+21 °С
Облачно

Әҙип ҡыҙы Башҡорт Белинскийы

Яҙыусыларҙың, журналистарҙың, уҡытыусыларҙың өҫтәл китабы булған «Әҙәбиәт теорияһы» авторы, күренекле ғалим, әҙәбиәтсе, тәнҡитсе, яҙыусы Ким Әхмәтйәновтың ҡыҙы Гөлшат ҒӘБИТОВА менән осраштыҡ. Атаһы хаҡындағы яҡты ла, һағышлы ла хәтирәләрен ҡәҙерләп һаҡлай һәм шуларҙы журнал уҡыусыларыбыҙ менән дә бүлешә ул.

Әҙип ҡыҙы Башҡорт БелинскийыӘҙип ҡыҙы Башҡорт Белинскийы
Әҙип ҡыҙы Башҡорт Белинскийы

«Алтын мәлдәр»

– «Бала саҡ» тигәндә Салауат Юлаев урамындағы йәшеллеккә күмелеп ултырған өйөбөҙ күҙ алдыма килә. Атай беҙҙең менән уйнай, өйрөлтә, һауаға сөйә... был мәлдә сикһеҙ бәхет донъяһында йөҙгәндәйһең. Атай-әсәйҙең йөҙҙәре лә шат, шундай йәш, матур улар! – тип хәтерләй Гөлшат Ким ҡыҙы, был ваҡытты «алтын мәлдәр» тип атай. – Әлфиә өләсәйемдең (әсәйемдең әсәһе) ихатаһында атайым үҙе күрше ағай ярҙамында өй һалған. Китапхананан алынған китап буйынса мейес сығарған. Ауыл балаһының ҡулынан килмәгән эш юҡ. Үҙе лә тынғыһыҙ була: төндәрен ижад итә, таңдан утын яра, һыу ташый, мейескә яға. Өй бәләкәй булһа ла (әле мунсалар ҙурыраҡ төҙөлә), хужалары ҡунаҡсыл ине. Әбйәлилдән йыш ҡына туғандар һәм ауылдаштар килә торғайны. Бөтәһен дә яҡты йөҙ менән ҡаршылап, хөрмәтләп ҡунаҡ иттеләр. Ул ваҡыттарҙа беҙ өләсәйҙә йоҡлай торғайныҡ. Әйткәндәй, ул өйҙө бер нисә йыл элек кенә һүттеләр. Әсәйемдең һеңлеһе әле лә йәшәй шул урында, ҡунаҡҡа барып йөрөйбөҙ. Беҙ Илдар ҡустым менән шунда тыуғанбыҙ. Атайым менән әсәйем икебеҙҙе ике урынға балалар баҡсаһына алып бара ла уҡырға, эшкә ашыға. Бәхетле һәм мөхәббәтле ғаилә.

«Дәүләт циркы» туҡталышындағы ике бүлмәле фатирға күскәндә Гөлшатҡа биш йәш була. Атаһы менән әсәһенең сабыйҙарса ҡыуаныуы! Тағы бер иҫтәлекле көн – 1965 йылдың 1 сентябре. Атаһы ҡыҙын етәкләп 1-се мәктәп-интернатҡа алып бара. «Тәүге дәрес. Бала өсөн генә түгел, атай-әсәй өсөн дә тулҡынландырғыс минуттар. Атайым, аҙ ғына булһа ла мине тынысландырырға, нисектер рухи яҡтан ярҙам итергә тырышыптыр инде, иң артҡы партаға барып ултырҙы. Тәүге уҡытыусым Сайра Фарих ҡыҙы кемдең башҡортса шиғыр һөйләй белеүе тураһында һораны. Шул саҡта ғорурланып Ғабдулла Туҡайҙың «Туған тел» шиғырын һөйләнем», – тип иҫләгәндә Гөлшат апайҙың йөҙө яҡтырып китә. Туған телен яҡшы белеүе лә – атаһының ныҡышмаллығы менән тап ошо мәктәптә белем алыуынан, тип иҫәпләй.

Бер йылдан Зифа һеңлеләре донъяға килә. Бәпәйҙе атайым үлә яҙып яратты, ти Гөлшат апай. Эшләп арыһа ла, бәләкәсе эргәһенән китмәй. Эйе, көнө-төнө эш өҫтөндә була Ким Әбүзәр улы. Балалар иртән торғанда – эшләй, төндә уянғанда ла уты яна, мәктәптән ҡайтҡанда ла уны өҫтәл артында ултырған килеш күрәләр. Шул уҡ мәлдә бәләкәстәренә лә ваҡыт бүлергә өлгөрә. Һүҙҙе тағы Гөлшат апайға бирәйек:

– Бәләкәй саҡта бергә йөрөгәндә атайым менән гел бер уйын уйнай инек. Ул ниндәйҙер һүҙ башлап ебәрә лә мин дауам итәм, тағы ул өҫтәй, шулай тотош әкиәттәр барлыҡҡа килә. Төрлө темаларға һөйләшәбеҙ, хатта сит планета кешеләре тураһында ла. Арифметик мәсьәләләр ҙә систерә. Ниндәйҙер һандарҙы эстән генә ҡушҡас, алғас, ҡабатлағас, икебеҙҙең дә яуап бер иш килеп сыҡҡанына мин ныҡ ғәжәпләнә инем. Дәрестәремде лә ҡарашырға ваҡыт тапты ул. Ғаилә менән паркта йөрөй инек. Һинең гел үҙ фекерең булырға тейеш, тип әйтергә яратты атайым, минең үҙ аллы булыуымды теләне. Тағы ла: тәүҙә кешенең яҡшы сифаттарын күрә бел, тине. Уның был һүҙҙәре тормошомдоң девизына әйләнде. 

Интеллигент, етди, моңһоуыраҡ ҡарашлы булып күренһә лә, атайым теремек, алсаҡ, мәрхәмәтле, тормошто яратҡан һәм матурлыҡтың баһаһын белгән кеше ине. Ял минуттарында футбол, хоккей матчтарын кинәнеп ҡараны. Бигерәк тә мотоуҙышҡа ихлас йөрөнө, мине лә алып барғыланы. «Уйыл», «Шәүрә», «Азамат» һымаҡ башҡорт халыҡ йырҙарын яратып тыңланы. Уларҙың драматик тарихын белгәнгә, тыңлаған сағында күҙҙәренә йәш эркелә торғайны. 

---------------------------------------------------

Кенәз ҡыҙы

Тормош иптәше Рәйфә Шәйғәрҙән ҡыҙы менән студент ваҡыттарында,  Башҡорт дәүләт драма театрында «Еҙнәкәй» спектаклендә осрашып таныша Ким Әхмәтйәнов. Ҡыҙ – китапхана техникумында, егет БДУ-ла уҡый. Ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнешәләр.

Хәләл ефете һәр яҡтан терәк була әҙәбиәтсегә. Барлыҡ көнкүреш мәшәҡәтен үҙ өҫтөнә алып, эш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыша. Ҡулъяҙмаларын тәртипкә килтерә, хеҙмәттәренең картотекаһын төҙөй, эштәрен иң тәү уҡыусы һәм баһалаусы була, китапханаларҙан һирәк китаптар яҙҙырып ала.

– Әсәйемдең сәй яһалған матур сынаяҡты батмусҡа ҡуйып атайымдың кабинетына индереп биреүе, беҙҙе, атайығыҙ эшләй, шым булығыҙ, тип тыйып тороуы ла әле лә күҙ алдымда. Ул гелән: «Ким, бик күп эшләйһең, хәл йый, һаулығыңа аҙ ғына булһа ла иғтибар ит», – ти торғайны. «Кешенең эше күп булырға тейеш, эш бөтһә, тормошо ла, ғүмере лә бөтә», – тип яуаплай атайым.

Атайым әсәйемде бик яратты, «иркәм» тип өндәште. Дуҫлашып йөрөгәндә һөйгәненә арнап шиғыр яҙған, уны – ҡояшҡа, үҙен көнбағышҡа тиңләгән. Әсәйем уның яратҡан ҡатыны ғына түгел, тоғро дуҫы ла ине, – ти Гөлшат апай.

Рәйфә Шәйғәрҙән ҡыҙы БДУ-ла китапханасы булып эшләй, шунда уҡ филология факультетында юғары белем ала, Мәскәү технология институтының Өфөләге филиалында китапхана булдырып, шунда оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә, уны етәкләй. Әүҙем һәм намыҫлы ҡатын йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, уға йыш ҡына аҡса тотоу менән бәйле мәшәҡәттәрҙе ышанып тапшыралар.

– 90-сы йылдарҙа әсәйемә дворяндар йәмғиәте таныҡлыҡ тапшырҙы – баҡһаң, ул кенәз нәҫеленән булып сыҡҡан (ҡыҙ фамилияһы – Ҡудашева), беҙ был хаҡта белмәнек тә... 1992 йылда Әбйәлил районында Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия булдырылды. Лауреаттарҙың береһе – әсәйем. Был премия уға атайымдың бығаса донъя күрмәгән өс китабын әҙерләп, нәшриәттә баҫтырып сығарғаны өсөн бирелде, – ти ғорурлыҡ менән Гөлшат апай.

 

-----------------------------------------------------------------

 

Мәҡәләнең дауамын "Башҡортостан ҡыҙы" журналының  июнь һанында (2026) уҡырһығыҙ.

 

Фотолар героиняның ғаилә архивынан

Әҙип ҡыҙы Башҡорт Белинскийы
Әҙип ҡыҙы Башҡорт Белинскийы
Әҙип ҡыҙы Башҡорт Белинскийы
Автор:
Читайте нас