °С
Ясно

Беҙҙең тышлыҡта Әсә һәм ул

Һәр замандың үҙ заңы һәм ҡиммәттәре, әммә әсә доғаһы менән яугир анты – мәңгелектең үҙе кеүек – иҫкермәй һәм үҙгәрмәй. Нисә быуаттар иң ҡатмарлы мәлдәрҙә һалдат – әсә доғаһына, әсә улы намыҫына таяна. Кешелек таяна, ошо ике, баһалау сиктәренә лә һыймаҫ төшөнсәләргә. Ә беҙ иһә, сабыр әсә менән яугир ул тарихын һеҙгә замандаштарыбыҙ яҙмышы аша һөйләйбеҙ. Мәләүез ҡалаһынан Альбина Марис ҡыҙы КУДРЯВЦЕва менән Артем тураһында булыр һүҙ.

Беҙҙең тышлыҡта Әсә һәм улБеҙҙең тышлыҡта Әсә һәм ул
Беҙҙең тышлыҡта Әсә һәм ул

Антҡа тоғролоҡ

 

Мобилизация башланғас, Артемды военкоматҡа саҡырталар. Егет атаһына шылтыратып әйтә. Ил сигендәге хәл-торошто күҙаллап торған атаһы борсолоп: «Баш тартыу мөмкинлеге юҡмы?» – тип һорай ҡуя. Быға улы хатта үпкәләгәндәй итеп: «Ант иткәнмен мин, атай! Тыуған илгә ярҙам кәрәккәндә, йәшенеп ятып ҡалмайым инде», – тип яуаплай.

 – Беҙ уны иртәгеһенә үк, олоғара сумкаларына бөтә кәрәк-ярағын тейәп, Мәләүез ҡалаһының хәрби комиссариаты ҡапҡаһы төбөнән оҙатып ҡалдыҡ. Шул көндө минең уҡыусым да МХО-ға атаһын оҙатырға килгәйне, – тип тетрәнеп һөйләй Альбина ханым. – Уларҙы хәрби әҙерлек үткәндән һуң алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр. Тәүге мәлдә иң ҡыйыны билдәһеҙлек булды: ҡайҙа йөрөй, нимә эшләй? Шунан Артемдың Тулалағы хәрби госпиталгә эләккәнен ишеттек. Хәле ҡыл өҫтөндә, тинеләр. Уҡытыусы булараҡ мин ҡапыл ғына мәктәпте ҡалдырып китә алмайым, атаһы шундуҡ юлға   сыҡты. Барып тапты улыбыҙҙы иптәшем, әммә һөйләшеүенән һиҙәм, малайҙың хәле хөрт. Ул комала, видео аша аралашырға ярамай, ти ҙә ҡуя. Ә минең уны ҡарашым менән булһа ла иркәләгем килә. Һушһыҙ ятһа ла, күңеле тойор  ине бит мине, тием дә илайым. Улайһа фотоһын булһа ла ебәр инде, тип үтенәм – йөрәгем түҙмәй. Ә инде һүрәтен күргәс шаңҡыным: йөҙө танырлыҡ түгел ине...

----------------------------------------------------------

Илһөйәрҙәр тәрбиәләүсе

 

Альбина Марис ҡыҙы ғүмеренең байтаҡ өлөшөн балаларға белем биреүгә арнаған: 20 йыл Мәләүездәге Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында, хәҙер инде бына биш йыл 8-се урта мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Шулай уҡ ул уҡыусыларҙы ғилми тикшеренеү эштәре бәйгеләренә йәлеп итә, берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләй. Үҙ предметын яҡшы белгән Альбина Марис ҡыҙы уҡытыуҙа алдынғы алымдарға ла таянып эш итә. Уның уҡыусылары төрлө ижади конкурстарҙа, олимпиадаларҙа призлы урындар ала. Оҫталығы, ябайлығы, тырышлығы менән ул хеҙмәттәштәре араһында абруй һәм ихтирам яулаған.

– Үткән йылда һигеҙенсе класс уҡыусыһы миңә бер ҡыҙыҡ һорау бирҙе: «Ниңә классик әҙәбиәттә персонажға ни хәтлем ауыр булған һәм ул һынауҙар, кәртәләр аша үткән һайын, ул ыңғай тип баһалана? Ниңә төп геройҙар – бай сауҙагәрҙәр түгел, ә ғазап сигеүсе ябай кешеләр?» Кешелектең асылы шунда, – тип йылмая уҡытыусы. – Миһырбанлыҡта. Рәхимлектә. Беҙ дәрестә, әлбиттә, балаларға терминдарҙы ла өйрәтәбеҙ, ләкин иң мөһиме – тойғо, күңел.

Артем улым МХО-ға алынғас: «Малайыңды күрәләтә ут эсенә оҙаттың, ҡасырып ебәрергә лә ҡулыңдан килмәне», – тип йөҙөмә бәреп әйтеүселәр булды. Ошо һүҙҙәр мине һаман тетрәтә. Ә бит балаларыбыҙҙа бәләкәстән тыуған илгә, туған телгә, халҡыбыҙға һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Мин, эштә –  уҡытыусы, өйҙә әсәй булараҡ, уҡыусыларыма ла, улдарыма ла ысын кеше, ысын патриот булырға ынтылыу идеологияһын һалам. Бөтә әҙәбиәт ғаиләгә, илгә, дуҫлыҡҡа тоғролоҡ менән һуғарылған, – ти һалдат әсәһе. Бына шундай тарих, дуҫтар.

Әсә менән улдың, йәмғиәттең, илебеҙҙең тарихы был. Ир балаларҙың илһөйәр булып үҫә белеүе, кәрәктә яуға ла юлланыуы, яраланыуы, ә әсәләренең уларҙы доғалары һәм йән йылылары менән имләй белеүе хаҡындағы беренсе ҡарашҡа ябай ғына ваҡиға. Эйе, был мәҡәлә, ысынлап та, ябай кешеләрҙең ябай, әммә оло ҡөҙрәткә эйә ҡаһарманлығы тураһында ул. Әсә менән улдыҡы.

 

Альбина Ғөбәйҙуллина.

Мәҡәләнең тулы вариантын "Башҡортостан ҡыҙы" журналының июнь һанында (2026) уҡырһығыҙ.

Беҙҙең тышлыҡта Әсә һәм ул
Беҙҙең тышлыҡта Әсә һәм ул
Беҙҙең тышлыҡта Әсә һәм ул
Беҙҙең тышлыҡта Әсә һәм ул
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас